Все новости
Йәшәйеш
2 Августа 2018, 18:55

БАЛАНС

Ул саҡта уға 57 йәш ине. Яңғыҙы ғына ятаҡтың бер бәләкәй бүлмәһендә тора, юҡ-юҡта хәл белешергә инәм, айныҡ сағын тап итергә тырышам. Ағай һалдырырға ярата, донъялағы тороп ҡалған бар йыуанысы араҡылыр бахырҙың. Ауыл кешеһе ул, ғүмеренең күп ваҡыты ҡалала үтте, заманында техникум бөткән (элек техникум белеме ныҡ юғары һанала ине, күп кеше СПТУ-нан ары китә алмай торғайны), ҙур ғына урындарҙа ла эшләп өлгөргән.

Ул саҡта уға 57 йәш ине. Яңғыҙы ғына ятаҡтың бер бәләкәй бүлмәһендә тора, юҡ-юҡта хәл белешергә инәм, айныҡ сағын тап итергә тырышам. Ағай һалдырырға ярата, донъялағы тороп ҡалған бар йыуанысы араҡылыр бахырҙың. Ауыл кешеһе ул, ғүмеренең күп ваҡыты ҡалала үтте, заманында техникум бөткән (элек техникум белеме ныҡ юғары һанала ине, күп кеше СПТУ-нан ары китә алмай торғайны), ҙур ғына урындарҙа ла эшләп өлгөргән.


Араҡы менән дуҫлығы шул кешегә кәрәкле урында эшләгәндә башланғандыр – тегенеһе лә һыйлай, быныһы ла, файҙаһы тейерҙәй кеше бит ағай, күңелен күрергә теләүселәр байтаҡ булғандыр. Хәҙер генә береһенә лә кәрәкмәй, ятаҡтың тынсыу, ҡыҫынҡы бүләмәһендә йәшәп ята. Ярар ошо бүлмәне ни ғиллә менәндер алып ҡалған әле, ауылдағы тыуып үҫкән йорто күптән емерелгән, тыуған-тыумасаның да йүнлеһе ҡалмаған.

Бер барып кергәндә һалмыш ултыра был. «Ә, мырҙа килгәнһең икән», - тип шатлығын йәшермәне, совет заманынан ҡалған бәләкәй холодильнигын асты, унда коньяк, араҡы, тағы әллә ниндәй эсемлек ултыра – байыған был. Гелән йә тәмәке, йә аҡса теләнселәп йөрөгән ағай әллә ниндәй бер түрә кешенең йорто тирәһендәге ваҡ-төйәк эшен башҡарып ҡайтҡан икән.
Тегеһе йомарт булғандыр, алҡымынан алғансы ашатып та, ҡулына төйөнсөк тоттороп та ҡайтарған. Ағайҙың рәсми эшләгән эше юҡ, ара-тирә кемгәлер шулай эшләшеп аҡса таба, тапҡанының күбеһе араҡыға китә (арзанды ала, Күмертауҙың бер йортонда литр ярым шешә самопал араҡы 120 һум ғына тора). Ятаҡтағы коммуналка хаҡы ла ҡыйбат, араҡынан тыш ошо түләүгә күп китә. Ашарына күп кәрәкмәй, үлмәҫлек аҙ-маҙ ҡапҡылаһа – булды. Пенсия йәшен еткерә алмай йонсой был. Пенсияға сыҡһа, стабильно аҡса килеп торор ине, былайтып теләнселәнеп йөрөмәҫ ине. Рюмкаға коньяҡ ҡойған ыңғайы гел һөйләгән һүҙҙәрен әйтеп ҡуйҙы: «Эх, мырҙа, ҡасан пенсия йәше етә инде». Һаулыҡ та шәптән түгел бының, эшкә уны кем алһын. Кешегә барып эшләгәндә лә хәле бөтөп ҡайта, көсө күпкә етмәй. Ҡасан пенсияға сығам инде тигәне, ҡасан ҡартаям инде тигәндәй яңғыраны, минең яуап итеп әйткәнем тупаҫыраҡ яңғыраны булыр: «Илдәге ирҙәрҙең урта статистик йәшенә еткәнһең (ул саҡта ирҙәрҙең уртаса йәше 57 йәш тирәһе ине, һуңғы йылдарҙа ҡапыл ғына ирҙәр оҙаҡ йәшәй башланы ла ҡуйҙы, әллә ысынлап шулай булды, әллә алдайҙар), хәҙер үлһәң дә үкенес түгел». Бының күҙе аҡайҙы: «Ты што, мырҙа, йәшәйем әле».
... Пенсия аҡсаһын бер йыл алып өлгөрҙө. 61-ҙә китеп барҙы ағай. Дәүләткә оҙаҡ ҡына эшләне ғүмерендә, гел эшһеҙ йөрөмәне, пенсия фондына йыйылған аҡсаһының бер мыҫҡалын алырға өлгөрҙө бахыр.
Бар биргәндәребеҙ, яҡшыһы ла, яманы ла донъялыҡта үҙебеҙгә әйләнеп ҡайтһа ине лә. Алыр ҙа, бирер ҙә нәмәбеҙ ҡалмай, барыһы ла бер тигеҙ баланста булып баҡыйлыҡҡа китһәк ине.


Читайте нас: