Все новости
Йәшәйеш
12 Октября 2018, 14:08

СӘСКӘЛӘР АЛИҺӘҺЕ

Йәйге осор - иң матур, иң гүзәл ҡабатланмаҫлыҡ сихри мәл.

Йәйге осор - иң матур, иң гүзәл ҡабатланмаҫлыҡ сихри мәл. Ошо ваҡытта күҙҙең яуын алырҙай ғәжәйеп сәскәләр үҫтереп, үҙенең рухи байлығын күрһәтеүсе гүзәл заттарыбыҙ хаҡында яҙмаҡсыбыҙ.


Абдул ауылында йәшәүсе өлкән быуын вәкилдәре - ябай һәм матурлыҡҡа ынтылыусы апайҙар күп. Ауылыбыҙҙың һәр ихатаһында, мәктәп, балалар баҡсаһы, мәсет йортонда сәскәләрҙең ниндәйе генә юҡ! Розалар, ромашкалар, питониялар, бәрхәт һәм лилиәләр, миләүшәләр...

Шундай матурлыҡты тыуҙырыусылар араһында иң күркәм ихаталы Гәүһәр Ниғәмәтйәнова апайҙың йортона туҡталдыҡ һәм сихри матурлыҡта, хуш еҫ таратып балҡып ултырған сәскәләр донъяһында бик оҙаҡ хисләнеп йөрөнөк. «Сәскәләр үҫтерергә мине әнием - Фәниә Абдрахман ҡыҙы әйҙәне. Унан сәскәләрҙе тәрбиәләү серҙәрен бик ентекләп өйрәндем. Хәҙер төп йортта шундай матурлыҡ тыуҙырыуыма бик шатмын, - тип һөйләне Гәүһәр Ғәни ҡыҙы, - Уларҙы аңларға, яратырға, көн һайын улар менән һөйләшергә кәрәк». Хужабикәнең тырышлығы күҙгә күренеп тора. Ҡапҡа алдынан өйгә тиклем күҙҙең яуын алып торған мөғжизә. Эсе тулы сәскәле тирмә ҡорған, түтәлдәрҙә, төрлө һауыттарҙа сәскәләр күҙҙең яуын алып ултыралар. Бына беҙҙең алда вертикаль форма бирелгән оҙон өйөм. «Уларҙы бик ныҡ тәрбиәләйем, тәүге тәжрибәм. Тирмә эсендә эштән арып килгәс ял итәм, ҡунаҡтар ҡаршылайым, сәскәләрҙе юбилей, тыуған көндәргә бүләк итәм», - ти сәскәсе.

Шулай уҡ йорттарын биҙәп, әллә ҡайҙан үҙҙәренә тартып ултырыусы сәскәләрҙе Фәриә Собханғолова (80 йәш), Ләлә Собханғолова (73 йәш), Лена Хөсәйенова (75 йәш), Шәмсеҡәмәр Ғайсина (80 йәш), Зөбәржәт Хөснөтдинова, Фәниә Ниғмәтуллина һәм башҡаларҙа күреп һоҡланып, ауылыбыҙҙың уңғандарын барланыҡ.

Көҙ етте. Әле сәскәләр бирешергә теләмәй, ҡойолмайҙар, һаман да саф, күҙҙең яуын алып ултыралар. Оло йәштәге ауылдаштарыбыҙҙың да күңелдәре шул сәскәләр кеүек матур, тип һығымта яһап ҡуйҙыҡ. Улар ҡартлыҡ ялында ла ҡул ҡаушырып ултырмайҙар, бөгөнгөгә ҡыуанып тирә-йүнгә матурлыҡ өләшәләр, кешеләрҙе, тормошто яраталар.
Читайте нас: