Беҙҙең гәзиткә даими яҙышып тороусыларҙың береһе — Яҡуп ауылынан Ҡорбанғәли Сөләймәновтан ошондай йөкмәткеле хат килеп төштө. «Көйөргәҙе районында заготконторалар бөтөрөлөүенә хәҙер 5-6 йыл, шул арҡала ауыл халҡы һарыҡ йөнөн, мал тиреһен ҡайҙа тапшырырға белмәй аптырай. Бер кеше йөндөң килоһын 7-8 һумдан йыйып йөрөгәйне ауылға килеп. Әле быйыл Татарстандан килеп уның килоһын 30 һумдан йыйып алып киттеләр. Баҡтиһәң, теге 7-8 һумдан йыйып йөрөгәне лә шунда, Татарстанға, алып барып тапшырған икән. Шунан матур итеп быймалар баҫып, ҡыйбатҡа һаталар. Ә хәҙер кеше һарыҡ тиреһен дә йүнләп тунап тормай, ырғыта ла ҡуя. Элек ит-картуфын да, төрлө үләндәрен дә, селек һеперткеһенә хәтлем заготовителдәргә тапшыралар ине. Йәлке, сырье әрәм була. Йыйып алһалар, халыҡҡа ла әҙ-мәҙ булһа ла файҙаһы тейер ине. Элегерәк, хатта, Ленинградтан килеп, гел үгеҙ тиреһен генә йыйып алып китәләр ине. Күн әйберҙәр тегеп һатабыҙ, ти торғайнылар. Хәҙер кешеләр ойоҡбаштарҙы ла үҙҙәре бәйләмәй, әллә ҡайҙан килтерелгәнде ҡыйбат хаҡҡа магазиндан һатып алалар ҙа ҡуялар. Беҙҙә элекке әҙерләүҙәр контораһын яңынан тергеҙеү бик тә кәрәк, тип уйлайым, шуға ныҡ өмөтләнәм. Уның ауыл халҡына әҙ булһа ла ярҙамы тейер ине», - тип яҙа ул.
Август баштарында Дәүләт Думаһында Рәсәйҙә ошондай заготконтораларҙы яңынан тергеҙергә кәрәк, тигән фекер яңғыраны. Дәүләт Думаһының тәбиғәт ресурстары буйынса Комитеты рәйесе Николай Николаев: «90-сы йылдарҙа илдә төрлө еләк-емеш әҙерләү өсөн 18 меңдән ашыу контора эшләй ине. Хәҙер уларҙың 715-е генә ҡалды. Халыҡ урманда үҫкән емеш-еләкте үҙҙәренә генә түгел, ә һатыу өсөн дә йыйырға тейеш. Бындай юл менән студенттар ҙа аҡса эшләп алыр ине», - ти.
Эйе, элек заготконторалар, тире һәм йөндән тыш, төрлө емеш-еләк, дарыу үләндәре лә ҡабул иткән. Һуңғы йылдарҙа бындай загонтконторалар бөттө тиерлек. Был турала ошо өлкәлә эшләгән бер нисә кешенең фекерен дә белештек.
- Ҡулланыусылар йәмғиәте системаһында 1985 йылдан алып 18 йыл тирәһе эшләргә тура килде миңә. 1930 йылдарҙа ойошторолған загонконторалар ауыл кешеләренә ҙур ярҙам итте. Унда тауыҡ йомортҡаһынан башлап, емеш-еләк, һарыҡ йөнө, мал тиреһе, йүкә, картуф, һөйәк, сепрәк, ҡағыҙ, дарыу үләндәре, ҡомалаҡ, муйыл, бал, иген, ит, ҡош йөндәре һәм ҡауырһындарын да ала инек. Йыйған әйберҙәрҙе һаҡлар өсөн һыуытҡыстар, складтар ҙа булды. Ана шул булған нәмәнең барыһын да бөтөрҙөләр. Ауыл халҡы бында әйберҙәрен тапшырып, заманына күрә арыу ғына аҡса эшләп ала ине. Хәҙерге һымаҡ итемде ҡайҙа тапшырайым икән, картуфымды нисек һатайым икән, тип аптырап ултырманылар. Ит-картуф һатып та аҡса эшләй ине кеше. Әле алып-һатарҙар ауыл халҡы ыҙалап үҫтергәнде бик арзан хаҡҡа ғына алып китәләр. Районда ла ҡулланыусылар йәмғиәтенең 130-140-лаған магазины булды, хәҙер шуның 20-ләгәне генә ҡалды. Әлеге заманда дарыу үләндәрен дә Ҡытайҙан алып киләләр. Үҙебеҙҙә юҡмы ни? Картуфты ла Египеттыҡын ашайбыҙ. Тимәк, ул илдәрҙә ошоноң кеүек заготовителдәр яҡшы эшләй. Заготконтораларҙы бер һүҙһеҙ тергеҙергә кәрәк. Әммә ул бик төплө уйланылған, алып-һатыуға ғына ҡоролмаған, ысын мәғәнәһендә халыҡҡа ярҙам итерлек кимәлдә булырға тейеш. Дәүләт ярҙамы ла булһын ине.
- Беҙҙең заготконтора 7-8 йыл тирәһе элек, районда иң аҙаҡҡыларҙан булып ябылды. Мин унда йыл ярым ғына эшләп өлгөрҙөм. Халыҡтан тире, йөн, сепрәк, макулатура йыя торғайныҡ. Әҙләп булһа ла емеш-еләктәрен дә килтерҙеләр. Әммә һуңғы йылдарҙа ауылдарҙа заготовителдәр эшләмәгәс, тире-йөндәрҙе килтереп тапшырыуы күп сығым талап итә башланы. Тиренең килоһы 30 һум ғына. Ҡайҙандыр ауылдан әллә күпме бензин яндырып килеп тә, бер тиренән шул яғыулыҡ хаҡы ла ҡапланмай. Шуныһы ла бар: беҙ үҙебеҙҙең аҡсаға тире-йөн йыябыҙ, шунан ҡайҙандыр Пенза яғынан килеп алып китәләр. Уның аҡсаһы беҙгә кире 3-4 айҙан ғына әйләнеп ҡайта. Бер машиналыҡ, йәғни 10 тонналыҡ йөн йыйырға тура килә. Элекке заготконтораларҙы тергеҙһәләр, бик һәйбәт булыр ине. Субсидия бирепме, дәүләт берәй нисек ярҙам итһә, яҡшы булыр ине. Халыҡ хәҙер малдың тиреһен дә, һарыҡ йөнөн дә бер ҡайҙа ла тапшырып тормай, ташлай ҙа ҡуя. Әле Ермолаевола Дамир Ғафаров тигән кеше макулатура ҡабул итә.
Заготконтораның бөгөнгө хәлдәре ысынбарлыҡта нисек икәнен белергә теләп, уның әлеге хужаһы Дамир Ғафаровтың да фекерен белергә теләгәйнек, әммә ул ни сәбәптәндер беҙҙең менән бәйләнешкә сығырға теләмәне, эш урынында ла уны тота алманыҡ.