Все новости
Йәшәйеш
30 Ноября 2018, 11:41

ИШӘГЕМ ДӘ БЕЛӘ...

Йә, хәлдәр нисек, «Юшатыр» гәзите? Әллә мең йәшәр ҡарттар һине уҡымай тиһеңме? Уҡып барам мин! Бына һуңғы һаныңды туҡтаптырып, яйлап уҡып алайым тип, ишәгемде урамдағы бер нәмәҫтәкәйгә бәйләп ҡуяйым тиһәм, йөҙйәшәр ишәгем тибешә башланы, әй. Ҡараһам, бәй-бәй, һәйкәл икән дә баһа!

Йә, хәлдәр нисек, «Юшатыр» гәзите? Әллә мең йәшәр ҡарттар һине уҡымай тиһеңме? Уҡып барам мин! Бына һуңғы һаныңды туҡтаптырып, яйлап уҡып алайым тип, ишәгемде урамдағы бер нәмәҫтәкәйгә бәйләп ҡуяйым тиһәм, йөҙйәшәр ишәгем тибешә башланы, әй. Ҡараһам, бәй-бәй, һәйкәл икән дә баһа!


Бынан бер нисә йыл элек күргән инем дә, оло кешемен бит, онотҡанмын. Бына-бына хатта ишәгем дә белә был һәйкәлдең харам икәнен. Үәт! Бәй, ҡайҙа тиһегеҙме? Әллә Көйөргәҙе районында тыуып, ошонда йәшәп тә шуны күргәнегеҙ юҡмы? Булмаһа, килеп ҡарағыҙ әле Ермолаевкаға. Ул Совет урамының ҡап уртаһында тора. СОВЕТ урамының шул! Советтар заманында булһа, торор ине ти! Ююююҡ, тормаҫ ине. Шайтан һыуына һәйкәл ҡуйыу түгел, уны эскән кешеләр менән ныҡ көрәшә ине, Совет власы. Үәт, шулай бит, шулай. Ишәк, тиһәк тә, ишәгем дә белә ул.

Әле спирт-араҡы заводы эшләмәй икән дәһә. Мин 2013 йылда килгән саҡта завод директорына, Башспирт етәксеһенә был һәйкәлде һүтеп ташлауҙарын үтенеп хат яҙып һалғайным да ул һалыуын. Мине ни, дәрүиш тигәндәрҙер инде. Яуап та биреп торманылар. Тик күп тә үтмәй шайтан һыуы етештереүсе был завод туҡтаған икән, тип ишеттем. Шуға өмөтләнеп алып ташларҙар тиһәм...

Ошо йәй килгәндә район хакимының урынбаҫарына ла әйткән инем. Ул, көрәшәм, Хужа Насретдин бабай, көрәшәм, тине. Әллә көрәшә, әллә мине йыуатыр өсөн генә әйтте. Шул һаман тора, ауылдың, райондың бәрәкәтен бөтөрөп.

- Ул бит тимерҙән генә эшләнгән, корбанат менән ҡоршалған ғына, - тип йыуатҡан була бит әле.

Ана Свердлау ҡалаһында ла Йәлсин улыма араҡы тоттороп һәйкәл эшләп ҡуйғандар... Уйлап-уйлап ҡуям да, уйылып китәм, тигәндәй, ярай инде уныһын СССР-ҙы һатып эсеп бөтөрҙө, тигәндәрҙер. Район үҙәгендә ништәп тора икән ул һәйкәл? Шуныһы билдәһеҙ. Һинең бер һаныңда районда күпме кеше шул шайтан һыуы арҡаһында, был донъя менән хушлашыуы, ғүмерен ҡыйыуы тураһында мәҡәлә лә сыҡҡайны, шикелле. Ана, Яҡуп ауылынан Ҡорбанғәли улым да ул темаға күп яҙа. Бик дөрөҫ яҙаһығыҙ ҙа бит.

Һин йәш бит әле, «Юшатыр» улым, бәлки, тешең үтер, һине ярҙамға саҡырып килдем бына ишәгемә ултырып. Шул һәйкәл барыбер эсте бошора бит. Бәлки, икәүләп алып ташларға көсөбөҙ етер....

Читайте нас: