Все новости
Йәшәйеш
13 Ноября 2018, 10:54

ХОҠУҠТАР БОҘОЛМАҺЫН

“Юшатыр”ға төрлө темаларға хаттар күп килә. Сираттағы хат Яңы Таймаҫ ауылынан килде.

“Юшатыр”ға төрлө темаларға хаттар күп килә. Сираттағы хат Яңы Таймаҫ ауылынан килде. Хат авторҙары унда урындағы быуа арҡаһында фермер Владимир Кислицин һәм халыҡ араһында низағ килеп сығыуы хаҡында бәйән иткәндәр.

Был һорауҙы асыҡлау өсөн беҙ Таймаҫ ауыл советы хакимиәтенә сыҡтыҡ. Унда Таймаҫ ауыл хакимиәтенең эштәр идарасыһы Филүзә Вәлидова яуап бирҙе.

- Йыл да, ҡаҙ үҫтереү ваҡыты етһә, ошо проблема килеп сыға. Фермер В. Кислицин өҫкө быуаны үҙенә алғас, халыҡ, ҡауғалай башланы. Аҙаҡ ул өҫкө быуаны халыҡҡа биреп, үҙенең эргәһендәге аҫҡы быуаны алды. Халыҡҡа был да ярамай. Әлеге 170 кешенең ҡултамғаһы ошо өҫкө быуаға йыйналған ҡултамағалар, бер өс йыл элек ҡуйылғандар улар.

В. Кислицин быуаны 2002 йылда алды. Был һорау буйынса халыҡ менән йыйылыш 2001 йылда үтте. Унда барыһы ла фермер менән килешеп риза булдылар. Хәҙер быға күпме йыл үтте, ә ауылға яңы йәштәр күсеп килә. Был йыйылышты үткәргәндә әле хат яҙып йөрөгән йәш ғаиләләр юҡ ине. Шуға был проблема килеп сығалыр ҙа, тип уйлайым.

Быуа буйынса проблема килеп сыҡҡас, сентябрь айында, халыҡ менән осрашыу булды. Унда район муниципаль ер контроле буйынса баш инспектор Рөстәм Байгилдин килеп халыҡҡа ла фермерға ла барыһын да аңлатты. Йыйылышта В. Кислицинға быуаны уратып кәртәләп алырға ҡушылғайны, - тине Флүзә Рафаэль ҡыҙы.

Раил АРАПТАНОВ, Таймаҫ ауылы:

- Быуаны алам, тип йыйылыш үткәргәндә риза булдыҡ. Ул саҡта В. Кислицин быуаға һеҙҙең ҡош-ҡорттарығыҙ ҙа йөрөр, тигәйне. Күпмелер ваҡыт үткәс, беҙҙең ҡаҙҙарҙы ебәрмәйем, ти башланы. Беҙҙең ҡош-ҡорттарға ул быуаға барырға ярамағас, үҙ ерен кәртәләп ҡуйһын.

Владимир КИСЛИЦИН, “Александрия” крәҫтиән-фермер хужалығы башлығы:

- Был проблеманы бер үк кешеләр күтәрә. Барлыҡ ауыл өҫтәге быуаға ҡыуа ҡаҙҙарын, ә былар, өйҙәре янында булғас, минең быуаға ебәргеләре килә. Уларҙың яҙған ялыуҙары дәлилләнмәне. Миңә бысраҡлыҡ өйөүҙәре ялҡытты, мин ул кешеләрҙең үҙҙәрен судҡа бирәм. Был ялыу буйынса тикшереү булды. Ҡултамғалар быйыл ҡуйылмаған, кешеләрҙән һораһаҡ: “Беҙ ҡуйманыҡ”, - тиҙәр.

Александра КИСЛИЦИНА, фермерҙың ҡатыны:

- Ирем һәр саҡ байрамдарҙа спонсор ярҙамы күрһәтеп тора. Әле лә 60 йәшлек юбилейы менән ҡотлап ауыл хакимиәтенән, ауыл мәҙәниәт йортонан, райондан, хатта республиканан Рәхмәт хаттары, Почет грамоталары тапшырҙылар. Был бысраҡлыҡты өйөргә теләгән кешеләр күп ҡаҙҙар алды ла, башҡа халыҡ кеүек өҫкө быуаға йөрөткөләре килмәй, янындағы быуаға ебәрәм, тип ялыу яҙып йөрөйҙәр. Владимир ҡатын-ҡыҙҙар менән бәхәсләшеп йөрөмәй, ялыу буйынса тикшереү үткәрҙек, бер ҙә ғәйебебеҙ барлығы асыҡланманы. Ҡаҙҙарҙы эттәрҙән талаталар, тип тә яҙғандар. Беҙҙә бер генә эт була торғайны, хәҙер бөтөнләй юҡ. Ҡаҙҙарҙы эттәрҙән талатҡан, йә өҫтәренә солярка һипкән, тип ғәйепләүҙәре лә иҫбатланманы.

Нәүғәт ХИСМӘТУЛЛИН, район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары:

- Көйөргәҙе районы хакимиәте етәкселеге Яңы Таймаҫ ауылында йәшәүселәр һәм “Александрия” крәҫтиән-фермер хужалығы башлығы В. Кислицин менән осрашып йыйылыш үткәрҙе. В. Кислицин үҙ ихтыяры менән 2025 йылға ҡәҙәре балыҡ үрсетеү өсөн ҡуртымға алынған быуаның документтарын күрһәтте. Ф.К.Мөлөков һәм В.М. Кислицин араһында барлыҡҡа килгән низағтың сәбәбе, йәнәһе, быуаға төшкән ҡош-ҡорт селбәрәләрҙе үрсетеүгә ҡамасаулай, уларҙың ашамлыҡтарын ашайҙар. Шуға күрә лә В. Кислицин быуаға ҡаҙҙарҙы төшөрөргә рөхсәт итмәй. Ә ауыл халҡының мал-тыуары өсөн юғарыраҡ, хакимиәт ярҙамы менән төҙөкләндерелгән быуа бар.

Әлбиттә, фермерҙың был аңлатмаһы менән Ф. К. Мөлөков ҡәнәғәт түгел, һәм ул, “Дөйөм файҙаланыуҙа булған һыу объекттары” РФ Кодексының 6-сы статьяһына нигеҙләнеп, быуа менән барлыҡ ауыл халҡы ла файҙаланыуҙы талап итә.

РФ Граждандар Кодексының статьяларына ярашлы, ҡуртымға алған кеше үҙенең мөлкәте менән нисек теләй, шулай файҙаланырға хоҡуҡлы. Ул шул мөлкәт өсөн яуаплы һәм уны дөрөҫ файҙаланыу өсөн матди сығымдар бүлә.

Рәсәй “Һыу” Кодексына ярашлы, “Александрия” крәҫтиән-фермер хужалығына ҡараған һыу объекттарынан барлыҡ кешеләр ҙә файҙаланыуҙан азат ителә.

В. Кислициндың ҡош-ҡортто ҡурҡытыу, талатыу факты буйынса Рәсәй Эске эштәр министрлығының Көйөргәҙе районы бүлексәһе тикшереү үткәрә.
Читайте нас: