Все новости
Йәшәйеш
18 Мая 2018, 11:39

ЙӘННӘТ ӘСӘЛӘР АЯҒЫ АҪТЫНДА

Һүҙем татыу ғаилә Мәзүнә һәм Әнүәр Сәлтәшевтар хаҡында. Улар береһенән-береһе аҡыллы дүрт ул: Айрат, Айнур, Вадим, Динис исемле балалар тәрбиәләп үҫтерҙеләр.

Һүҙем татыу ғаилә Мәзүнә һәм Әнүәр Сәлтәшевтар хаҡында. Улар береһенән-береһе аҡыллы дүрт ул: Айрат, Айнур, Вадим, Динис исемле балалар тәрбиәләп үҫтерҙеләр.

Үҙҙәренең малайҙары Айрат менән Айнурҙы тәртипле, инсафлы итеп тәрбиәләп, ҙур тормош юлына йүнәлттеләр. Улар әле лә ата-әсәләрен ҡыуандырып ҡына торалар. Бала йәнле ғаилә, балалар йортонан Вадим, Динис исемле малайҙарҙы тәрбиәгә алып, уларҙы ла ел-ямғыр тейҙермәй үҫтереп, аяҡҡа баҫтырҙылар. Ике бала ла 1-се синыфтан алып Яҡшымбәт мәктәбендә уҡынылар. Вадимдың беренсе уҡытыусыһы Фәнүзә Миңлебулат ҡыҙы Хәлитова ла белем һәм тәрбиә биреүгә тос өлөш индерҙе, сөнки ул бик абруйлы, көслө уҡытыусы һанала. Әлеге көндә бәһлеүәндәй егет Вадим Күмертауҙа тау колледжында үҙе һайлаған һөнәргә уҡып йөрөй, спорт менән шөғөлләнә, көрәштә лә ал бирмәй. Тырышлығы бушҡа китмәй, бына яңыраҡ ГТО тапшырып, алтын миҙал яуланы. Ата-әсә өсөн бик ҡыуаныслы, әлбиттә. Уллыҡҡа алынған икенсе малай Динис 4-се синыфта белем ала. Уҡытыусыһы Айгөл Нәғим ҡыҙы Бикмаеваға ла ныҡ ҡына тырышырға тура килде. Аҡыллы, балалар менән уртаҡ тел таба белә, шуның өсөн ҙур уңыштарға өлгәште.

Сабыр, оло йөрәкле әсә — Мәзүнә Сәлтәшева ихтирамға лайыҡ, малайҙар күҙгә күренеп тәртипкә өйрәнделәр. Әсә кеше эшендә лә өлгөрә, мәҙәни тормошта ла бик әүҙем ҡатнаша. Гәзиткә яҙырға теләгәнемде белгәс, ҡырҡа ҡаршы ине, аҙаҡ һүҙ араһында: «Балалар йортонан балаларҙы алғас, тәрбиәләгәндә бик ауырға төштө. Төрлө холоҡло балалар булғас, ныҡ тырышырға тура килде. Тормош иптәшем Әнүәргә рәхмәтлемен, уның ҙур ярҙамын тойҙом. Тырышлыҡ бушҡа китмәне, улар беҙгә атай, әсәй, тип өндәшәләр, шуныһы ҡыуаныслы. Ләкин ауылда ниндәй генә һүҙҙәр ишетмәнек, әхлаҡи яҡтан ярҙам итер урынға, ярҙан эттеләр. Аҡса өсөн, эшләтер өсөн алғандар», - тигән һүҙҙәре, ҡалғанын инде әйтеп тормайым, йәнемә хәнйәр ҡаҙағандай булды. Балаларҙы яратам, мохтажлыҡ күрмәйҙәр, әсә наҙынан айырмайым, тулы ғаиләлә үҫһендәр, тип тырышабыҙ. Кемдәр һөйләй, шулар балалар йортона барһындар ине, унда күҙҙәре йәшләнгән, мөлдөрәп ҡарап, ғаиләгә барырға зар-интизар булған балаларҙы алып, тәрбиәләп ҡараһалар, бәлки, аңларҙар ине. Үҙ башынан үтмәгән кеше генә аңламай».

Ошондай әсәләргә — Дан! Беҙҙең арала оло йөрәкле, сабыр, бала йәнле, күп балалы әсәләр күп. Шулай уҡ, ҡыҙғанысҡа, кәкүк әсәләр ҙә осрап ҡуя, әлбиттә. Шулай ҙа бындайҙарға өлгө булырлыҡ әсәләрҙең күберәк булыуы бигерәк ҡыуандыра. Балаларҙы әсә наҙынан мәхрүм итмәйек, сабыйҙарҙың күҙ йәштәренә юл ҡуймайыҡсы.

Балаларыбыҙға әсә фатихаһын бирәйек, йәннәт бит әсәләр аяғы аҫтында.

Фирүзә СУЮНОВА
Яҡшымбәт ауылы


Читайте нас: