Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировҡа хаттар, ялыуҙар килеүен дауам итә. Шулай уҡ уларҙың һәр береһе Радий Фәрит улын ҡунаҡҡа саҡыра. Инциденттар күҙәтеп барыла һәм һәр береһенә яуаптар бер нисә сәғәт эсендә беҙгә килеп тора.
Бына тәүгеһе: «Күмертауға килегеҙ! Гагарин паркы артындағы элекке дауахана бинаһын килеп күрегеҙ! Элек унда дауаланыр өсөн эләгеп тә булмай торғайны, сират шул тиклем ҙур булды, дауалау ҙа юғары кимәлдә ине. Ә хәҙер был бина ҡурҡыныс, ташландыҡ хәлдә! Бөтә нәмәһен емереп, урлап бөткәндәр! Бик йәлке!» - тип яҙа Эльвира Әхмәтова.
- Эйе, ысынлап та, Күмертауҙың Урман урамының 45-се йортонда 1978 йылда төҙөлгән дөйөм майҙаны 4,4 мең квадрат метрлы файҙаланылмаған бина тора. Был бина Күмертау ҡалаһы ҡала округының мөлкәте һанала. Ул ҡала ситендә, урман массивында, Гагарин исемендәге мәҙәниәт һәм ял итеү паркы янында урынлашҡан һәм 2014 йылға тиклем ҡала дауаханаһының терапевт корпусы итеп файҙаланылды. Әлеге ваҡытта был объект файҙаланылмай. Ҡала хакимиәте һәм Территориялар үҫеше агентлығы был бинаны файҙалана алырлыҡ инвестор эҙләүгә ҙур көс һала, шул иҫәптән ТОСЭР статусы сиктәрендә лә, - тигән яуап бирәләр был һорауға Күмертау ҡалаһы хакимиәтенән.
«Хөрмәтле Радий Фәрит улы. Башҡортостанға, ниһайәт, республиканы яратыусы һәм уның халҡын хөрмәт итеүсе шундай етәксе килгәне өсөн беҙ бик шатбыҙ. Һеҙҙең беҙҙән башҡа ла мөһимерәк эшегеҙ бик күп, аңлап торабыҙ, әммә башҡаса ҡайҙа мөрәжәғәт итергә, кемдән ярҙам һорарға ла белмәйбеҙ. Беҙ бер нисә тапҡыр Көйөргәҙе районы хакимиәтенә мөрәжәғәт иттек. Беҙгә һәр ваҡыт аҡса юҡ, тип яуап бирәләр. Үрге Бабалар ауылында 15 йыл элек газ үткәрҙеләр, ә беҙҙең урамды, проект юҡ, тип ҡалдырҙылар. Бына беҙ хәҙер 15 йыл инде газ үткәрһендәр, тип тырышабыҙ. Юл аша (150 метр ғына) газ бар. Һәр йыйылышта, һәр һайлауҙа беҙ ошо мәсьәләне күтәрәбеҙ. Һайлауға тиклем депутаттар ярҙам итергә вәғәҙә итәләр ҙә, шуның менән вәссәләм, һайлау үткәс, онота ла ҡуялар. Мәҫәлән, бер БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты тәүге тапҡыр һайланғанында был проблеманы асыҡларға һүҙ биргәйне, 5 йыл үтте, ә үҙгәреш юҡ. Быйыл тағы килде ул, һайлауға тиклем бер нәмә һөйләгәйне, һайланғас, был минең компетенцияла түгел, тине лә ҡуйҙы. Шулай булғас, ул депутаттар беҙгә нимәгә кәрәк ул? Ярҙам итегеҙсе беҙгә, зинһар. Беҙ Һеҙгә ышанабыҙ, хөрмәтле Радий Фәрит улы!», - тип яҙа Илһөйәр Батыршина.
- 2018 йылдың 1 ғинуарына ҡарата Көйөргәҙе районының 82,15%-ында газ үткәрелгән. Шулай уҡ «Көйөргәҙе ауылы, Мәктәп урамына ауыл эсендә газ үткәреү» проект-сметаһы бар. Ул әлеге көндә БР Дәүләт экспертизаһы идаралығында тикшереүҙә. Ошо проект-смета документында Үрге Бабалар ауылының Дала урамына ла (8 йорт) газ үткәреү күҙаллана, - тигән яуап бирә был һорауға район хакимиәте башлығының төҙөлөш һәм архитектура буйынса урынбаҫары Ринат Ирек улы Килдебаев.
Көйөргәҙе районынан тағы бер кеше яҙа. Марина Макарова Радий Хәбировҡа былай тип мөрәжәғәт итә:
- Беҙгә, Көйөргәҙе районы Холмогор ауылына, килегеҙ. Беҙҙең һыу үткәреү селтәре бер ерҙә лә баланста тормай, ауыл халҡы ҡала тарифы буйынса Күмертауға түләй, сөнки беҙҙең ауыл водокачкаһын ҡала водоканалы балансына биргәндәр. Ул ҡала халҡын да һыу менән тәьмин итә. Етмәһә, беҙҙең ауыл эскән һыу фильтр аша үткәрелмәй һәм хлорланмай ҙа, ә шул уҡ ваҡытта ҡала халҡы менән бер үк сумма түләйбеҙ. Был турала әйткәйнек, тарифты Өфө ҡуя, тинеләр. Төҙөлгәне бирле һыу үткәреү селтәре ремонтланғаны юҡ. Гел генә йә был ерҙән, йә теге урындан һыу ағып ята. Ҡыш көндәре ауылда боҙҙа шыуырға була. Шуға күрә ауыл халҡы үҙе торбаларҙы ямарға мәжбүр, сөнки водоканал силсәүиткә, ә улары, киреһенсә, быларға япһара. Ярҙам итегеҙ, зинһар! Ауылда күбеһенсә бик оло йәштәге кешеләр көн итә. Улар, үҙегеҙ беләһегеҙ, һыу торбаларын йүнәтеп йөрөй алмай. Хөрмәтле Радий Фәрит улы, үҙемдең яҡташ булараҡ өндәшәм һәм ошо һорау буйынса һеҙҙән ярҙам көтәм.
Ринат Килдебаев уға түбәндәгесә яуаплай:
- Холмогор ауылына һыу Күмертау ҡалаһының «Межрайкоммунводоканал» предприятиеһы скважиналары аша килә. Һыу үткәреү селтәренең әлеге көндә хужаһы юҡ. 2016 йылда — 3, 2017-лә — 3, 2018 йылдың 10 айы эсендә 2 тапҡыр Холмогор ауылында һыу ағыуын туҡтатыу эштәре башҡарылды. Шәбағыш ауыл советы хакимиәте һәм «Межрайкоммунводоканал» һыу үткәреү селтәрен ремонтлап тора. Күбеһенсә үҙәк системанан шәхси йорттарға табан һуҙылған торбалар тишелә. 8 осраҡтың 1-әүһе генә үҙәк система менән бәйле ине. «Межрайкоммунводоканал» мәғлүмәттәре буйынса, һыуҙың сифаты СанПин нормаларына тап килә һәм һыуҙы хлорлау талап ителмәй.