Все новости
Йәшәйеш
20 Июля 2018, 13:44

КЕМ ҠАЙҘА ЯЛ ИТӘ?

Барыбыҙ ҙа йәйге ялды түҙемһеҙлек менән көтөп алабыҙ. Балаларҙың оҙайлы каникулдары булһа, күптәрҙең отпускылар мәле. Был мәлде һәр кем онотолмаҫ, иҫтәлекле һәм мажаралы итеп үткәреү хаҡында уйлана, хыяллана. Йәй миҙгеле бик ҡыҫҡа, шуға ла күбеһе ҡайҙа ял итеүҙәре тураһында алдан уҡ план ҡороп та ҡуя. “Юшатыр” ҙа быйыл йәй кем ҡайҙа һәм нисек ял итә, тигән һорау менән бер нисә кешегә мөрәжәғәт итте.

Барыбыҙ ҙа йәйге ялды түҙемһеҙлек менән көтөп алабыҙ. Балаларҙың оҙайлы каникулдары булһа, күптәрҙең отпускылар мәле. Был мәлде һәр кем онотолмаҫ, иҫтәлекле һәм мажаралы итеп үткәреү хаҡында уйлана, хыяллана.

Әлфинә МӘҠСҮТОВА, Яңы Морапталдың “Алһыу” балалар баҡсаһы хеҙмәткәре:

- Ҡайҙалыр сит илгә сығып ял итеү теләге бар ҙа ул, әммә әлегә ваҡыт юҡ. Ауыл ерендә эш күп. Иптәшем Руслан Киров хужалығында КАМАЗ йөрөтә. Эшкә иртән сығып китә лә кис кенә ҡайта. Баҡса тултырып йәшелсә үҫтерәбеҙ, йыл да күпләп ҡош-ҡорт алып аҫырайбыҙ. Ике балабыҙ бар, уларға ла йорт-ҡурала эш етерлек. Быйыл йәйге ялымда кәртәләрҙе лә буяп ташланым. Онлайн аша тәрбиәселек һөнәренә уҡып та йөрөйөм. Буш ваҡытым ҡалһа, уҡыу менән мәшғүлмен.

Ғәйнетдин МӨХӘМӘТОВ, “Ватан” хужалығы етәксеһе:

- Ял итеү мотлаҡ кәрәк. Йыл да ғаиләбеҙ менән сит илгә барып ял итәбеҙ. Грецияла, Таиландта, Төркиәлә, Туниста һәм башҡа күп ерҙәрҙә булдыҡ. Быйыл ғаиләбеҙ менән Кипрҙа ял итеп, кисә генә ҡайттыҡ. Кипрҙа барыһы ла ныҡ оҡшаны, рәхәтләнеп ял иттек, диңгеҙҙә йөҙҙөк, был илдең мәҙәниәте, йолалары менән таныштыҡ. Эштә командабыҙ көслө булғас, хужалыҡ өсөн борсолманыҡ. Сөнки беҙҙең хужалыҡта ышаныслы, үҙ бурыстарын белеп башҡарған кешеләр эшләй. Шуныһы ҡыуандыра: беҙ юҡта ла беҙҙең хеҙмәткәрҙәр үҙ эштәрен тырышып, еренә еткереп башҡарғандар.

Виктория КУДИНОВА, районда йәштәр эше буйынса комитеттың баш белгесе:

- Әле Ялтала ял итәм. Ундағы тәбиғәт, һауа, диңгеҙ барлыҡ мәшәҡәттәрҙе онотоп, рәхәтләнеп ял итеү мөмкинлеге бирә. Үҙебеҙҙең машина менән килдек, ныҡ оҡшай. Уларҙың мәҙәниәте, тәбиғәте, халҡы, аш-һыуы, туристар өсөн тыуҙырылған шарттары һәм экскурсиялары ла бик оҡшай. Бар ергә лә сәйәхәт ҡылырға тырышам. Воронцова һарайында булдым, рәхәтләнеп катерҙа ла йөрөнөк. Иң оҡшағаны Ҡырым күпере булды.

Әнисә ТҮЛӘГӘНОВА, ҡаланың М. Исҡужин исемендәге 13-сө һанлы башланғыс мәктәбе директоры:

- Стартты үҙебеҙҙең Шүлгәндән башланым. Ағиҙелдә һыу инеп, мәмерйәне, Бабсаҡ бей ҡорғанын күреп ҡайттым. Һис шикһеҙ тыуған яҡтарыбыҙ, Урал тауҙарыбыҙ һоҡландырғыс. Үҙемдең машинала Башҡортостанды урап сығырғамы йә арыраҡ йөрөп ҡайтаһымы, тигән уйҙар бар ине, ләкин диңгеҙҙең дә үҙенә бер сере барҙыр инде, бер күрһәң, күрге килеп тик тора.

Иң ҡулайлы бюджет варианттарҙың береһен һайлап, Хостелға интернет аша бронь эшләнем дә, сыҡтым да киттем. 7500 һумға ике яҡҡа ла билет алдым да, поезға ултырып юлландым Сочиға. Әле ял итеп ятам, Мәскәү әртистәре менән бер бүлмәлә йәшәйем. Уларҙың темалары бөтөнләй икенсе, хәс параллель донъянан килгән кеүектәр.

Сочи бик матур, таҙа ҡала. Бында тормош гөрләй генә. Кеҫәңдең ҡалынлығына ҡарап төрлө ергә сәйәхәт ҡылырға ла була. Ҡыҫҡаһы, Сочи ҡояшы “Юшатыр”ға ла ҡайнар сәләмдәрен юллай.

Нурия ШӘРИПОВА, Бахмут ауыл советы хакимиәте башлығы:

- Ял итеү рәхәт, әлбиттә, әгәр һинең күңелең тыныс булһа. Мин быйылғы йәйге ялымда балаларым менән Төркиәгә барып ҡайттым. Матур итеп ял итергә була, әгәр бар нәмәне лә онотһаң. Сит ерҙә эшең менән, ауылдар менән бәйләнештә булмағас, ныҡ борсолдом. Бер һүҙ менән әйткәндә, етәксе кеше рәхәтләнеп ял итә алмайҙыр ул. Үҙем эшләгән биләмәгә ингән ауылдар ни хәлдә икән, эштәр барамы, берәй проблема килеп сыҡманымы, тигән уйҙар баштан аҙ үтмәне. Ситтә йөрөһәң дә, ял итһәң дә, һәр саҡ эш баштан сыҡмай.

Раян АРАПТАНОВ, Илкәнәй мәктәбе директоры:

- Сит илдә йә республикабыҙ буйынса ғына ял итеү урындары күп түгел, ә күрә белгән кешегә үҙебеҙҙең районда ла иҫ-киткес матур урындар бар. Мәҫәлән, беҙ яңыраҡ ғаиләбеҙ менән Холодный Ключ янындағы Аҡтау тип исемләнгән матур тауҙы барып күрҙек. Тирә-яғындағы сүп-сарҙарын да йыйҙыҡ. Беҙгә бик оҡшаны. Ә сит илгә барырға ауыл кешеләренең ваҡыттары бик юҡ шул. Йәй тиҙ генә үтә лә китә, ҡош-ҡорттарҙы үҫтереп, баҡса эштәрен дә ҡарап өлгөрөр кәрәк.
Читайте нас: