Все новости
Йәшәйеш
1 Июня 2018, 13:43

ЮЛДАР РЕМОНТЛАНАСАҠ

Юлдарҙы йыл да йүнәтеп торалар, ә улар тағы боҙолоп тора. Юлдарға бәйле проблема Рәсәйҙә иң актуаль проблема булыуҙан бер ҡасан да туҡтағаны юҡ.

Юлдарҙы йыл да йүнәтеп торалар, ә улар тағы боҙолоп тора. Юлдарға бәйле проблема Рәсәйҙә иң актуаль проблема булыуҙан бер ҡасан да туҡтағаны юҡ.

Район юлдарына ла ремонт эштәре башланып тора. Был турала беҙ район хакимиәте башлығының төҙөлөш, архитектура һәм тормош тәьминәте буйынса урынбаҫары Ринат Ирек улы Килдебаев менән һөйләштек. Уның әйтеүенсә, быйылғы йәйҙә райондың күп кенә юлдарын тәртипкә килтереү планлаштырыла. Тиҙҙән Ермолаевоның Тыныслыҡ проспекты, Чкалов, Завод урамдарына асфальт түшәү эше башланасаҡ. Бының өсөн республиканан аҡса бүленгән дә инде. Әле юлды эшләүсе подрядсыны һайлау аукционға ҡуйылған. Шулай уҡ Ермолаевоның 2-се мәктәбе янындағы күпер юлын эшләү өсөн дә аҡса көтөлә.

Район хакимиәте етәкселәрен дә, район халҡын да иң борсоған юл — ул да булһа Шәбағыш-Ермолаево юлы. Маяҡ элеваторына йөк ташыусы машиналар был юлдың кәрәген бирәләр генә. Шуға күрә федераль трассанан тура Маяҡҡа сығырға юл төҙөргә кәрәклеге хаҡында әллә ҡасандан бирле ҡайҙа ғына мөрәжәғәт ителмәне. Әммә был мәсьәлә тиҙ генә хәл ителергә уйламай әле. Сөнки яңы юл һалыу бик ҡиммәткә төшә тиҙәр. Әлегә шул Шәбағыш юлының соҡор-саҡырҙарын ремонтлап тороу менән генә сикләнергә тура килә. Әле бында ремонт эштәре дауам итә.

Зәк-Ишмәт ауылында 1300 метр юлға асфальт һалыу ҡаралған. Шулай уҡ Зәк-Ишмәт-Таймаҫ юлына ла ҡырсынташ түшәп, тәртипкә килтереү планлаштырыла. Свобода-Түкән юлы республика ҡарамағында. Был юлға ла ремонт эштәре башҡарыу ҡаралған. «Райондың бик күп юлдарын ремонтлағы килә лә ул. Аҡса ғына әҙерәк бүленә шул», - тип борсола Ринат Ирек улы.
Читайте нас: