Все новости
Йәшәйеш
20 Июля 2018, 14:31

СҮП ӨҪТӨНӘ СҮМӘЛӘ

Йәй рәхәте, футболға әүрәп, күп кенә яңылыҡтарҙы белмәй ҙә ҡалабыҙ. Пенсия йәше, НДС, яңы паспорт алғанға хаҡтар һ.б. матур яңылыҡтарҙы ҡолаҡ янынан ғына үткәрәбеҙ. Тағы ла бер һәйбәт яңылыҡ бар. Киләһе йылдан яңы коммуналь хеҙмәт өсөн түләй башлайбыҙ.

Йәй рәхәте, футболға әүрәп, күп кенә яңылыҡтарҙы белмәй ҙә ҡалабыҙ. Пенсия йәше, НДС, яңы паспорт алғанға хаҡтар һ.б. матур яңылыҡтарҙы ҡолаҡ янынан ғына үткәрәбеҙ. Тағы ла бер һәйбәт яңылыҡ бар. Киләһе йылдан яңы коммуналь хеҙмәт өсөн түләй башлайбыҙ.

Ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары өсөн. Уларҙы респбуликала бер нисә оператор ғына ташый, эшкәртә ала, беҙҙең Күмертау, Көйөргәҙе бәхетенә Ишембай эләкте. Йәғни, беҙҙең ҡый-һайҙы Ишембайға ташыясаҡтар. Иң юғары хаҡ та был хеҙмәт өсөн беҙҙә буласаҡ – бер кубометрға 542 һум. Өфөнөкөнән дә (унда 515,3 һум) юғарыраҡ. Күҙ алдына баҫтырһаң, былайыраҡ була: ауылда йыйылып киткән эре сүбеңде элекке һымаҡ ҡайҙалыр алып барып түкмәйһең, тоҡҡа тултырып урамға сығарып ултыртаһың, уны машина килеп алып китә. Ишембайға. Бының өсөн ай һайын түләргә кәрәк буласаҡ, әлбиттә. Кемдер минең сүбем юҡ, артыбыҙҙан йыйыштырып торабыҙ, тип тә әйтә алырмы, йән башына ҡарап бүленерме барыһы ла, әлегә аңлап етмәйбеҙ. Тик кем түләмәй, уларға штраф һалынасаҡ, тиелгән – күләме 2000 һум. Яңы закондың айышына төшөнөргә теләп, беҙ ҡалдыҡтарыбыҙҙы ташыясаҡ оператор «ЭКО-сити» ойошмаһына сыҡтыҡ, улар ҡалала йәшәгәндәр фатирҙарының квадрат метрҙарына ҡарап түләр, ә ауыл халҡы нисек түләр, әле уйлашабыҙ, тинеләр. Бәлки, һәр ауылға махсус бункерҙар урынлаштырырбыҙ. «Юшатыр» был хаҡта ни уйлай икән тип, бер нисә ауыл башлығына мөрәжәғәт итте.

– Ауыл халҡының кеҫәһенә ныҡ һуғасаҡ был яңы түләүҙәр. Дөрөҫөн әйткәндә, көндәлек мәшәҡәттәр менән был хаҡта әлегә бик уйлаған да юҡ, нисек булыр, ҡалайтып эшләрбеҙ яңы закон менән, ваҡыты еткәс, беленер.

Ильяс ЮЛДЫБАЕВ, Таймаҫ ауыл биләмәһе башлығы:

- Ҡырағай хәл был. Былай ҙа саҡ йәшәгән ауыл кешеһен бөлдөрөү генә. Әле генә йыл буйына нисәмә арба ҡый түгәбеҙ, ә Ишембайға ташый башлаһалар, халыҡ нисек түләр? Сход һайын аңлатабыҙ халыҡҡа, нимә була-булмай, был яңы түләүҙәр тураһында бик уйланмай кеше. Киләһе йылдан ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары тип аҡса йыйырға булһа, бар ауылдың тирә-яғы сүп менән туласаҡ – кеше ҡыйын йәшәреп урман буйҙарынамы – ҡайҙа тура килә, шунда түгә башлаясаҡ. Йән башынан мотлаҡ түләргә тип кенә әйтмәһәләр инде.

Евгений АНДРЮШИН, Ленин ауыл биләмәһе башлығы:

– Был проблема менән ныҡлап шөғөлләнгән юҡ әле. Ауыр булыр тибеҙ. Ана, Бахмут халҡы сүбен машинала алып киткән өсөн ай һайын һәр йорттан 50 һум йыя, беҙ ҙә шулай итергә булдыҡ, сходта барыһы ла риза һымаҡ ине, аҡса һорап йөрөй башлағас, 20% халыҡ ҡына бирергә ризалашты. Бахмуттарҙың да яртыһы түләүҙән баш тартҡан, ахыры, хәҙер. Беҙ бит халыҡҡа әллә ни нәмә бирмәйбеҙ, ала, һорай ғына беләбеҙ. Бына әле беҙҙәге хужалыҡ малдарын һуя, һыйырҙарҙы бөтөнләй юҡ итәләр, ә унда 35 кеше эшләй ине. Әле барыһына ла эштән китеү тураһында уведомление биргәндәр. Бына ППМИ программаһының һөҙөмтәһе бар, халыҡ үҙҙәре өсөн нимәлер эшләнә икәнен күрә, унда ла әле күптәр аҡса биреүҙән баш тарта. Был сүп ҡалдыҡтарын Ишембайға ташыуға аҡса һорай башлаһалар, белмәйем, эштәр нисегерәк булыр. Бар ауырлыҡ тағы ла силсәүиттәргә төшөр инде, ярар, өйрәнгән баш, халыҡ менән һөйләшербеҙ, аңлатырбыҙ.

P.S Яңы түләүҙәр буласаҡ тип, күреүебеҙсә, әлегә бик баш ҡатмай. Көнө килеп еткәс, ҡулдарға квитанциялар тотторғас ҡына уйланырбыҙ, моғайын. Былай ҙа коммуналка тип ете тире һыҙырыла, хәҙер ҡалдыҡтар өсөн дә өҫтәмә ала башлаһалар, аҙ ғына килемдең ҡайһы еренән йолҡоп түләрбеҙ? Сүп өҫтөнә сүмәлә өйөлә генә...


Читайте нас: