Все новости
Йәшәйеш
27 Ноября 2018, 13:24

«АҠСА ГРЕЙДЕРҒА ҒЫНА ЕТӘ...»

БР Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировҡа ебәрелгән һорауҙар өҫтөндә эш дауам итә.

БР Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировҡа ебәрелгән һорауҙар өҫтөндә эш дауам итә.


«Был тема Күмертауға яҡын йәшәгән һәр кемгә лә ҡағыла. Барлыҡ Башҡортостан исеменән яҙмайым, әлбиттә. Шулай ҙа етешһеҙлектәр бөтә ерҙә лә етәрлек. Күмертау — Иҫке Урал ауылы трассаһын ғына алайыҡ. Бындағы юлды юл тип әйтерлек тә түгел. Маршрут автобустары һәм шәхси машиналар был юлдан саҡ-саҡ йөрөйҙәр. Барлыҡ аҡсалар запчастәр өсөн генә китә. Беҙҙең Хакимиәт ҡайҙа ҡарай икән? Был проблема аҡыллы һәм дөрөҫ хәл ителер, тип ышанам», - тиелә Радий Хәбировҡа төбәлгән сираттағы мөрәжәғәттә.

Был һорауға Күмертау ҡалаһы хакимиәте башлығының торлаҡ-коммуналь хужалығы, төҙөлөш һәм инфраструктура буйынса урынбаҫары Юрий Куров яуап бирә:

- Бөгөнгө көндә Күмертау ҡалаһы бюджетынан бүленгән аҡса был юлдарҙан грейдер үткәрергә генә етә. Ҡала хакимиәте хеҙмәткәрҙәре тарафынан БР Гострансына автомобиль юлына ремонтҡа аҡса бүлеүҙәрен һорап хат ебәрелде.
Читайте нас: