Все новости
Йәшәйеш
25 Сентября 2018, 11:14

ТАҒЫ ШУЛ ҺЫЙЫР ТУРАҺЫНДА...

Ҡайһы бер категория ғаиләләргә бушлай һыйыр йә башҡа мал-тыуар биреүҙәре хаҡында гәзитебеҙҙә һәм «Юшатыр» гәзите төркөмөндә яҙғайныҡ.

Ҡайһы бер категория ғаиләләргә бушлай һыйыр йә башҡа мал-тыуар биреүҙәре хаҡында гәзитебеҙҙә һәм «Юшатыр» гәзите төркөмөндә яҙғайныҡ. Был мәғлүмәт беҙҙең уҡыусыларҙы ныҡ ҡыҙыҡһындырҙы.

Кемдәрҙер бындай ярҙам төрө тураһында бөтөнләй ишетмәгән булып сыҡты. Ҡайһы берәүҙәр ҡайҙа мөрәжәғәт итергә һуң, МФЦ-ға шылтыратһаҡ, унда бер нәмә лә белмәйбеҙ, тип яуаплайҙар, тип күптәр беҙгә яҙа, шылтырата башланы. Шуға күрә гәзит уҡыусыларыбыҙҙың ошо һорауҙарын күҙ уңында тотоп, был темаға тағы бер әйләнеп ҡайтмайынса булдыра алманыҡ һәм тиҙ генә Ермолаеволағы МФЦ-ға шылтырытып белешә һалдыҡ. Операцион залдың начальнигы Денис Иванович Востриков:

- Беҙ граждандарға бындай адреслы социаль ярҙам күрһәтелеүе хаҡында беләбеҙ, әлбиттә. Әммә хеҙмәткәрҙәрҙең ҡайһы берҙәре был турала белмәй, күрәһең. Хәҙер беҙ уларға әйтербеҙ. 6-12-45 һандары буйынса беҙгә шылтыратһындар, белешһендәр, аңлатырбыҙ барыһын да, - тигән яуап ҡайтарҙы.

Шулай итеп, беҙ МФЦ-ға шылтыраттыҡ, әйттек. Тағы ла шул адреслы ярҙам менән бәйле ниндәйҙер ҡатмарлыҡ килеп сыҡһа, беҙгә яҙығыҙ, шылтыратығыҙ.
Читайте нас: