- Иҫке Отрада ауылындағы зыяратты кәртәләү өсөн яҡынса 1 млн һум аҡса кәрәк буласаҡ. Иҫәпләп ҡарағандан һуң һәр йортҡа 1500-әр һум аҡса йыйырға килеп сыҡты. Был программаға ярашлы спонсор ярҙамын “Лесагротранс” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Азамат Яҡшыбаев күрһәтәсәк. ППМИ буйынса был беҙҙең беренсе генә йыйылыш булды. Шуға ла барыһы ла яҡынса һөйләшелде, ә икенсе йыйылышта барыһын да раҫлаясаҡбыҙ, - тине Отрада ауыл советы хакимиәте башлығы Галина Майорова.