Иҫләйһегеҙме, былтыр ғинуар айында: «Күмертау ҡалаһының «Кристалл» предприятиеһына ҡараған «Химчистка» банкрот хәлендә. Был предприятиеға тағы ла ҡала мунсаһы инә (быныһы әлегә табышлы эшләй - сауналар асып бөтһәләр ҙә, кеше йыуынырға бында күп йөрөй). «Химчистка»ны әле һатыуға ҡуйғандар. Мунса менән Химчисткала барлығы 31 кеше эшләй (шуның 14-е Химчисткала). Әгәр ҙә һатылып ҡуйһа, 14 кеше эшһеҙ ҡаласаҡ. Әйткәндәй, был Химчистка ҡалала 1966 йылдан бирле эшләй», - тип яҙғайныҡ.
Банкрот хәлендәге «Химчистканы» һата алмай аҙаплана торғас, ниһайәт, уға хужа табылған. Урынына берәй завод, фабрика булыр тиһегеҙме? Юҡ, бының алғы яғында «Магнит» магазины буласаҡ. Әле бинаны ремонтлап йөрөйҙәр. Бинаның артҡы, кер йыуа торған яғын «Альянс» йәмғиәте һатып алған. Уның етәксеһе Аркадий Александрович Сидорин әйтеүенсә, бында кер йыуыу эше ҡалдырылған, химчистка ла эшен дауам итәсәк.
Шулай итеп, тиҙҙән тағы бер «Магнит»лы буласаҡбыҙ.