Все новости
Йәшәйеш
18 Сентября 2018, 13:59

ЙӨРӨГӘН АЯҠҠА ЙҮРМӘ ЭЛӘГӘ

Көйөргәҙе районы халҡы иғтибарына!

Көйөргәҙе районы халҡы иғтибарына!

2014 йылдың 26 июнендә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең

264-се һанлы «Айырым категория граждандарға социаль контракт нигеҙендә адреслы социаль ярҙам күрһәтеү тәртибе» (АСПК) ҡарары үҙ көсөнә инде.

Адреслы ярҙам Рәсәй Федерацияһы гражданы булған, Башҡортостан Республикаһында йәшәгән, уртаса килеме йән башына йәшәү минимумынан аҙыраҡ булған аҙ тәьмин ителгән граждандарҙың айырым категорияһына ғариза буйынса бер тапҡыр ғына бирелә.

АСПК алыу хоҡуғы:

а) күп балалы ғаиләләргә;

б) балалы, тулы булмаған ғаиләләргә (ата-әсәнең береһе генә тәрбиәләй);

в) баланы (балаларҙы) опекаға (попечителлеккә) алыусы ғаиләләргә;

г) инвалид балалары булған ғаиләләргә;

д) балалы, ата-әсәнең береһе йәки икеһе лә инвалид булған ғаиләләргә;

е) яңғыҙ йәшәгән 18-ҙән алып 60 йәшкәсә ирҙәргә, 18-ҙән алып 55 йәшкәсә ҡатын-ҡыҙҙарға бирелә.

АСПК буйынса граждандарға:

а) эшһеҙ, шәхси эшҡыуар тип теркәлмәгән кешеләргә үҙҙәренең эшен асып ебәреү өсөн 100 мең һумға тиклем аҡса;

б) шәхси йорт хужалығы булдырыу өсөн (һыйыр, сусҡа, һарыҡ, йорт ҡоштары, уларға аҙыҡ алыу өсөн, баҡсасылыҡ һәм умартасылыҡ менән шөғөлләнер өсөн 50 мең һумға тиклем аҡса бирелә.

АСПК алыр өсөн түбәндәге документтар кәрәк:

1) банктағы иҫәп һаны;

2) 14 йәштән алып ғаиләлә ағзаларының барыһының да паспорты;

3) ғаилә составы тураһында справка;

4) ғариза яҙған кешенең һәм уның ғаиләһе ағзаларының хеҙмәт кенәгәһе (эшләмәгән кешеләр, ғаризала бер ҡайҙа ла эшләмәүен белдерә);

5) ғариза яҙыусы һәм уның барлыҡ ғаилә ағзаларының һуңғы 3 айға ҡарата килеме тураһында справкалар;

6) бәләкәй балалы ғаиләләр өсөн һәр баланың тыуыу тураһындағы танытмаһы;

7) никахҡа теркәлгән булһалар, танытмалары;

8) пенсия страховкаһы танытмалары;

9) инвалидтар өсөн инвалидлыҡ справкалары.

Был документтарҙан тыш, тулы булмаған ғаиләләргә: никахты тарҡатыу танытмаһы, бер ата-әсәнең мәрхүм булыуы тураһында танытма, атаһы тураһында мәғлүмәт булмауы тураһында 25-се һанлы форма буйынса справка кәрәк буласаҡ.

2018 йылда Көйөргәҙе районында бындай 10 социаль контракт төҙөлгән. Әгәр һеҙ ҙә юғарыла әйтелгән аҙ тәьмин ителгән граждандарҙың айырым категорияһына ҡарайһығыҙ икән, социаль ярҙам алыу өсөн документтар юллай алаһығыҙ.

Бөтә һорауҙар менән Ермолаево ауылындағы Тыныслыҡ проспектындағы 10-сы һанлы йортта урынлашҡан МФЦ-ға мөрәжәғәт итергә кәрәк буласаҡ. Шулай уҡ бындағы телефон аша (8 347 57) 61 -2- 45 йәки Мәләүездә, Ленин урамы, 142-се һанлы йортта урынлашҡан филиалға (8 347 64) 3-39-44 телефон һандары аша мөрәжәғәт итә алаһығыҙ.
Читайте нас: