Католиктарҙа 7 иң ауыр гонаһ айырып күрһәтелә. Шуларҙың береһе – бирәнлек (чревоугодие). Был ғәҙәт беҙҙең халыҡта ла маҡталмай, тығынған, ҡомһоҙланып ашаған, тик тамаҡты ғына уйлап йөрөгән кеше ситтән ҡарағанда ытырғаныс күренә.
Яңыраҡ Ҡариҙелгә барҙыҡ. Семинарға. Бында килгән һәр кеше үҙен-үҙе ҡайғырта, ашарына ала, эскеһе килгәне араҡыһын да тейәй. Әлбиттә, бында ашханала ла бушҡа ашаталар, быйыл хатта швед өҫтәле булды. Шулай ҙа, ҡасан cаҡырырҙар икән, тип көтөп йөрөп булмай, үҙеңдеке үҙеңдеке инде, етмәһә, һәр бер килгәне йәненә яҡыныраҡты табып берләшә – дөйөм табын ҡоралар. Беҙ ҙә ҡорҙоҡ уны, барлы-юҡлы аҡсаға алып килгән ашамлыҡтарҙы теҙҙек, кеше алдында кәм-хур булып ултырып булмай – арыуыраҡ аҙыҡ алырға тырышҡайныҡ. Һин дә мин ултырабыҙ бер заман, матур һүҙҙәр әйтелә, араһында кәпәренеү-маҡтаныу ҙа ишетелеп ҡала (был да гонаһ, ахыры). Бер ваҡыт яныбыҙға йәше пенсияға күп тә ҡалмағаныраҡ бер ҡатын килеп баҫты, арабыҙҙағы байтаҡ кешене белә был, эргәгә ултырып та торманы, сумкаһына бер-ике пирәжки тыҡты, пирәжкиҙәргә иптәшкә тағы нимәлер инеп ятты. Ҡомһоҙ күҙҙәре менән беҙҙең өҫтәлде сираттағы тапҡыр байҡағас, анау салатты был яҡҡа бирегеҙ әле, ти был ҡатын. Кәбеҫтәле салатты шылдырҙыҡ, төпһөҙ сумка эйәһенең банка һымаҡ әллә ниндәй һауыттары бар икән, салат шул һауытҡа инеп урынлашты. Һорайһы иттек: «Асһығыҙмы әллә?» Ҡатын йылмайҙы, тик бер һүҙ ҙә әйтмәне. Аҙыраҡ тора биргәс (быларҙың йүнле нәмәһе ҡалманы тинеме), икенсе өҫтәл янына китте. Ҡыҙыҡ булып китте беҙгә, ҡарап торабыҙ, тегендә лә шул уҡ процедура ҡабатланды: помидор, ҡыяр, ит, бәлеш киҫәктәре сумкаға ояланы. Аҙағыраҡ ашханаға киттек, швед өҫтәле тигәнде телевизорҙан ғына күргән кешеләргә ҡыҙыҡ ине – ҡалайыраҡ икән уныһы? Барһаҡ, беҙҙең таныш ҡатын шунда йөрөп ята һәм... ашамлыҡ йыя. Аслыҡ йылы ла түгел, бер ниндәй фетнә лә ҡупмаған, ниңә улай ҡылана икән был апай? Үҙен арыу ғына урында эшләй тинеләр, түрә-фәлән түгел, әммә интеллигенция вәкилдәре рәтенә кергән урында.
Ҡайһы саҡ районға ситтән хәбәрсеме, башҡа ижад кешеһеме килә. Кире Өфөһөнә ҡайтыр алдынан, миңә төрнәп берәй нәмә һалығыҙ, ти. Ысын күңелдән һалынған күстәнәс булмауы ла борсомай уларҙы, өйгә нимәлер ҡайтһа – булды. Бәлки, өйҙәрендә уның ҡайтҡанын көтөп ас балалары, иреме, ҡатынымы ултыралыр, әкиәттәге кәзә бәрәстәре һымаҡ. Йәшәү мәғәнәһе ашауҙа түгел бит. Тамаҡ тип үҙ ҡәҙерҙәрен бөтөрөп йөрөүҙәре әллә ҡалай.
...Беҙ аслыҡтан миктәгән һымаҡ әҙәмдәрҙе күп күрҙек, улар тап беҙҙең интеллигенция ҡатламына ҡараған кешеләр ине. Шуға ҡай саҡ уйға ла ҡалаһың: бирәнлеген еңә, унан хатта ояла белмәгән (был ашауға ғына ҡағылмай) милләт тотҡалары менән алыҫ китербеҙме икән?
Бер таныш ир бар, егетлектән яңы сыҡҡан тиһәң дә була – 30 йәшкә етеп бара. Тыштан ҡарағанда дәртле, тормошто яратҡан оптимист булһа ла, саҡ ҡына эстеме был, иларға тотона. Шул саҡта уның йәне яралы икәне күренә, йәшәгеһе лә килмәй, тормоштоң мәғәнәһен дә тапмай, баҡһаң, был. Төҫ тә бар, буй ҙа, башҡаһы ла, нимә етмәй егеткә (ҡатыны ла, гражданский ғына булһа ла, бар, балаһы ғына юҡ әлегә) тиһәң, уның күңелендә ҙур үкенес ята икән. Яңыраҡ атаһы үлде бының, йәше бик оло булмаһа ла, китеп барҙы, алдараҡ сирләп ятты. Егетебеҙ уның янына онотҡанда бер барҙы, атаһы шылтыратҡанда ла ҡабалан-ҡарһалан дорфа ғына яуап бирә лә трубканы ташлай ине. «Ниңә улайтаһың?» – тигәнгә, «Ему так и надо, беҙ бәләкәй саҡта беҙгә балалыҡты күрһәтмәне, гел эсеп ҡайтыр ҙа ғауғалар ине, әсәйҙе туҡманы, шуға хәҙер уны атай тип тә күрмәйем». Бәғзе саҡта егет атаһын өйҙән дә ҡыуып сығарған булған – үсен алған – элек беҙгә эт күрмәгәнде күрһәттеңме, бына хәҙер үҙең күр. Йоҙроҡ та төшкөләгән атай башына, ҡыҫҡаһы, оло кешенең йәшәүе йәшәү булмаған. Үлер көндө улына шылтырата был: «Приходи, сынок, что-то мне совсем плохо стало». Улы ғәҙәттәгесә яуап бирә: «Һинең ҡайғың юҡ әле бында, эшем күп, түҙерһең, аҙаҡ, бушағасыраҡ, барырмын». Ошо һөйләшкәндән һуң атай төнөнә йән бирә.
Беҙҙең таныш егет-иребеҙ ошонан һуң илаҡҡа әйләнде булыр, саҡ ҡына ауыҙына араҡы эләктеме, туҡтатып алырлыҡ түгел үҙен, һулҡылдап иларға тотона – атаһы алдында ғәйеп тоя. Бик йыш ҡәберенә барып күҙ йәше түгеп тороуын да әйтте, тәре янында тороп ғәфүҙәр һорай икән атаһынан. Ерҙе ҡаҙып торғоҙоп та ултырыр ине атаһын, мөмкин булһа, бәлки, ул наҙын да йәлләмәҫ ине, ваҡытын да табыр ине – быларҙың барыһын да эшләргә һуң инде.
Ниндәй генә булмаһын, атай – атай булып ҡалалыр, бынан тыш, һәр эште ваҡытында эшләп, әйтер һүҙҙе ваҡытында әйтеп ҡалыу кәрәк. Аҙаҡ иламаҫ өсөн.
Оло кешеләрҙе власть тарафынан өйөнә барып ҡотлау беҙҙә йолаға әйләнгән – рәхмәт, инәй-бабай, оҙаҡ йәшәгәнең, заманында колхоз-совхозда һәйбәт эшләгәнең өсөн – бына һиңә беҙҙән шуның өсөн грамота һәм бәләкәй генә бүләк. Урындағы властыҡына ҡушып Путин, Хәмитов та берәй ҡотлау ебәреүе ихтимал. Шәп күренештер был, ни тиһәң дә, оло кешегә хәҙер бер ни кәрәкмәй, иғтибар булһа, булды. Беҙҙә былай ҙа әҙәм аҙ йәшәй, тәүге пенсияһын да күрмәй үлеп киткәндәр апаруҡ. Тик оҙаҡ йәшәү һәр саҡ бәхетле булыуҙы аңлатмай.
Яңыраҡ район түрәләре 95 йәшлек ҡарт бабайҙы шартына килтереп ҡотларға тип бер ауылға барған. Тик унда булған чиновник, лутсы бармаһам ине, тип үкенә хәҙер. Бабайыбыҙҙың күҙ нуры һүнгән, ҡасан үләм инде, йәшәүҙән туйҙым, арыным мин, балалар, тип йәнде әрнеткән һүҙҙе асыҡтан-асыҡ әйтә икән. Янында ҡыҙы ла бар, үҙе ҡарттар йортонда ла ятмай, тыуған ауылы һауаһын һулап йәшәй, тик... артабан йәшәгәһе килмәй. Бөгөндән аяҡтарын һуҙып, диванда ятып ҡына китеп тә барыр ине, ғүмере булғас, нишләһен, һаман йөрөп ята. Тормоштан ниңә биҙгән был бабай – ихтирам да, иғтибар ҙа бөттөмө икән, балалары үҙен пенсияһы өсөн генә тотамы – кеше донъяһын уртаға ярып ҡарап булмай. Бер ниндәй грамота-бүләк тә кеше йылыһын алыштыра алмай шул.
Рәсәй чиновниктарына аҡса етмәй. Әле генә улар ошо турала белдерҙе. Әҙәмсә йәшәү өсөн улар эш хаҡтарын 60%-ҡа күтәреүҙе һорай. Ҡыҙыҡ өсөн генә: федераль министрҙарҙың эш хаҡы әле 450 мең һумдан 1,73 млн. һумға тиклем еткән, депутат-сенаторҙар 450 мең тирәһе ала, ә ябай чиновник айына 120 мең һумды кеҫәгә тыға. Күп ивет? Тик етмәй. Илдә минималь эш хаҡы – 11 163 һум. Ошо аҡсаға, уларса, беҙ нормально йәшәй алабыҙ. Беҙгә етәсе. Коммуналкаһын түләргә лә, балаларға ла етә, ипотекаһына ла... Аҡса артып та ҡала әле, Аллаға шөкөр.
Күмертау буйлап китеп барабыҙ бер иптәш менән, был тирә-яҡҡа ҡаранып бара торғас, һорайһы булды: «Күрҙеңме урамдарҙа күпме иномарка, уларҙың хаҡы бит миллиондарса һум тора, кеше ҡайҙан аҡса ала икән? Бай ҡала түгел дә Күмертау. Был тормошта чиновник булырға ла байырға йәки урлап ҡына байырға була – былар күп аҡсаны ҡайҙан ала икән? Сит ил машиналарында сапҡандың барыһы ла ҡараҡ та чиновник түгелдер ҙә?..» Ошондай һорау ҡуйҙы иптәш, ә яуабын кем белә, яурын ғына һелктем. Шунан ҡаршы һорау бирҙем: «Елле машинала китеп барған анауҙың эсендә нимә ята, кем әйтә, бәлки, ул донъялағы иң бәхетһеҙ кешелер. Бай булыу бәхетле булыу тигәнде аңлатмай. Анау чиновникты ҡара – бер балаһы ла юҡ, ә икенсеһенеке бар, тик наркоман. Ә анауы байҙың ҡатыны рак сире менән үлә алмай аҙапланып ята». Ошондай фәлсәфә һатҡан булдым. «Ысынлап та, – ти был. – кешегә көнләшергә ярамай, суҡынһын байлығы, бисә минималка ала, мин саҡ ҡына күберәк, зато Себер сапмайым, гел ғаиләм менән йәшәйем, балалар тәртипле, туғандар иҫән-һау. Сулаҡ-сатан түгелмен». Ошолай тамамланыҡ һүҙҙе Күмертауҙың ике Сократы. Шунан ҡәнәғәт ҡиәфәттә тәпәйләп китеп барҙыҡ. Тәҙрәләрен ҡара менән көпләгән сит ил машиналары яндан үтә генә, ул ҡара артында ниҙәр бар – бер кем дә белмәй.
Бәхетте һәр кем үҙенсә аңлай, иң мөһиме, бер ниндәй аҡсаларға ла алмаштырып булмай торған ҡиммәттәрҙән айырмаһын. Минималкаға йәшәп өйрәнелгән, Хоҙай үҙе биргән минималкаларҙан (ғаилә бәхете, туғандар йылыһы) мәхрүм итмәһен.
Уҡыусыларҙың сығарылыш көнөнә килеп төкәлгәнсе башта елдәр уйнаны, баланың үҫеп еткәне хаҡында уй килмәне, йөрөймө йөрөй ҡыҙ, артабан да шулай булыр һымаҡ – мәктәпкә барыр ҙа ҡайтыр, юҡ-юҡта оценкаһын һорап торһаң, булды, ә былай, әйҙә, уҡыһын, уҡытыусылары бар, әсәһе бар. Һуңғы ҡыңғырау мәлендә ҡапыл уянып киткәндәй булдым – бәтәс, бөттө балаңдың мәктәп йылдары, яңы ғына ҡыҙҙың тыуғанын йыуып, ҡыуаныстан нишләргә белмәй йөрөгән һымаҡ инең, ҡайһы арала үтеп китте был ғүмер?
Ярар, быныһы. Ҡыҙ бала атай өсөн наҙлы гөл, гел бәләкәй, гел бәпес. Әсәһе тап ошо Ҡыңғырау көнөндә шаҡ ҡатырҙы: кисә ҡыҙың өсөн малайҙар һуғышҡан. Береһе һыу һипкән дә быға, икенсе малай тегене сәсрәтә яҙып биргеләгән. Күптән дуҫлашып йөрөйҙәр икән был яҡлаусы малай менән (ниндәй малай, егет уже), тағы бер нисәүһе дуҫлыҡ тәҡдим итә, артынан ҡалмай икән, тик минең ҡыҙ уларҙы кире бора, баҡһаң. Асыу килеп китте тәүҙә: нисек инде улай, ул бәләкәй ҙә баһа, ниндәй егет уйлау, ана, дәресен уҡыһын, ашарға бешерергә өйрәнһен, тегергә-сигергә... Көнләшеүме, нимәлер барлыҡҡа килде. Малайҙарҙың үҙҙәрен бәргеләрҙәй булдым. Шунан айыҡ уй килде башҡа: ә үҙең һуң ошо йәштә шеләгәйеңде ағыҙып йөрөмәнеңме ни ҡыҙҙар артынан? УУУУУ, иҫләй китһәң, кешегә әйтеүе лә оят булған ваҡыттары булды. Олоғаябыҙ, балалар өлкәнәйә, бигерәк тә бөгөнгө заманда тиҙ өлгөрәләр, ахыры, улар. Быныһы ярай, башҡа фекер ҙа яралды – бала янында гел ата-әсә булып тормайһың, ҡайҙан булаһың инде улар эргәһендә –мәктәптә нимә ҡылғандарын да белмәй ҡалаһың ҡай саҡ, ә ситкә сығып китһә инде, бөттө – нимә эшләй, кем менән аралаша, юлдарында ниндәй соҡор-таштар, кәртәләр осрап тора, ҡайҙан беләһең? Ҡыҙымды яҡлашҡан кемдер булыуына һөйөндөм, сабыйҙарыбыҙҙы алда ни көтә – билдәһеҙ, балалар ҡайҙа йөрөһә лә, уларҙы ҡурсалар кешеләр булһын ине. Беҙ барыбыҙ ҙа бала һәм барыбыҙ ҙа һәр саҡ яҡлауға-һаҡлауға мохтажбыҙ – тормош һынауҙары бигерәк күп, уны ҡай мәл бер үҙеңә генә йырып сығыу мөмкин булмай.
Ауылдарҙа эскән кеше аҙ хәҙер, юҡ, барыһы ла ташлап бөтмәне, кодироваться иткәне, аҡылға килеп, былай ташлағаны ла бар араларында, тик һуҡмыштарҙың кәмеүенең төп сәбәбе – уларҙың үлеп бөтөп барыуы. Русса әйтһәк, естественный отбор бара – башы булғаны, көслөһө тере ҡала, ә кем инде башын шешәгә тыҡҡан теге яҡҡа китә. Шулай ҙа бер-ике кеше, ауыл пейзажына йәм булып, һалдырып йөрөй. Бар ауылда ла шулай берҙән-бер тиерлек эсергә яратҡан йәшәй, йәнә лә бер ике коллегаһы бар, тик улар һирәк ысҡына, ә бының көнө араҡы менән башлана, араҡы менән бөтә. Бар ауыл өсөн бер эскән кеше әллә ни ҡыйынлыҡ тыуҙырмай, бының холҡо ла тыныс, дыулап, боларып йөрөй торған кеше түгел, аҙыраҡ һалып бирһәләр, булды, күңеле түңәрәк. Ә һалып бирәләр, ҡалайтаһың, эскән кешене тотоп туҡмап булмай, үҙ аҡылы үҙе менән, кешегә был һуҡмыш йәл дә булып китә – ни тиһәң дә, үҙ кеше, күҙ алдарында үҫте бит ул. Ошолай көн итә теге ир (ни ҡатын, ни бала юҡ, иллегә етеп барһа ла, һаман бер үҙе). Тик уның да ҡара көндәре булғылай – теге йылдар буйы эсмәй йөрөгән ике кеше эсеп китһә, бының ҡәҙере бөтә. Тегеләр ҙә өй беренсә һоранып йөрөй бит инде, бының өлөшөнә керәләр, был иргә араҡы бик тәтемәй башлай. Өс алкашты ҡарау бәләкәй ауыл өсөн ауырыраҡ. Шуға был тегеләрҙе әрләй: давайте, туҡтатығыҙ эсеүегеҙҙе, һеҙҙең арҡала мин мәхрүм йөрөйөм. Туҡтай тегеләре, был әйткәнгә түгел, үҙҙәре үлем хәленә етеп туҡтай.
Бисара ир шулай ғүмер һөрә, ә ауыл уны ҡарай, һораһа, ике-өс рюмка һалып бирәләр, ауылдың бер мәрәкәһе һымаҡ та күрәләрҙер, йәлләп тә ҡуяларҙыр, үҙ кеше ул, үлеп-нитеп китһә, ауылдың ниндәйҙер йәме юғалыр һымаҡ.
Беҙҙең халыҡ былай ҙа аҙ. Шуғалырмы йүнле йәшәгәне лә, бахыры ла яҡын, кемдер китеп барһа, бигерәк ауыр, үҙ кеше бит барыһы ла.