Все новости
Йәшәйеш
8 Июня 2018, 11:47

ЯҢЫЛЫҠТАН ҠУРҠЫУ КӘРӘКМӘЙ

Шаршамбы көндө район хакимиәтендә БР Халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү республика Үҙәге дәүләт ҡаҙнаһы учреждениеһының Мәләүез районы, Мәләүез ҡалаһы филиалындағы Көйөргәҙе районы һәм Күмертау ҡалаһы бүлегенең оптимизацияға бәйле ябылыуы тураһында ултырыш үтте.

Шаршамбы көндө район хакимиәтендә БР Халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү республика Үҙәге дәүләт ҡаҙнаһы учреждениеһының Мәләүез районы, Мәләүез ҡалаһы филиалындағы Көйөргәҙе районы һәм Күмертау ҡалаһы бүлегенең оптимизацияға бәйле ябылыуы тураһында ултырыш үтте.

Район хакимиәте башлығының кадрҙар эше һәм социаль сәйәсәт буйынса урынбаҫары Люциә Хәмитова алып барған йыйылышҡа ауыл советы хакимиәттәренең эштәр идарасылары, ҡатын-ҡыҙҙар советтары рәйестәре, ветерандар, инвалидтар ойошмаларынан вәкилдәр, Ермолаево мәктәптәре, балалар баҡсалары директорҙары, мөдирҙәре йыйылғайны.

1 июлдән ҡалабыҙ һәм районыбыҙ халҡына социаль ярҙам күрһәтеү бүлегенең эше туҡталғандан һуң уның функциялары күп функциялы үҙәккә бирелә. Шул осраҡта халыҡҡа ҡайҙа мөрәжәғәт итергә, ниндәй эштәр башҡарыу тураһындағы мәғлүмәттәр менән БР Халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү республика Үҙәгенең Мәләүез районы һәм ҡалаһындағы филиалы директоры урынбаҫары Наталия Бирюкова сығыш яһаны.

- 1 июлдән ғаризалар ҡабул итеү, социаль ярҙам алыу өсөн документтар йыйыу, белешмәләр (справкалар) алыу кеүек барлыҡ документ эштәре лә күп функциялы үҙәктә “Берҙәм тәҙрә” принцибы буйынса электрон вариантта ҡабул ителәсәк. Әгәр ҙә кемгәлер эште тиҙ арала башҡарыу йә кемдеңдер МФЦ аша документ эштәрен башҡарыу килеп сыҡмай икән, ул осраҡта Мәләүез ҡалаһына, Ленин урамы, 142 адресы буйынса килә алаһығыҙ. Шулай уҡ ҡыҙыҡһындырған, борсоған һорауҙарығыҙ булһа, (834761) 2-17-72 телефоны аша шылтыратырға мөмкин.

Беҙ айына ике тапҡыр районға сығасаҡбыҙ, тик унда документтарҙы ҡабул итә алмайбыҙ, сөнки бөтә ҡағыҙҙар электрон вариантта ғына, шуға аңлатыу эштәре менән генә ярҙам итә алабыҙ. Ә ҡайҙа ҡасан сығыу графигын алдан гәзиттәргә бирербеҙ. Шулай уҡ һорауҙарығыҙға яуапты рәсми сайтта онлайн рәүештә яҙып та ала алаһығыҙ. Ә төрлө кәрәкле справкаларҙы интернетта үҙегеҙҙең шәхси кабинетығыҙҙы булдырып, шунан ала алаһығыҙ.

Бер ҙә борсолорға ярамай, кемдәр ниндәй түләүҙәр алған, артабан да шулай уҡ аласаҡ. Бер нәмә лә бер ҡайҙа ла юғалмаясаҡ, - тине Наталия Вячеславовна.

Һорау биреүсе бик булманы. Ветерандар Советы рәйесе урынбаҫары Дмитрий Краснов ҡына, беҙҙең кеүек оло йәштәгеләр ундай онлайн нәмәләрҙе аңламай, беҙгә үҙҙәренең ярҙамын күрәһтеп торһалар, булды, тине.

Сараны тамамлап, Люциә Тәлғәт ҡыҙы:

- Мәләүездәге халыҡты социаль яҡлау үҙәге менән беҙҙәге халыҡты берләштереүсе булып райондағы “Ғаилә” үҙәге лә торасаҡ. Һорауҙарығыҙ бар икән, 61-7-38 телефон номерына, Наталия Савиньковаға, шылтырата алаһығыҙ. Яңылыҡтар йыш булып тора, шуға ҡурҡырға кәрәкмәй. Бар яңылыҡтар ҙа тәүҙә хәл ителмәҫлек ауыр тойолһа ла, ваҡыт үтеү менән барыһына ла өйрәнәсәкбеҙ. Был эштәрҙе күп функциялы үҙәккә тапшырыу, минеңсә, уңайлы булыр, - тине.


Марат ТУҠАЕВ, Көйөргәҙе районындағы күп функциялы үҙәк директоры:

- Әлегә Күмертауҙағы халыҡты социаль яҡлау үҙәге хеҙмәткәрҙәре тарафынан беҙҙең хеҙмәткәрҙәрҙе уҡытыу, өйрәтеү бара. Беҙ ауылдарға сығып, халыҡҡа ярҙам итергә һәр саҡ әҙер. Тик беҙҙең техника менән генә проблема. Алдан һөйләшкән буйынса, ауыл советынан беҙгә транспорт биреп хеҙмәткәрҙе килеп алһалар, беҙ аҙна һайын сығасаҡбыҙ. Ул яҡтан Мораптал, Яҡшымбәт ауыл советтары бик әүҙем эш алып бара. Зәк-Ишмәт ауыл советына беҙҙең доступ юҡ (уны беҙ хәл итмәнек, юғарынан шундай ҡарар булған), ә Илкәнәй ауыл биләмәһе халҡы Күмертау аша йөрөгәс, улар менән дә проблема юҡ. Ҡайһы бер ауылдарҙа, беҙ барғас, тейешенсә түләүҙе түләп, урында ҡағыҙ алыу өсөн банкомат, терминал юҡ, шуға беҙ ауылдарға сыҡҡанда сбербанк хеҙмәткәре, уларҙың терминалдары менән бергә сығабыҙ. Һорауҙарығыҙ булһа, ҡыҙыу элемтәгә 61-2-02 телефон номеры буйынса шылтырата алаһығыҙ. Шулай уҡ рәсми сайтта ла мәғлүмәттәр бар.


Читайте нас: