Беләһегеҙме, бөгөн ниндәй байрам? Белмәһәгеҙ, 30 ноябрҙә Бөтә донъя йорт хайуандары көнө. Рәсәйҙә ул 2000 йылдан алып билдәләнә. Был байрам бар кешелек беҙҙең «бәләкәй дуҫтарыбыҙ»ға һәр саҡ яуаплы ҡараһын өсөн иҫкәртеү көнө булып тора.
«Юшатыр» гәзите мал-тыуарға электрон теркәү үткәреү, биркалау, микрочиптар ҡуйыу темаһын яҡтырта килде. Аңлашыла, был эштәр, малдың ҡайҙа тыуған, үҫкәнен белер өсөн, һатыуға төрлө сирле ит продукттары эләкмәһен өсөн эшләнелә. Киләһе йылдан йортта йәшәгән барлыҡ хайуандарҙы ла мотлаҡ теркәргә кәрәк, тигән закон үҙ көсөнә инәсәк. Был ҡанунға ярашлы, өйҙәге һәр хайуан — эт-бесәйҙең паспорты булыуы мотлаҡ. Теркәү эштәре бушлай башҡарылһа, микрочип өсөн 100 - 150 һум түләргә тура киләсәк. Күп илдәрҙә бындай закон күптән эшләй. Шулай итеп, Аҡтырнаҡ, Тузик, Мыраубайҙарҙың барыһы ла тиҙҙән паспортлы була. Шуныһы ғына өркөтә: йорт хайуандарын теркәп, һинең өйөңдә кешеләрҙән тыш күпме йән эйәһе бар икәнен белеп, аҙаҡ уларға һалым һалып ҡуймағайҙары... Беҙҙең халыҡ шуныһынан да ҡурҡып тора. Ошо һәм башҡа борсоулы һорауҙар беҙҙе Күмертау ветеринар дауалау йортона илтте. Ундағы ветеринар табиптар беҙҙе ихлас ҡаршы алып, һорауҙарыбыҙға асыҡлыҡ индерҙе. Әйткәндәй, беҙ килгәндә бындағы кабинеттарҙың береһендә оло ғына йәштәге эткә система ҡуялар, ә икенсе бүлмәлә бер эткә операция эшләйҙәр ине.
- Беҙҙә йорт хайуандарын хеҙмәтләндереү түләүле башҡарыла. Табип тәүге тапҡыр ҡараған саҡта 100 һум ала. Бында ветеринария врачы консультация бирә, температураһын үлсәй, дауалау курсы билдәләй. Әгәр ниндәйҙер уколдар эшләнһә, йәки дауа бирелһә, уның өсөн өҫтәмә аҡса алына. Өйҙәрендә эт-бесәй аҫрағандар йылына 1 тапҡыр ҡотороҡ сиренән һәм шулай уҡ башҡа төрлө сирҙәрҙән прививка эшләтеп торорға тейеш. Прививка эшләтеү хаҡы ла төрлөсә. Үҙебеҙҙең Рәсәй препараттары арзаныраҡ (30-100 һум), ә сит илдеке ҡыйбатҡа төшә (500-600 һум). Йорт хайуанының хужаһы ҡайһыһын эшләтергә үҙе һайлай. Күберәк беҙгә йорт хайуандарының һейҙек ҡыуығына бәйле ауырыуҙары менән мөрәжәғәт итәләр. Яҙ көндәрендә талпан тешләгән эттәрҙе күп килтерәләр. Шулай уҡ аяҡтары һынған, яраланған, ашауҙан баш тартҡан хайуандар менән килеүселәр байтаҡ. Бесәйҙәрҙе стерилләү өсөн 1300 һумдан алып, эттәргә иһә 2000 һумдан алып түләү билдәләнгән. Ә бесәйҙәрҙе бестереү 600 һумдан, эттәргә был хаҡ 1300 һумдан башлана. 2019 йылдан эт-бесәйҙәргә микрочип ҡуйыу, паспорт биреү эше башланырға тора. Ул ни өсөн кәрәк, тиһегеҙме? Хәҙер күптәр эт-бесәйҙәрен үҙҙәре менән ял итергә йөрөтә. Әгәр был хайуандарға чип ҡуйылмаған һәм паспорттары юҡ икән, уларҙы поезға ла, самолетҡа ла индереү рөхсәт ителмәйәсәк. Шулай уҡ йорт хайуандары юғала. Әгәр ошо чиптары бар икән, уларҙың хужаларын табыуы күпкә еңелләшә. Ҡайҙалыр һине эт тешләне икән, ошо осраҡта ла ул эттең хужаһы тиҙ арала табыласаҡ. Эт тешләгән өсөн судлашҡан осраҡтар бик йыш була. Бына шулай, ауыл хужалығы иҫәбен алыу бер ниндәй ҙә яҡшы һөҙөмтә бирмәгәс, хәҙер ошо чиптар, биркалар, паспорттар арҡылы ветеринар хеҙмәткәрҙәр аша иҫәп алып, был эште тәртипкә һалмаҡсы булалар, минеңсә. Кешеләр йорт хайуандары, мал-тыуар өсөн һалым уйлап сығарыуҙары бар, тип һаман да ҡурҡып торалар. Һалым буласаҡ, тигән һүҙ ишетелмәй әлегә. Шуны ла әйтергә кәрәк, ауыл халҡы үҙҙәренең эт-бесәйҙәренә ул тиклем ҙур иғтибар бирмәй. Ауырыймы - ауырый, үлдеме - үлде, тип кенә ҡуялар. Ә бына ҡала халҡы ул яҡтан айырылып тора. Эт-бесәйҙәрен даими рәүештә табипҡа күрһәтеп, дауалайҙар. Хатта, урамда йөрөгән берәҙәк эт-бесәйҙәрҙе ашаталар. Ҡала һәм районда яҡынса 10 меңләп эт иҫәптә тора. Бесәйҙәр ҙә шул уҡ сама. Иҫәптә булмағандарын һанап та бөтөрөрлөк түгел. Беҙҙең эштә төрлө ҡыҙыҡ хәлдәр ҙә булғылай. Ҡалаға килгән зоопарк, цирк хайуандарын да беҙгә тикшерергә тура килә. Фотоға төшәбеҙ тип, балалар маймылдан да тешләнәләр. Әле 2-3 йыл элек булған бер ҡыҙыҡ хәл иҫкә төштө. Ҡалаға цирк килеп китте. Бер ваҡыт беҙгә: «Цирктың бер фургоны ҡалған, уның эсендә нимәлер йөрөй», - тип шылтырата башланылар. Барып ҡараһаҡ, эсендә ишәк. Шул ишәкте халыҡ менән бергәләп бер нисә көн ашатып-эсереп торҙоҡ. Баҡтиһәң, хужалары кире килеп алырбыҙ, тип кенә ҡалдырғандар ҙа, машиналары боҙолоп, оҙаҡлап киткәндәр икән. Шулай итеп, ишәкте 3-4 тәүлектән һуң ғына килеп алып киттеләр, - тип һөйләне беҙгә әйҙәүсе ветеринар белгес Әлфир Иршат улы Әмиров.