Күмертауҙың Йырын, Пушкин урамдарындағы тротуарҙарға капиталь ремонт эшләй башланылар. Әле Йырын урамында МУП ДОР предприятиеһы юл төҙөүселәре дәррәү эш алып бара. Бындағы тротуарҙар киңәйтелә, бордюрҙар алмаштырыла. Шулай уҡ БАССР-ҙың 60 йыллығы урамында ла ошондай уҡ ремонт эштәре көтөлә. «Йырын һәм БАССР-ҙың 60 йыллығы урамдарының юлын төҙәтеү өсөн 12 мең тонна асфальт кәрәк буласаҡ. Ремонтланған һәр бер юл участкаһына гарантия бирелә. Әгәр ҙә ҡыйыш-мыйыш яҡтары табылһа, был юлға предприятие тарафынан яңынан бушлай ремонт эшләнәсәк» , - ти МУП ДОР директоры Вадим Воронцов. Шуны ла әйтергә кәрәк: МУП ДОР үҙе етештергән асфальт-бетон ҡатнашмаһын ҡуллана. Был ҡатнашма дәүләт стандарттары буйынса ғына эшләнә. Бынан тыш, тиҙҙән улар асфальт-бетон заводына яңы ҡоролмалар алырға уйлай.