Все новости
Йәшәйеш
26 Октября 2018, 13:47

ЯМАНҺАРЫЛАР ТИК ЯТМАЙ

Яманһарыла ошо көндәрҙә ауыл халҡының сираттағы сходы үтте.

Яманһарыла ошо көндәрҙә ауыл халҡының сираттағы сходы үтте.


Илдәге хәлдәр, шул иҫәптән, закондар үҙгәреп тора, халыҡ нисек тә тормоштағы үҙгәрештәргә ҡулайлашырға, хатта ҡулынан килгәнсә донъяһын яҡшыртырға тырыша. Яманһарылар ҙа тик ятмай, был йыйылышта байтаҡ ҡына социаль мәсьәләләр уртаға һалып тикшерелде. Бына киләһе йылдан сүп-сарҙы Ишембайға ташый башлаясаҡтар, бының өсөн күпме түләйәсәкбеҙ, әлегә билдәле түгел. Шулай ҙа 120 һум самаһы булыр, тип ошо йыйылышта әйткәс, йыйылышҡа килеүселәр өндәшмәй генә риза булды.

«ППМИ программаһына эләгергә кәрәк, ауыл зыяраты ҙур, кәртәләре эшкинерлек түгел, ошо эшкә тотонһаҡ, нисек ҡарайһығыҙ?», - тигән һорау ҡуйылды халыҡ алдына. «Ыңғай ҡарайбыҙ», - тине яманһарылар. «Был эште уңышлы башҡарып сығырға 1,2 млн. һум аҡса кәрәк, өй башынан йыйған аҡса ла апаруҡ буласаҡ», - тине йыйылышты ойоштороусылар. Булһа була инде, ғүмеребеҙ бөткәс, барыбыҙ ҙа шул зыяратҡа барып ятабыҙ бит. Ни өсөн миллион һумдан артыҡҡа төшәсәк? Сөнки зыяратты штакетник менән түгел, ә тимер кәртә менән уратырға тигән уртаҡ фекергә килделәр. Булғас-булғас, шулай ныҡ булһын.

Яманһарылар бер юлы яңы староста ла һайлап ҡуйҙы, сөнки элеккеһе Себергә эшкә киткән. Уның урынына Рауил Йәмиловты һайланылар.
Читайте нас: