Все новости
Йәшәйеш
7 Декабря 2018, 11:18

ҺАҒЫШ

- Ауылға ҡайтҡаның бармы? - Юҡ унда нимә бар. - ...

- Ауылға ҡайтҡаның бармы? - Юҡ унда нимә бар.

- ...

Ошондайыраҡ һөйләшеү булғылай ауылдаштарҙы осратҡанда. Ысынлап та, теге кешенең ауылда барып төртөлөр ере ҡалмаған – ата-әсә, өләсәй һымаҡ туғандар үлеп бөткән йәки күсеп киткән, тыуып үҫкән йорт ҡыйшайған, ергә һеңгән, әйләнә тирәһен алабута баҫҡан, унда ҡайтып нишләйһең. Һыуәйҙәләп ҡаршы алып торған кеше лә юҡ, сыбыҡ осо туғанға барһаң да, ниңә килдең ашауҙы расходлап, һинең ҡайғың юҡ әле, тигәндәй ҡарар һымаҡ. Хәҙер бит кешегә барһаң да ашарға оялып ултыраһың, семеткеләп кенә ашайһың, ас та ҡайтып китәһең, әллә ҡалай заман, һәр кем эконом режимында йәшәгәс, кешегә артыҡ көс төшөргө килмәй.

Шулай ҙа тыуған яҡҡа ҡайтып туғай-урмандарҙы, яландарҙы бер итеп сығып әйләнгәндә килешер ине, һағындырған, бала саҡта ҡырҙан ҡайтып керә белмәй инеләр, үҙҙәре аунап үҫкән ерҙәр бит улар, тик алйот кеше һымаҡ нимә тип йөрөйһөң, әллә нимә уйларҙар, элегерәк ауылда аҡылға бер төрлө бер инәй бар ине, арҡаһына тоҡ аҫа ла (ул тоҡта нимә икәнен береһе лә белмәне, ахыры) яландар буйлап сыға ла китә ине, көндәр буйы шулай йөрөй был алйып, ҡай саҡ юғала ла ҡуя шулай, икенсе көнөнә туғандары эҙләп саҡ табып алып ҡайтыр инеләр. Шул әбейгә оҡшап ҡаңғырып йөрөй, тиерҙәр. Унан килеп, урман-баҫыу тирәһенә берәйһе хужа булып та алғандыр, был - минең ерем, тип ҡыуыр ҙа ебәрер - заманаһы шулай, капитализм.

Шулай ни алтара, ни полтара булып йәшәп ятыш. Ҡалала оҙаҡ ғүмер итһәң дә, ауыл балалары бит беҙ, ергә, тәбиғәткә тарта. Ауыл – сәхрә, тыныслыҡ, һиллек. Ә һауаһы ниндәй уның. Хатта танһыҡҡа ферма яғынан килгән тиҙәк еҫен дә рәхәтләнеп еҫкәр ине, тик фермаһы ла юҡ, ундағы малдарҙың да нәҫеле өҙөлдө. Һауала аҫылынғандай, ней тегендә юл юҡ, ней бында толҡа юҡ, тигәндәй тороп ҡалған ауыл балалары күп булып китте, ахыры. «Илемдә илемде һағынам», - тип яҙған шағир хәлендәбеҙ, тыуған ерҙә йәшәйһең дә кеүек, шул уҡ ваҡытта тыуған ерҙе һағынаһың.

... Яңыраҡ редакция эштәре менән ауылдар буйлап байтаҡ йөрөлдө. Шуларҙың береһенә барғанда бер ағай һорап ҡуйҙы:

- Беҙ ниндәй илдә йәшәйбеҙ ул?

- Башҡортостанда, атаҡ. Рәсәйҙә, - тип яуаплайбыҙ, тегеңә шикләнеп ҡарап, был ағай әллә иҫәүәнләнә башлаған – ҡайҙа йәшәгәнен дә онотҡан.

- Ммммм. Телевизорҙы тоҡандырһаң, гел Украинаны һөйләйҙәр бит. Уларҙың проблемалары хаҡында барыһын да белеп бөттөк, йәлләйбеҙ үҙҙәрен. Улар өсөн ҡайғырабыҙ. Шулай ҙа, ниңә Рәсәй проблемалары хаҡында аҙ һөйләйҙәр йәки һөйләмәйҙәр? Беҙҙә Украинанан башҡа ҡайғы юҡ. Һәр кис телевизор ҡараған һайын, нисәмә айҙар инде, үҙемде Украинала йәшәйем кеүек хис итәм. Минең үҙ илемдә йәшәгем килә....

Үҙ илебеҙҙә йәшәп тә шул илде юҡһынабыҙ – ниңә икән?


Читайте нас: