Все новости
Йәшәйеш
20 Ноября 2018, 12:09

БЕР ТАУЫШТАН РИЗАЛАР

Үткән аҙнала Молоканда урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы буйынса халыҡ менән йыйылыш үткәрелде.

Үткән аҙнала Молоканда урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы буйынса халыҡ менән йыйылыш үткәрелде.


Унда иҡтисад, финанс һәм инвестиция буйынса район хакимиәте башлығы урынбаҫары Айрат Зөбәйеров, муниципаль район Советы депутаты Рәүеф Намаҙғолов, Ермолаево ауыл советы депутаты Вера Фросина һәм Молокан ауылы халҡы ҡатнашты.

Ермолаево ауыл советы хакимиәте башлығы Роман Барановский алып барған йыйылышҡа халыҡ күпләп йыйылғайны. Улар бер тауыштан молокандағы элекке ауыл советы бинаһына реконструкция эшләп мәҙәниәт йортона әйләндерергә тауыш бирҙе. Был программаға ярашлы молокандар 18 йәштән үткән һәр кешенән иң әҙендә 500-әр һум йыйырға һөйләште. Шулай уҡ эш барышында өмә ойоштороп сүптәр түгергә, техника менән бушлай ярҙам итергә риза булыусылар ҙа табылды.

ППМИ программаһы буйынса бар эште лә күҙәтеп контролдә тотоу маҡсатында мәҙәниәт йорто, фельдшер-акушерлыҡ пункты, китапхана хеҙмәткәрҙәренән торған инициатив төркөм дә һайланды.
Читайте нас: