Все новости
Йәшәйеш
16 Ноября 2018, 11:11

СИРАТЛЫ ҮҘӘК

Республикабыҙҙа һуңғы ваҡытта күп функциялы үҙәкте “күп сиратлы үҙәк” тип йөрөтә башланылар. Халыҡ хеҙмәтләндереүҙе оҙаҡ көтөргә тура килеүҙән зарлана. Был турала республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировҡа ла күп яҙҙылар.

Республикабыҙҙа һуңғы ваҡытта күп функциялы үҙәкте “күп сиратлы үҙәк” тип йөрөтә башланылар. Халыҡ хеҙмәтләндереүҙе оҙаҡ көтөргә тура килеүҙән зарлана. Был турала республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировҡа ла күп яҙҙылар.


Сиратты оҙаҡ көтөүҙең төп сәбәбе – кадрҙарға ҡытлыҡ. Тикшереүҙәр үткән күрһәтеүе буйынса, Ишембай ҡалаһында бындай үҙәктә сират көтөү ваҡыты 97 минут булһа, Ҡырғыҙ-Миәкәлә – 71, Иглинда 67 минут, Иҫке Собханғолда 54, Благовещенда 46 минут тура килә икән. Норматив буйынса күп функциялы үҙәктә сират көтөү 15 минут булырға тейеш.

Ишембай районы хакимиәте башлығы Марат Ғайсин әйтеүенсә, урындағы үҙәккә быйыл 17 кеше эшкә алынһа, хеҙмәт хаҡының түбәнлеге һәм баҫымдың юғарылығы сәбәпле, 14-е киткән. Ишембай буйынса уртаса эш хаҡы 30 мең булһа, ә былар уртаса ни бары 16,6 мең һум ғына ала икән. Һуңғы ваҡыттағы был проблемаларҙан һуң, Башҡортостандағы күп функциялы үҙәктәрҙең хеҙмәткәрҙәренә эшенә ҡарап хеҙмәт хаҡын күтәрергә кәрәк, тип белдерҙе Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров.

Күп функциялы үҙәктәр темаһын көйләгән вице-премьер Илшат Тажетдинов әйтеүенсә, ундағы хеҙмәткәрҙәр эшенә түләүҙең өр-яңы системаһын ғәмәлгә индереү тураһындағы ҡарар проекты төҙөлгән. Уға ярашлы, хеҙмәт хаҡы башҡарылған эш күләменә һәм сифатына бәйле буласаҡ.

Беҙ ҙә Күмертау һәм Көйөргәҙе районындағы күп функциялы үҙәктәрҙең хәле тураһында уларҙың етәкселәренән һораштыҡ.

Татьяна ЯППАРОВА, Күмертауҙағы күп функциялы үҙәк етәксеһе:

-Күмертауҙа күп функциялы үҙәк буйынса проблема юҡ, тиһәк тә була. Башҡа райондар менән сағыштырғанда кадрҙар буйынса ла ҡытлыҡ юҡ. Тәүҙә беҙҙә лә сират буйынса проблема булды. Һуңғы ваҡытта Күмертау был йәһәттән күтәрелде. Хәҙер ундай проблема юҡ, күҙ теймәһен. 13-14 тәҙрә эшләй. Сиратта ултырыу ваҡыты иң күбе 10 минут. Беҙҙә лә эш хаҡы уртаса 16 мең сыға, ә хеҙмәткәрҙәр ҡулына 13 мең тирәһе ала. Ваҡытлыса республика Башлығы вазифаһын башҡарыусы Радий Хәбировтың эш хаҡын күтәреү буйынса әйтеүе, әлбиттә, ҡыуаныслы хәл. Нисек һәм ҡасан күтәрерҙәр - уныһы билдәһеҙ, шулай ҙа был яңылыҡ ҡасан булһа ла тормошҡа ашыр, тип өмөтләнәбеҙ.

Марат ТУҠАЕВ, Көйөргәҙе районы күп функциялы үҙәк етәксеһе:

-Эш күп, ә эш хаҡы аҙ. Башҡа райондарҙағы кеүек кеше табып булмай, тип әйтә алмайым, сөнки эшһеҙлек заманы. Кеше килә, тик иң күбе ярты йыл эшләй ҙә китә. Етмәһә, бында халыҡ менән аралаша белеү ҙә мөһим, психолог та булыр кәрәк.

Тәүҙә беҙҙә 5 тәҙрә булды, аҙаҡ 6-ға еткерҙеләр. Әммә, был һәр саҡ 6 тәҙрә лә эшләй тигән һүҙ түгел. Сиратты норматив буйынса 15 минуттан да артығыраҡ көттөрмәҫкә тырышабыҙ. Халыҡ август–сентябрь айҙарында күп булды. Ул саҡта сират та булғандыр, бәлки, сөнки студенттар, уҡыусылар кәрәкле белешмә артынан күп килде.

Эш хаҡын күтәреү буйынса ҡыуаныслы хәл, әлбиттә. Беҙ республика бюджетына ҡарайбыҙ, ә нисек эш хаҡын арттырырға уйлайҙарҙыр, быныһын белмәйем, - ти ул.

Хәҙер беҙҙең район һәм ҡала халҡының да һорауҙары килеп тыуа. Районыбыҙҙа уртаса эш хаҡы 36,4 мең һум, ә Күмертауҙа 35,3 мең һум. Ошо фонда бындай эш хаҡын төштә лә күрмәгән башҡа кешеләргә нишләргә? Бәлки, киләсәктә уларҙың да эш хаҡтарын күтәрерҙәр?
Читайте нас: