Полиция һәм янғын һүндереүселәр белдереүенсә, ҡалалағы сауҙа үҙәктәренең барыһы ла тиерлек Кемероволағы «Ҡышҡы сейә»нән яҡшыраҡ түгел. Шулай булһа ла, күпләп ябылған үҙәктәр хаҡында ишетелгәне булманы. Үткән аҙнала ғына ҡалабыҙҙағы Камаз-Үҙәк тип йөрөтөлгән сауҙа нөктәһе ябылды, сөнки янғынға ҡаршы система эшләмәгән, бында техник хеҙмәтләндереү ҙә үткәрелмәгән, халыҡтың, янғын сығып китһә, ҡасыр урындары төрлө әйберҙәр менән тултырылған булған. Өҫтәүенә подвалда вентиляция ла эшләмәгән. Бына барлыҡ ошо хаталарҙы бөтөргәнгә ҡәҙәр был Үҙәк ябылып тора.