Все новости
Йәшәйеш
9 Ноября 2018, 11:56

ӨФӨЛӘРГӘ БАРЫП ҠАЙТТЫҠ…

Ял көнө Өфөгә барҙыҡ. БСТ саҡырыуы буйынса.

Ял көнө Өфөгә барҙыҡ. БСТ саҡырыуы буйынса. Ҡапыл ғына әйтелгәс, уны-быны уйлап тороу юҡ, бүләген, юлға аҡсаһын хәстәрләргә кәрәк тигәндәй, ә бына һауа торошо тураһында онотоп ебәрҙек буғай – машинала йәйге тәгәрмәстәр, фаралар йүнле янмай, тәҙргә һыу һиптергес эшләмәй (аҡсаһыҙлыҡ заманы, әлегә ярай, тип тик йөрөйбөҙ, ә әлегә тигәнбеҙ әллә күпме ваҡытҡа һуҙыла ла китә). Оҙаҡ булдыҡ Өфөлә, Нәғим Нурғәлин һуңланы, спектаклдә ҡатнаша икән, уны апаруҡ көтөп ултырҙыҡ. Улай-былай программаны төшөргәнсе ваҡыт байтаҡ үтте, көн кисләне. Һәм ҡотороноп ҡар яуа башланы. Өсәүләшеп БСТ биргән мендәрҙәрҙе тейәп (артта ултырғанға аҫтына ел өрә ине, шәп булды был мендәрҙәр) ҡайтырға ҡуҙғалдыҡ. Өфөнән сыҡҡан арала уҡ һиҙелде: килгәндәге кеүек шәп кенә, ихахайлашып ҡайтып булмаҫ. Бер аҙ барғас вапшы ҡот китте – тегендә лә, бында ла авария. Саҡрым һайын тиерлек юл ремонтлайҙар бит, юлға ҡуйған бетонмы, түгелгән ҡырсынмы асыҡ күренмәй, шулар өҫтөнә менә лә китә машиналар йәки бара ла бәрелә, етмәһә, юл тайғаҡ. Бәрелгәндәре лә арыу машиналар бит әле, ҡыйбатлы сит ил автомобилдәре (ҡайтҡас, берәүгә һөйләгәйнек, шәп булған, шул кәрәк байҙарға, тине), уларҙың сифаты һәйбәт, юлда үҙҙәрен ышансылы тота, ниңә бәрелгәндәрҙер, әллә артыҡ шәп ҡыуғандар. Беҙ яй барырға тырышабыҙ, 60-70 км/сәғ. самаһы, бәғзеләр юлдың ситенән авария сигналдарын яҡтыртып яй ғына бара – тәгәрмәстәре йәйге. Бер саҡ янда ултырған ҡатын ҡысҡырҙы: бәреләбеҙ! Баҡһаң, уң яҡта юлсы ремонтниктарҙың бетон кәртәһе булған икән, күрмәгәнбеҙ, саҡ ҡына ҡалды, рулде бороп өлгөрҙөк - Хоҙай һаҡланы. Бер аҙ барғас күрәбеҙ, ике машина (сит илдекләр) бәрелешеп ултыра, араларында саҡ ҡына интервал бар. Тормозға баҫһаҡ, тегеһе тотманы ла ҡуйҙы, тегеләргә бәрелергә саҡ ҡына ҡалғас, беренсе скоросты тоҡандырып мең бәлә менән яндарынан үтеп китә алдыҡ. Хәс тә Сират күперен үткәндәге кеүек булды ҡайтыуыбыҙ, тәҙрәнән йүнле күреп булмай, етмәһә, тәгәрмәскә саморез кергән дә яйлап бушай, уны, күпмелер барғас, тултырып алырға кәрәк... (Был машина үҙ ғүмерендә эт күрмәгәнде күрҙе, бармаған ере, кермәгән тишеге ҡалманы, тигәндәй, шулай ҙа беҙҙе бер саҡта ла һаулыҡҡа зыян килтерерлек хәлдә ҡалдырманы, рәхмәт уға).

Килгәндәге һымаҡ хахылдап барыу бөттө, һәр кем үҙ уйына төңөлдө. Артта ултырған гүзәл затыбыҙ әллә ниндәй доғалар уҡый башланы. Бына хәҙер улай-былай булып (Аллам һаҡлаһын), үлеп ятһаҡ, бигерәк иртә өҙөлә бит ғүмерҙәр. Һәр кемдең балалары бар. Ҡыҙыҡ, үлһәк, некрологта нимә тип яҙырҙар ине икән? Биографияны яҙырҙар ҙа (уның нимәһен яҙаһың, ике-өс һөйләм булыр, мир алдында күп итеп яҙырлыҡ эш ҡырған юҡ) уның яҡты иҫтәлеге беҙҙең күңелдәрҙә һаҡланыр, тиерҙәр. Һаҡланыр һаҡланмай ни, күмгәс тә оноторҙар – был донъяла кем кемгә хәжәт. Күмеү тигәндән, көнө бигерәк һыуыҡ – өшөп торорҙармы икән зыяратта? Балалар илар инде, бәлки, бисә лә илар. Атаҡ (ҡапыл иҫкә төштө), ә үлһәм, ипотеканы һыҙып ташларҙармы икән, әллә балалар өҫтөнә һалырҙармы? Аннулировать итһәләр, шәп булыр ине, исмаһам, был донъяла ниндәйҙер яҡшы нәмә ҡалыр ине үҙенән. Ипотеканан башҡа ла кредиттар етерлек инде, улайға китһә.

Р. Хәбировтың юлға ҡағылышлы һүҙҙәре иҫкә төшә: республикала ДТП-ла үлгәндәр һаны бер йылда 8%-ҡа үҫкән, ГИБДД начальнигы сыҡһын да үҙ-үҙенә пистолеттан атһын, тине. ГИБДД-ға рәхәт, сыҡты ла атылды, ә беҙ аварияға осрап, ни улай, ни былай булып ятһаҡ? Шунда уҡ ҡына үлһәң, яҡшы ла, ғәрип булып ҡалһаң, имгәк кеше кемгә кәрәк? Янда ултырғандар нимә уйлаған, ниндәй доғалар уҡығандыр, рулдә барғандың башынан ошондай уйҙар үтте. Машина йөрөткән кеше өҫтөндә оло яуаплылыҡ, үҙе генә булһа, черт с ним, янында еләк һымаҡ йәштәге, балалары булған ҡатындар ултыра, ир үлһә, бер бәлә, ҡатын үлһә, мең бәлә, тиҙәрме әле? Улай-былай насар хәл була ҡалһа, үҙе генә, уның ғаиләһенеке генә түгел, йәнә лә ике ғаилә ҡайғыһының сәбәпсеһе була ла баһа. Яуаплылыҡ хәтәр нәмә, мыңарсы был хаҡта башҡа бик килмәй ине, донъяла ул бер үҙе генә түгел, был кеше тормошона йәнә лә әллә нисәмә йән бәйләнгән. Бына әле, бына ошо минутта һәм.. ғүмер буйына шулай. Ҡай саҡ беҙ үҙебеҙҙе генә уйлайбыҙ ҙа (эгоизм) орҙо-бәрҙе эш ҡылабыҙ, ә артыбыҙҙа тағы ла кемдеңдер тороуы хаҡында, беҙҙең яҙмыш ептәренә тағы ла бер нисә яҙмыш бауҙары сырмалғанын онотабыҙ.
Читайте нас: