Все новости
Йәшәйеш
14 Июня 2018, 11:24

МОПЕД ҺАМАН ЮҠ

Кешенең малын алып сығып китеү, тигәндән. Урлау йәһәтенән шәплек бар инде ул күптәрҙең, беҙ элек, малай саҡта, мәҫәлән, кеше баҡсаһынан алма урлай инек, танауға еҫ керә башлағас, фермала торған малсыларҙың аттарын урлап күрше ауылға уйынға бара инек.

Кешенең малын алып сығып китеү, тигәндән. Урлау йәһәтенән шәплек бар инде ул күптәрҙең, беҙ элек, малай саҡта, мәҫәлән, кеше баҡсаһынан алма урлай инек, танауға еҫ керә башлағас, фермала торған малсыларҙың аттарын урлап күрше ауылға уйынға бара инек. Аттар эйәрһеҙ, осалар сейләнеп бөтһә лә, рәхәт ине – ҡыҙҙы күреп, аҙыраҡ ҡосаҡлаштырып ҡайтып киләһең бит. Үбешергә лә була ине, тик ҡыйыулыҡ юҡ, йә берәй нәмәһен дөрөҫ эшләмәй оятҡа ҡалырһың. Шулай. Урлау ғәҙәте ҡанда бар, тик кеше әйберенә, Тамара апай әйтмешләй, ҡарап торған берҙән-бер малына ҡул һоноу уйҙа ла юҡ ине.

Ҡотлоюлда берәүҙең мопедын һуҡҡандар. Берәйһе беҙҙең кеүек күрше ауыл ҡыҙына уйынға барыр өсөн һорамай алып торған, тиер инең, мопед һаман юҡ, теге кеше ҡыҙына барып аҙналар буйы ҡунып ҡына ятмаһа.

Изге эш өсөн урлашыу насар нәмә түгел, байыр өсөн урлау – гонаһ.
Читайте нас: