Все новости
Йәшәйеш
7 Сентября 2018, 10:14

«ҠОРҺАҠ ҮҪТЕРГӘНСЕ, КАРТУФ ҮҪТЕР»

Көҙҙөң тәүге айы башланды. Сентябрь айы - ауыл халҡы өсөн картуф ҡаҙыу айы, тиһәң дә, яңылыш булмаҫ. Бер аш өҫтәлебеҙҙе лә картуфһыҙ күҙ алдына килтереп булмай. Унан әллә нисәмә төрлө ризыҡ әҙерләнә. Икенсе икмәгебеҙ менән табыныбыҙ һәр саҡ һыйлы. Шулай итеп, бөгөнгө көндә иң актуаль булған төп ризыҡтарыбыҙҙың береһе тураһында булыр һүҙебеҙ.

Көҙҙөң тәүге айы башланды. Сентябрь айы - ауыл халҡы өсөн картуф ҡаҙыу айы, тиһәң дә, яңылыш булмаҫ. Бер аш өҫтәлебеҙҙе лә картуфһыҙ күҙ алдына килтереп булмай. Унан әллә нисәмә төрлө ризыҡ әҙерләнә. Икенсе икмәгебеҙ менән табыныбыҙ һәр саҡ һыйлы. Шулай итеп, бөгөнгө көндә иң актуаль булған төп ризыҡтарыбыҙҙың береһе тураһында булыр һүҙебеҙ.


Картуфты ауылда ғына түгел, бәғзеләр үҙҙәренең ҡала янындағы баҡсаларында ла бик теләп үҫтерә.Әммә йыл да шул баҡса хужаларынан: «Минең һуғанды, һарымһаҡты йолҡоп алып киткәндәр, кәбеҫтәне урлағандар, картуфты ҡаҙып алғандар», - тигән һүҙҙәрҙе күпләп ишетергә тура килә.

Кемдер яҙҙан алып, бил бөгөп, тир түгеп үҫтергән йәшелсәһен, берәү килеп, тиҙ генә үҙенеке итә. Бындай ояты булмаған әҙәмдәр уның менән генә хушһынмай әле, баҡса йортоноң йоҙағын ҡутарып инеп, уның эсен дә «таҙартып» сыға. Ҡыҙғанысҡа, бик йыш күҙәтелгән ошондай күренештәр арҡаһында күп баҡсасылар әллә күпме аҡса түгеп, кеше өсөн үҫтерәбеҙме ни, тип баҡсаларын ташлайҙар. Картуф хәҙер элекке кеүек уңмай бит, тигәндәр ҙә аҙ түгел. Үҙегеҙ күрәһегеҙ, Күмертау ҡалаһы янында ғына ташландыҡ баҡсаларҙың иҫәбе-һаны юҡ. Бер заман ҡала яны баҡсалары бөтөнләй юҡҡа сыҡһа ла, аптырарлыҡ түгел.

Ҡала тирәһендә урлаусылар күп, баҡса тотоуҙан файҙа юҡ, лутсы магазинға барҙың да алдың, йәнең тыныс, тип уйлаһаҡ, ауыл халҡы ла картуф сәсеүҙең йүнле яғын күрмәй башланы. Картуф уңмай, колорадо ҡуңыҙы ашай, сығымы күп һәм башҡа сәбәптәр таба улар. Ташландыҡ картуф баҡсалары һәр ауылда бар. Элекке картуф ҡаҙыу өмәләрен, шул саҡта көлгә күмеп бешерелгән картуф еҫтәрен һағынып һөйләргә генә ҡалды. Беҙ икенсе икмәгебеҙ һәм баҡсасылыҡ проблемаһын асыҡлар өсөн ҡала баҡсалары ширҡәтлеге етәксеһенә, бер нисә ауыл старостаһына, ябай халыҡҡа һәм шулай уҡ, ни өсөн картуф хәҙер мул уңыш бирмәгәнен белер өсөн ауыл хужалығы белгесенә мөрәжәғәт иттек.

Валерий ПЕТРОВ, Күмертауҙағы баҡсасылар ширҡәтлеге етәксеһе:

- Баҡсасылар һаны кәмей, тип әйтә алмайым. Кемдәрҙер баҡсаларын ташлап тора, ә уларҙың урынына яңылары килеп тора. Хатта, баҡсасылар һаны артыуға табан бара, тиһәң дә, яңылыш булмаҫ. Бөгөнгө көндә 9700 баҡсаның 5600 тирәһенең хужаһы бар. Бөтә баҡсаларҙа ла һыу етәрлек. Түләү хаҡын да кәметтек. Урлашыу бик көслө инде. Ныҡ урлашалар. Уның менән нисек кенә көрәшһәк тә, бөтөрә алмайбыҙ. Төҫлө металдан алып баҡса емештәренә тиклем, бөтә нәмәгә айыу майы һөртәләр. Өйһөҙҙәр буш торған йорттарҙа йәшәй башлай, янғын сығаралар. Шуға ҡарамаҫтан, беҙ нисек кенә булһа ла баҡсасылыҡты һаҡлап ҡалырға тырышабыҙ.

Альмира ЙӘНБИРҘИНА, Молокан ауылы старостаһы:

- Һәр ауылдағы кеүек беҙҙең ауылда ла картуф сәсмәгән кешеләр бар. Оло йәштәгеләрҙең барыһы ла сәсә, ә бына йәштәрҙең ҡайһы берҙәре ялҡаулана, сәсмәй. Картуф ерен матур итеп һөрҙөрһәң, утап, күмеп торһаң, уңышы ла мул була. Быйыл йәй ямғырҙар аҙ булғас, уңыш былтырғыға ҡарағанда әҙерәк, әлбиттә. Шулай ҙа етәрлек. Йәштәр: «Беҙ магазиндан һатып алабыҙ. Унда йәйен дә, ҡышын да картуф һатыла. Хаҡы ла ҡыйбат түгел», - тиҙәр. Әллә ҡайҙан сит илдән магазинға килтерелгән картуфтың тәме үҙебеҙҙекенә етмәй шул. Бөтә йәштәр ҙә ялҡау, баҡса үҫтермәй, тип әйтеп булмай. Йәштән эшләп өйрәнгәндәр, ауылда матур итеп тормош көткәндәр ҙә етәрлек. Шулай уҡ беҙҙең ауылда «Әсәлек капиталы»на йорт һатып алып, ҡаланан күсеп килгәндәр ҙә бар. Улар инде ҡала тормошона, еңелгә өйрәнгән, баҡса үҫтерәйек, картуф сәсәйек, тип тырышып ятмай. Күмәк балалы ғаиләләр күп. Ауылда ла йәшелсә-емеште урлаусылар табылып тора. Ундайҙар төндә картуфыңды ҡаҙып алып китергә лә күп һорамайҙар. Аңлайым, уларға ла ашарға кәрәк. Әммә ауылда торғас, баҡса тултырып йәшелсә-емеш үҫтерергә була бит. Бына шундай күңелде ҡырған алама күренештәр күҙәтелә, ҡыҙғанысҡа. Элек ауылыбыҙҙа картуф сәселмәгән бер буш урын юҡ ине лә бит. Хәҙер ул урындарҙы сүп үләне баҫҡан.

Татьяна ИСҠУЖИНА, Таймаҫ ауылы:

- Беҙҙең бөтәбеҙҙең дә картуфты магазиндан ғына һатып алыу мөмкинлеге бар, әлбиттә. Рәхәт тә инде, сәсеп, утап, күмеп, ҡаҙып алып ыҙаларға түгел, күпме кәрәк, барҙың да һатып алдың. Әммә, үҙең үҫтергән, экологик яҡтан таҙа картуфҡа бер нәмә лә етмәй шул. Ҡайҙа, ниндәй шарттарҙа үҫкәнен дә белмәгән картуфты ашағы ла килмәй бит. Шуға күрә беҙ йыл да үҙебеҙ картуф сәсәбеҙ. Үҙең үҫтергәне тәмле лә, туҡлыҡлы ла.

Әхәт ИСХАҠОВ, Түбәнге Бабалар ауылы:

- Картуф ултыртмаусылар ныҡ күбәйеп киткәйне бер ваҡыт. Бына 2-3 йыл элек картуф үҫтереү яңынан тергеҙелә башланы, тиһәң дә, була. Боронғо урындарға ла ултырта башланылар. Ултыртмаусылар һирәк хәҙер. Яйлап булһа ла, кешеләр үҙең үҫтергән күпкә яҡшы икәнен аңлай башланы, күрәһең. Күбеһенсә йәштәр баҡса үҫтерергә йывана. Быйыл беҙҙә ҡоролоҡ, картуф насарыраҡ. Ҡағыҙҙан эшләнгән колбаса, әллә ниндәй йәшелсә-емеш ашағың килмәһә, ауылда баҡса үҫтереп, мал тотоп йәшәйһең инде.

Ғәфүр ҠАҘАҠБАЕВ, Түкән ауылы:

- Ауылда бер заман күптәр бәрәңге ултыртмай башлағайны. Һуңғы йылдарҙа яңынан ултырта башланылар. Беҙҙә баҡсаларында картуф үҫтермәгәндәр бик һирәк. Магазинға барған һайын, картуф һатып алып торғандарҙы күрһәм: «Оялмайһығыҙмы, ауылда йәшәп картуф та ултыртмай ни», - тип әрләйем.

Хәҙер минең алда берәү ҙә картуф һатып алмай. Күбеһенсә яңғыҙ йәшәгәндәр, балалары булмаған ғаиләләр сәсмәй. Балалары ишле ғаиләләр картуфты күпләп үҫтерә. Йәштәргә гел генә: «Күп итеп картуф сәсегеҙ. Үҙегеҙҙән ҡалғанын һатырһығыҙ. Картуфтың хаҡы бар бит. Ҡорһаҡ үҫтергәнсе, картуф үҫтерегеҙ», - тип әйткеләштерәм. Беҙ элек бөтә эште ҡул көсө менән башҡарҙыҡ. Картуфын да бер нисә баҡса ултырта инек. Ә хәҙер кешеләр еңел генә йәшәргә тырыша. Бар эште техника башҡара. Элек бәрәңгене малға ла ашата торғайныҡ. Хәҙер кеше малды ла аҙ тота. Беҙҙең заманда бесән сабырға ла урын булмай торғайны. Бәрәңгенең эше ауыр, әлбиттә. Шулай ҙа заманында уның изгелеген күп күрҙек. Спиртзаводҡа тапшыра инек. Ырымбурға алып барып һаттыҡ. Ырымбурҙа Башҡортостандан килгән бәрәңгене тәмле тип көтөп кенә торалар ине. Һаман хәтерҙә, йәш саҡта балаларҙы уҡыуға кейендерергә тип Ырымбурға картуф һата барҙыҡ. Башҡортостандан икәнде белгәс, сират теҙелде. Бөтәһенә лә етмәй. Бер ҡатын: «Миңә ике генә бәрәңге ҡалдыр инде», - тип үтенде. Ике бәрәңгене нишләтәһең һуң тигәс: «Һеҙҙең ике бәрәңгене һалһаң да, аш шул тиклем тәмле була бит», - тип яуапланы.

Хәҙер беҙ үҙебеҙгә етәрлек кенә сәсәбеҙ. Элек бит картуф ныҡ уңа торғайны. Һуңғы ваҡытта нишләптер уңмай. Үҙем дә аптырайым. Әллә төрлө-төрлө орлоҡ сәсеп, орлоҡто боҙоп бөттөк. Аңламаҫһың. Мин үҙем төрлөһөн сәсеп ҡараным. Сәскән ерен дә алыштырам. Барыбер элекке кеүек уңдырып булмай, ә элек ҡайҙа ҡуйырға белеп булмай ине.

Азат КИНЙӘҒОЛОВ, Киров исемендәге хужалыҡтың баш агрономы:

- Картуфтың элекке ваҡыттарҙағы һымаҡ мул уңыш бирмәүенең сәбәбе орлоҡтан да, ерен алмаштырыуҙан да түгел, ә климаттың үҙгәреүенәндер, тип уйлайым. Хатта, ҡайһы бер кешеләр һәйбәт орлоҡ тип Баймаҡ, Йылайырҙан да алып ҡайтып сәсеп ҡарай, әммә барыбер мул уңыш алыуға ирешмәй. Үҙегеҙ күреп тораһығыҙ, һуңғы йылдарҙа көндәр бик эҫе тора, эҫе елдәр иҫә. Ямғыр аҙ яуа. Элек бит ямғыры ла ваҡытында һәм күберәк яуа ине, йылғаларыбыҙ ҙа тулыраҡ булды. Йылдан-йыл климат үҙгәрә бара. Шунлыҡтан картуфтың да уңышы түбән, тип әйтер инем.
Читайте нас: