Все новости
Йәшәйеш
30 Октября 2018, 12:04

АТТАРҒА МИКРОЧИПТАР ҠУЙЫЛА БАШЛАЯСАҠ

Яңы закондар буйынса һәр мал иҫәпле булырға тейеш.

Яңы закондар буйынса һәр мал иҫәпле булырға тейеш. «Юшатыр» һыйырҙарҙы биркалау буйынса байтаҡ яҙҙы. Районда күпме һыйыр, һарыҡ-кәзә биркаланғаны тураһында ла мәғлүмәт бирҙек, әммә аттар менән генә проблема бар ине.


Закон буйынса аттарға бирка түгел, ә микрочиптар ҡуйылырға тейеш. Ундай микрочиптарҙы малға ҡуя белергә лә кәрәк бит әле. Шуның өсөн кисә «Ватан» хужалығында райондың барлыҡ участка ветеринарҙарын был һөнәргә өйрәттеләр. Бөгөнгө көндә районда барлығы 1,5 мең тирәһе баш ат иҫәпләнә, әлегә шуларҙың 20-һенә, йәғни Ф.Шахов хужалығында ғына микрочип ҡуйылған . Шуға күрә район ветеринарҙарын алда ҙур эш көтә. Шулай уҡ ҡайһы бер хужалыҡтарҙа аттарҙың тиреһен көйҙөрөп билдә (таврирование) эшләгәндәр.

«Чип ҡуйылғас, малдарҙы урлау бөтөрмө икән?» - тигән һорауҙы ла бирмәйенсә булдыра алманыҡ. «Юҡ, чип урлауҙан ҡотҡармай. Уның өсөн глонасс кәрәк бит, ә ул бик ҡыйбат. Малың юғалһа, уны шул бирка йәки чипына ҡарап, кемдеке икәнен әйтеп була», - тинеләр. Мәҫәлән, яңыраҡ Санйында бер мал табылған, шылтыратып номерын әйткәс тә, уның кемдеке икәнен шунда уҡ әйтеп биргәндәр. Тағы бер миҫал: бер мәл ҡала буйлап бер ат саптырып йөрөгән, уны тотоп алып, кемдеке икәнен белә алмағас, ике көн бикләп тотҡандар. Шунан интернетҡа фотоһын ҡуйып ҡына, аттың Таймаҫта йәшәүсе хужаһы табылған. Әйткәндәй, бер чип ҡуйыу хаҡы 150 һум тора. Киләһе йылдан бесәй-эттәргә лә ошондай уҡ микрочиптар ҡуйыла башлаясаҡ, тиҙәр.
Читайте нас: