Все новости
Йәшәйеш
25 Мая 2018, 11:58

НИСЕК 40 МЕҢ ҺАЛҒАНДАР?

Көйөргәҙе районының бер ауылында көмөшкә һатыусы 68 йәшлек бизнесмен әбейҙе эләктереүҙәре һәм уға 40 мең һум штраф һалыуҙары хаҡында яҙғайныҡ. Был эшҡыуар инәй һатҡан эсемлектә әллә күпме зараралы матдәләр ҙә табылған.

Көйөргәҙе районының бер ауылында көмөшкә һатыусы 68 йәшлек бизнесмен әбейҙе эләктереүҙәре һәм уға 40 мең һум штраф һалыуҙары хаҡында яҙғайныҡ. Был эшҡыуар инәй һатҡан эсемлектә әллә күпме зараралы матдәләр ҙә табылған. Пенсионерҙан штраф та түләткәндәр, самогон аппаратын да тартып алғандар. «Бизнесмен» әбей тураһында интернетта ла мәғлүмәт күп булды. Гәзит уҡыусылар, «В контакте»лағы «Юшатыр» төркөмөн күҙәтеп барыусылар беҙгә: «Был әбейгә нисек 40 мең штраф һалғандар икән? Шуны белешеп яҙығыҙ әле. Әтеү беҙҙә лә ялған араҡы, самогон һатыусылар бик күп. Уларға 2-3 мең һум ғына штраф һалалар ҙа китәләр. Улар шул самогондарын һатып, тиҙ генә штрафты түләй ҙә, артабан һатыу итеүен дауам итә», - тигән һорау ҡуйҙылар.

Көйөргәҙе районы буйынса полиция начальнигы урынбаҫары Илдус Мәхиәнов был һорауға: «Күпме штраф һалырға икәнен беҙ түгел, ә суд хәл итә», - тип яуап бирҙе. Ермолаево ауыл советы участковыйы Игорь Арбузов: «Эйе, 68 йәшлек әбейгә 40 мең һум штраф һалыу осрағы булды шул. Кемдәр яңы закон сыҡҡанға тиклем тотолғандар, шуларға 2-3 мең штраф һалына торғайны. Хәҙер яңы закон буйынса араҡы, самогон кеүек эсемлектәр менән законһыҙ рәүештә сауҙа итеүсе физик шәхестәргә РФ законының 14.17.1-се статьяһы буйынса 30-50 мең һум штраф ҡаралған. Бындай бизнесмендарҙы тотоу өсөн контроль һатып алыу үткәрер кәрәк. Тәүге тапҡыр тотолғандарға 30 мең һум штраф һалына. Шул йыл эсендә ул ҡабаттан тотола икән, ундайҙарға инде енәйәт статьяһы ҡулланыла», - тине.


Читайте нас: