Все новости
Йәшәйеш
31 Августа 2018, 14:27

Үҙ ерендә бөткәс кәрәге

Ирҙәрҙең үҙ илендә толҡа тапмай Себергә сығып китеүҙәре хаҡында беҙ яҙғаныбыҙ булды. Һуңғы йылдарҙа ирҙәр генә түгел, гүзәл заттарыбыҙ ҙа төркөм-төркөм булып Себер юлын тапай. Шулай уҡ илебеҙҙең башҡа эрерәк ҡалаларына, хатта, сит илдәргә сығып киткәндәр бар.

Ирҙәрҙең үҙ илендә толҡа тапмай Себергә сығып китеүҙәре хаҡында беҙ яҙғаныбыҙ булды. Һуңғы йылдарҙа ирҙәр генә түгел, гүзәл заттарыбыҙ ҙа төркөм-төркөм булып Себер юлын тапай. Шулай уҡ илебеҙҙең башҡа эрерәк ҡалаларына, хатта, сит илдәргә сығып киткәндәр бар.


Ҡатын-ҡыҙҙар бит милләт киләсәге, йорт йылыһын һаҡлар әсәләр, ә һыуыҡтарҙа туңыр заттар түгел. Түбәндәге матур шиғырҙа әйтелгәнсе, фәрештәһе өйҙөң сығып китә. Ниңә улай? Бының сәбәптәрен барыбыҙ ҙа аңлайбыҙ, әлбиттә. Эш юҡ, эше булһа ла, йүнле генә хеҙмәт хаҡы юҡ. Беҙ бер нисә ауылға шылтыратып, унда яҡынса нисә ҡатын-ҡыҙ ситкә китеп эшләүе хаҡында мәғлүмәт тупланыҡ. Таймаҫта — 5, Свободала - 6, Яҡшымбәттә — 1, Яңауылда 1 гүзәл зат сит яҡтарҙа аҡса эшләй.

Бөгөн беҙгә ғаиләһен тәьмин итер өсөн тыуған яҡтарынан алыҫҡа сығып китергә мәжбүр булған бер нисә әсәй үҙҙәре һөйләй.

Рәлиә ҒӘЛИӘХМӘТОВА, 28 йәш, Күмертау ҡалаһы:

- Рустар әйтмешләй: «Везде хорошо, где нас нет». Сит яҡтарҙа һине берәү ҙә ҡолас йәйеп ҡаршы алып тормай. Бар ерҙә лә үҙеңә әрһеҙ булыу кәрәк. Мин Себергә вахта менән йөрөп эшләйем. Бер йыл була инде. Тәүге ваҡыттарҙа бик ныҡ ҡыйын булды. Кеше, бигерәк тә, ҡатын-ҡыҙҙар бар нәмәгә лә өйрәнә бит инде. Шулай итеп ҡыйынлыҡтарға ла өйрәнеп китәһең. Мин ашнаҡсы ярҙамсыһы булып эшләйем. Балаларҙы ҡалдырып, шулай вахта менән эшләргә тура килә. Тыуған яҡта аҡсалы эш булһа, ҡатын-ҡыҙҙар шулай ситкә китеп эшләп йөрөмәҫ ине. Ғаиләләре, балалары эргәһендә, йорт йылыһын һаҡлап ҡына йәшәр ине лә бит.

Альбина НӘҒИМОВА, 33 йәш, Күмертау ҡалаһы:

- Мин тәүҙә Мәскәүгә ҡунаҡҡа ғына барғайным. Шунан бында оҡшап ҡалды ла, эшкә урынлашып, ҡалдым да ҡуйҙым. Мәскәүҙә йәшәү ҙә, эшләү ҙә миңә ныҡ оҡшай. Бына бер нисә йыл инде балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләйем. Эшемде, балаларҙы яратам. Ошонда килгәнемә, яратҡан эшемдә хеҙмәт иткәнемә бер ҙә генә үкенмәйем. Бында хеҙмәтем өсөн лайыҡлы эш хаҡы алам, аҡса фатирға түләргә лә, барыһына ла етә. Мәскәүҙә әсәйем һәм ҡыҙым менән бергә йәшәйбеҙ. Үҙебеҙҙең Күмертауға кире ҡайтырға бер ҙә генә йыйынмайым. Отпуск ваҡытында тыуған яҡтарыма ҡайтҡан саҡта, туғандар-таныштар менән һөйләшергә тура килә. Уларҙың бик бәләкәй генә эш хаҡын алыуҙарын яҡшы беләм. Баламдың киләсәк тормошон уйлап, тыуған яҡтарға кире ҡайтмаясаҡмын. Бында ҡыҙымдың артабанғы тормошона перспективалар күп.

Ильнара ҮЛМӘҪБАЕВА, 36 йәш, Таймаҫ ауылы:

- Мин алыҫ Себерҙә 8 йыл эшләйем. Нимә әйтәһең инде, бындағы эште еңел тип бер ҙә генә әйтеп булмай. Ашнаҡсы эшен үҙегеҙ беләһегеҙ, иртә таңдан алып ҡара кискә тиклем бил бөгөргә тура килә. Башҡортостанда был һөнәр эйәләренең эш хаҡы күпме икәнен дә әйтеп тормайым, үҙегеҙ ҙә яҡшы беләһегеҙ. Бик көлкө генә хеҙмәт хаҡына эшләп йөрөйҙәр улар. Мин 45 көн эшләйем дә, 45 көн ял итәм. Ауыр булһа ла, түҙергә тура килә, эш хаҡы арыу, Аллаға шөкөр. Баланы уҡытырға, ипотека өсөн түләргә кәрәк. Ҡайҙа бараһың инде, шулай итеп, нисек тә булһа, тырышып, аҡса эшләргә тура килә. 5 мең һум хеҙмәт хаҡына эшләп, алыҫ китеп булмаясаҡ. Шуға күрә ауырлыҡтарға ҡарамай, Себер тарафтарына сығып китергә тура килде. Бында ирҙәр генә түгел, вахта менән эшләгән ҡатын-ҡыҙҙар ҙа күп. Күбеһенсә Башҡортостандан һәм Алтайҙан. Башҡортостандан күберәк тә әле улар.

Лилиә ЗӘЙНӘҒӘБДИНОВА, 39 йәш, Түкән ауылы:

- Мин 3 йыл инде Мәскәү ҡалаһында эшләп йөрөйөм. Бында килеп эләгеүем ҡыҙыҡ ҡына килеп сыҡты, бер ҡасан да Башҡортостанымды ташлап, сит ергә китергә тигән уй башымда ла юҡ ине. Ә яҙмыш үҙенекен итте. Тормош шулай була икән ул. Районда федераль миграция хеҙмәтендә эшләнем. Мәскәүҙә тәүҙә вахта менән эшләгәйнем, хәҙер инде бында бөтөнләй йәшәйем һәм эшләйем. Әле «Азбука вкуса» фабрикаһында хеҙмәт итәм. 2 көн эшләйем, 2 көн ял итәм. Бында беҙ төрлө һуттар, емеш-еләктән микстар эшләйбеҙ. Эш ауыр инде, шулай ҙа бирешмәйбеҙ. Беҙҙең кеүек ауылда тыуып үҫкән ҡыҙҙар бер эштән дә ҡурҡып тормай. Эшләгәнгә ҡарап, аҡсаһын да түләйҙәр. Быйыл мин «Иң яҡшы хеҙмәткәр» тигән маҡтаулы исем дә алдым әле, фотоһүрәтемде Почет таҡтаһына элеп ҡуйҙылар. Башҡортостандан килгән ҡыҙҙар менән бергә фатирҙа торабыҙ. Ата-әсәйемдәр: «Ҡыҙым, ҡайт кире был яҡҡа», - тиҙәр ҙә ул. Районда яҡшы хеҙмәт хаҡы булған эш табып булмаҫ тип, бер ҙә генә ҡайтҡы килмәй әле ул. Тыуған яҡтар, туғандар, балалар һағындыра, әлбиттә. Ҡыҙым Стәрлетамаҡта медицина колледжын тамамланы, улым Күмертау авиация техникумында белем ала. Үҙем тол ҡатынмын. Балаларҙы уҡытырға, кейендерергә, ҡулдан килгәнсе ярҙам итергә кәрәк. Башҡортостандан Мәскәүгә эшкә килгәндәргә һәр ваҡыт ярҙам ҡулы һуҙам, сөнки күп ерҙә кешене алдайҙар, эшләтәләр ҙә аҡсаһын түләмәйҙәр. Мәскәү, Себер тип ҡатын-ҡыҙҙар бушҡа ғына сығып китмәй бит инде. Һәр береһенең үҙ яҙмышы, сараһыҙлыҡтан, эш юҡлыҡтан, балаларҙы аяҡҡа баҫтырыр өсөн тыуған яҡтарын ташлап китергә мәжбүр булалар. Бында Башҡортостандан килгәндәр, башҡорттар бигерәк күп. Шулай үҙебеҙсә, бер-беребеҙгә ярҙам итеп, илебеҙҙең баш ҡалаһында көн итеп ятҡан булабыҙ. Эшкә тип сығып китеп, юғалып ҡуйғандар ҙа бар. Шуға күрә яҡташтарыма: «Берәй ергә эшкә сығып китер булһағыҙ, таныштар, туғандар аша тәүҙә белешеп, шунан ғына килегеҙ. Ҡыҙғанысҡа, ябай ауыл кешеләрен алдарға, еңел юл менән аҡса эшләргә тырышыусылар бар ерҙә лә табыла», - тип әйтер инем.
Читайте нас: