Все новости
Йәшәйеш
14 Июня 2018, 11:26

ТАМАҠТАРЫНА ТОРҒОРО

Харам мал тамаҡ ярыр, тип күпме һөйләмәйек, китаптарҙа уҡымайыҡ, тормошта тап харамға ынтылғандар күп (урламаған бик байый алмай икәнен ил миҫалында ла күрә алабыҙ). Беҙҙә әллә ни урларлығы ҡалманы, шулай ҙа нәмәбеҙҙер бар әле, шуларҙың береһе – һыйырыбыҙ.

Харам мал тамаҡ ярыр, тип күпме һөйләмәйек, китаптарҙа уҡымайыҡ, тормошта тап харамға ынтылғандар күп (урламаған бик байый алмай икәнен ил миҫалында ла күрә алабыҙ). Беҙҙә әллә ни урларлығы ҡалманы, шулай ҙа нәмәбеҙҙер бар әле, шуларҙың береһе – һыйырыбыҙ.

Малдарҙы, һис бер ҡурҡып, оялып тормайынса, һарайҙан алып сығып китеү осраҡтарын әйләнгән һайын яҙабыҙ, был урлау ысулы кемгәлер бик килеште булыр, күрәһең – һаман булһа һыйырҙарға айыу майы һөртөү дауам итә. Тик ни ғилләлер, гел бер тирәнән урлайҙар. Бына Аҡһары яҡтары. Бында күп мал тотҡан алпауыттар ҙа йәшәмәй кеүек, әллә һыйырҙары бигерәк матурмы инде, йыл башынан алты башты юҡ иткәндәр. Үткән аҙнала яңғыҙ йәшәгән бер ҡатындың һәүкәшенән елдәр иҫкән. Һин дә мин һарайҙа торған малҡайҙы алып сығып киткәндәр. Янында ғына Юшатыр ауылы, бынан бер баш һыйыр малы Ҡуңыр буғалай сит яҡтарға китеп юҡ булғайны. Һис юғы бына автомат тотоп төн йоҡламай ҡарауыллап ят Аҡһары һарайҙарын. Әйткәндәй, бында засада һымаҡ бер нәмә лә ойошторған булғандар, әмәлгә ҡалғандай, тап засада юҡта килгәндәр ҡараҡтар – был осраҡлы ғына шулай тура килеү булдымы икән?

Харам мал барыбер үҙен белдерер, тамаҡтарына таш булып торор, тик шулай ҙа, берҙән 50-70 меңлек һыйырың юғалғас, был ғына уй йәнде тынысландыра алмай. Тағы ла шуныһы: урлағанды береһе лә күрмәй, береһе лә белмәй, полиция ла береһен дә тапмай. Әллә берәй сит планетанан килеп алып китәләрме бахыр малҡайҙарҙы, тәүбә-тәүбә.



Зифа САЛАУАТОВА:

Ауылдыҡылар был ҡатындың янғыҙ йәшәгәнен белә инде. Йә ауылдаш. Ситтән кеше ҡайҙан белһен, ти. Наводка менән алып китәләр инде йә булмаһа.

Ябай кешенекен урлайҙарҙыр. Яуап бирерлеге ер аҫтынан да табасаҡ.

Тамара ҒӘНИЕВА:

Ни саҡлым ҡаза. Халыҡтың ҡарап торған ғынаһы һыйыр бит!

Рәмилә ИҪӘНҒОЛОВА:

Миңә таныш ҡаза. Уғрыларҙы ауылдаштары араһынан эҙләһендәр. Кемдер белеп оҙатып тора, тимәк. Яҡын-тирәләге ауылдан да «ярҙамсылары» барҙыр. Бер кеше эше түгел был. Полицияла ла, медицинала ла, ветеринарияла ла «үҙ кеше»ләре бар, тимәк. Мал юғалған көндәрҙә ситтән кем ҡайта, килә, кемдәр тире, ит тапшыра, больничныйҙа була - шуларға күберәк иғтибар итергә кәрәк.

Минең һыйырымды алып сығып киткәндә шундай уҡ хәл булды. Ямғыр яуып үтеүгә ҡарамаҫтан, эҙе лә ҡалмағайны. Уҫал ике этем дә нисектер йоҡлап ҡалғайны. Ул көндә ике һыйыр юғалғайны. Береһен эҙләп тә торманылар. Минекен, страховать ителеү сәбәпле, теркәлгән булғас, эҙләп ҡаранылар, тапманылар. Страховка аҡсаһына икенсе һыйыр алырға тура килде. Төшөмдә күрҙем (бәғзеләргә көлкө булып тойолор, ләкин дөрөҫкә сыҡты): минең һыйырҙы төнгө 3-4-тәрҙә машинаға тейәп, Яҡшымбәт яғына оҙаттылар. Унда (берәү ҙә уйламаған бер кешенең һарайында һыйырҙар күп) бер аҙ торғас, һыйырҙарҙың ҡайһы берҙәре Ҡаҙағстан яғына китте. Ҡайһы берҙәре башҡа ауыл һыйырына алыштырылып, беҙҙең ауылға килде һәм һуйып һатылды.

Тик яңғыҙ ҡатындың хәләл малы йыраҡҡа ебәрмәй ул, оҙаҡ та үтмәне, минең һыйырҙы урлаусылар һәр ҡайһыһы үҙ язаһын алды.
Читайте нас: