Себерҙә күҙ уңында тотҡанда ла шулай. Үткән аҙна аҙағында интернеттағы Күмертау ҡалаһы, эш эҙләйем тигәнгә оҡшаш төркөмдә Сорғотҡа 18-40 йәшлек ҡатын-ҡыҙҙы эшкә саҡырабыҙ, ситтән килгәндәргә йәшәргә урын була, вокзалда ҡаршы алабыҙ, эш хаҡы 100 мең һум тиелгән. Ҡатындар комплектацияһы төрлө булһын, тип тә өҫтәгәндәр. Ниндәй эш хаҡында һүҙ барғанын аҙыраҡ булһа ла донъя күргән кеше шунда уҡ аңлағандыр. Былтыр «Юшатыр» Себерҙә фәхишәлек менән кәсеп иткән бер ҡатын хаҡында яҙҙы, ошо юл менән ул Күмертауҙа фатир алған. Унда барып магазинда һатам, ысталауайҙа эшләйем, тип ҡайтып һөйләп йөрөгәндәрҙең барыһы ла дөрөҫөн әйтә тиһеңме, тип тә сер асты. Беҙҙең яҡтан байтаҡ ҡыҙҙар унда тән һата, йәнәһе. Әле бына яңы ғына йәнә бер ҡатын менән һөйләшергә тура килде, эх, йәш үтте, мин дә енси юл менән аҡса табырға риза булыр инем, былай айына 10-15 мең һумға бил бөгөп, донъяның бер рәхәтлеген дә күрмәй йәшәгәнсе, тип үкенес белдерҙе.
Бер кемгә лә хөкөмдар була алмайбыҙ. Һәр кем үҙ яҙмышына үҙе хужа. Йөрәкте сәнсеү ала: ҡатын-ҡыҙ гүзәллекте, сафлыҡты аңлатыр зат. Йәшәйем, ашайым, кейенәм тип өлгөлө әсә, тоғро ир ҡатыны тигән милли һыҙаттарҙы ла аяҡ аҫтына һалып тапар ниндәй заман был?