Все новости
Йәшәйеш
25 Мая 2018, 11:54

«АРТАБАН НИСЕК ЭШЛӘРГӘ?»

Бар нәмәгә көндән-көн тиерлек хаҡ арта бара. Бына бензиндың хаҡы бер ай эсендә 5-се тапҡыр, бер аҙна эсендә генә 3-сө тапҡыр ҡиммәтләнде. Әммә беҙ барыбер бирешмәйбеҙ, һаман да машиналарҙа елдереүебеҙҙе дауам итәбеҙ.

Бар нәмәгә көндән-көн тиерлек хаҡ арта бара. Бына бензиндың хаҡы бер ай эсендә 5-се тапҡыр, бер аҙна эсендә генә 3-сө тапҡыр ҡиммәтләнде. Әммә беҙ барыбер бирешмәйбеҙ, һаман да машиналарҙа елдереүебеҙҙе дауам итәбеҙ.

Рәсәйҙә бигерәк ҡыҙыҡ инде. Нефткә хаҡ күтәрелһә лә, бензинға хаҡ арта. Нефткә хаҡ төшһә лә, бензинға хаҡ арта. Нефттә бер ниндәй ҙә үҙгәреш булмаһа ла, барыбер бензинға хаҡ арта. Беҙҙең халыҡ түҙемле, бөтә нәмәгә лә ҡалыплаша. Ошондай күренешкә лә әллә ҡасан өйрәнеп бөткәнбеҙ.

Бензиндың ҡиммәтләнеүе водителдәргә генә түгел, ә беҙҙең һәр беребеҙгә лә туранан-тура ҡағыла. Сөнки был хаҡ артыу башҡа бөтә нәмә менән дә тығыҙ бәйләнгән. Рәсәйҙә бензинға хаҡ артыу акциздарға хаҡ күтәрелеү һәм яғыулыҡҡа халыҡ-ара хаҡтың артыуы менән аңлатыла. Яғыулыҡҡа хаҡ артыу шауҡымы инфляцияға йоғонто яһамаясаҡ, тиҙәр.

Бер ай эсендә бензин 2 һумға яҡын ҡыйбатланһа, 23 майҙа бер юлы 60 тингә артыуы күҙәтелде. Шулай итеп 1 литр яғыулыҡтың хаҡы:

АИ 92 — 39 һум 70 тин;

АИ-92 «Атум» — 40 һум 30 тин;

АИ 95 «Атум» — 42 һум 60 тин;

Дизель яғыулығы — 42 һум 90 тин.

Яғыулыҡҡа хаҡ артыуға бәйле Рәсәй хөкүмәтендә акциздарҙы кәметеү тураһында мәсьәлә ҡарала. Был 2018 йылдың 1 июлендә булыр, тип ышандыралар. Ул ваҡытҡа яғыулыҡҡа хаҡты, бәлки, әҙерәк кәметерҙәр, бәлки, хаҡ артыуын туҡтатып ҡына торорҙар. Шуны ла әйтмәй булмай: Рәсәй АЗС-тарында бер литр бензин хаҡының 65-70%-ы тиерлек тик һалымға һәм акцизға китеп тора.

Яғыулыҡтың ҡыйбатланыуы ауыл хужалығы хеҙмәтсәндәренең дә бәкәленә һуҡмай ҡалмай, әлбиттә. Был турала беҙгә бына нәмә һөйләйҙәр.

Владимир ФИЛАТОВ, «Көйөргәҙеагропродукт» хужалығы етәксеһе:

- Яғыулыҡҡа хаҡтар артыуы бер кемгә лә оҡшамай, әлбиттә. Был бигерәк тә ауыл хужалығы хеҙмәтсәндәре өсөн ауырға төшә. Ауыл хужалығын шулай итеп бөтөрәләр, үлтерәләр. Беҙҙең етештергән продукцияға хаҡты көндән-көн төшөрәләр, ә бензин-соляркаға көндән-көн арттыралар. Ошондай шарттарҙа нисек эшләргә артабан? Белмәйем инде. Артабан да шулай үҙеңә зыянға эшләү дауам итһә, малдарҙы ла бөтөрәсәкбеҙ. Тағы нимә әйтергә? Әйтерлеге юҡ.

Сергей КУЗНЕЦОВ, «А7-Агро БР» хужалығы етәксеһе:

- Нимә әйтәһең инде. Бер һүҙ ҙә юҡ, тик аптырау ғына. Ауыл хужалығы өсөн был бик ауыр, тип әйтһәң аҙ була. Ауыл хужалығын һәләкәткә илтә бындай күренеш. Ярҙам итер урынға, һәр саҡ аяҡ салырға ғына, беҙҙең өсөн файҙаға булмаған йә быныһын, йә тегенеһен уйлап табып ҡына торалар. Был турала күп һөйләп торғо ла килмәй хатта, йән көйҙөргөс. 1 июлдән яғыулыҡҡа хаҡты төшөрәбеҙ тигән булалар ҙа ул, ышаныс әҙ. Кәметһәләр ҙә, 1 тингә кәметерҙәр.
Читайте нас: