Все новости
Йәшәйеш
20 Ноября 2018, 11:31

ҺӘР КЕМ ЯҘА АЛА

Шәбағышта ла урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы буйынса йыйылыш үтте.

Шәбағышта ла урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы буйынса йыйылыш үтте.


Бында халыҡ тракторға аҫылмалы тағылмалар алырға һөйләште. Уның хаҡы 594 мең һум буласаҡ. Программаға ярашлы был сумманың 90 меңен халыҡтан (70-әр һум тура килә), 54 меңе спонсорҙарҙан, 50 меңен район бюджеты бүлә һәм ҡалған 400 мең һумы программа буйынса бүленәсәк.

Йыйылышта башҡа мәсьәләләр ҙә күп күтәрелде. Эко-сити яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенән вәкил дә килгәйне. Ул сүп ташыған өсөн яңы йылдан аҡса ала башлау тураһында һөйләне. Халыҡ ризаһыҙлығын белдерҙе, аҡсаға биреп ебәрер сүп-сар юҡ беҙҙә, тиештеләр.

- Әлегә хаҡтар билдәһеҙ, шулай ҙа 10 декабрҙән дә ҡалмай хаҡтар билдәле буласаҡ. 1 ғинуарҙан сүп-сар артынан машина киләсәк, графигын алдан әйтербеҙ, - тине Эко-ситиҙан килгән хеҙмәткәр.

Һалым түләү, ундағы ташламалар тураһында, ҡышын юлдарҙы ҡарҙан таҙартыу буйынса ла һорауҙар булды. Халыҡ менән тығыҙ бәйләнештә булыу маҡсатында Шәбағыш ауыл советы хакимиәте башлығы Әлфиә Ханбәкова тарафынан интернет селтәрендәге Вконтаткте төркөмөндә ауыл биләмәһенең шәхси бите булдырыласаҡ. Бында 1 декабрҙән һәр кем Әлфиә Мансур ҡыҙына үҙенең һорауҙарын, тәҡдимдәрен туранан-тура яҙа аласаҡ.
Читайте нас: