Все новости
Йәшәйеш
7 Декабря 2018, 13:01

ХАҠТАР БИЛДӘЛЕ БУЛДЫ

Яңы йылдан башлап сүп-сар өсөн түләй башлаясаҡбыҙ, тип бик күп тапҡырҙар яҙҙыҡ. Яҡынса хаҡтарын да күрһәткәйнек. Бына, ниһайәт, беҙҙе «ҡыуандырҙылар», ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы йыйған өсөн хаҡтар ҙа билдәле булды.

Яңы йылдан башлап сүп-сар өсөн түләй башлаясаҡбыҙ, тип бик күп тапҡырҙар яҙҙыҡ. Яҡынса хаҡтарын да күрһәткәйнек. Бына, ниһайәт, беҙҙе «ҡыуандырҙылар», ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы йыйған өсөн хаҡтар ҙа билдәле булды.


Властар халыҡ һүҙенә, беҙ күпме генә мыжыһаҡ та, ҡолаҡ һалып бармай торған, был юлы сүпкә бәйле сыҡҡан тауышыбыҙ көслөрәк булдымы, ишеттеләр — хаҡтарҙы яңынан ҡарарға, тип дәүләт комитетына ҡайтарҙылар. Тегеләре байтаҡ ҡына баш ватып ултырғандан һуң, ҡарар ҡылды — хаҡты бер аҙ төшөрҙөләр. Шулай итеп, ҡала халҡы бер кешегә айына 108 һум, ауылдыҡылар 155 һум түләргә тейеш була. Аҡсам юҡ, йәки минең бер ниндәй ҡалдығым юҡ, тип тә ҡотолоп булмай, түләмәгән өсөн штраф та һаласаҡтар.

Ҡаты ҡалдыҡтар өсөн түләүҙәр темаһы бер кешене лә битараф ҡалдырмай, әлбиттә. «Юшатыр» гәзите төркөмөндә лә үҙҙәренең фекерҙәрен белдереүселәр бик күп булды. Һеҙгә түбәндә уларҙың ҡайһы берҙәрен генә тәҡдим итәбеҙ. Унда кемдәрҙер үҙҙәрен генә түгел, ә беҙҙе лә бик ныҡ борсоған һорауҙарын биргән. Беҙ Ишембайҙағы төбәк операторҙарына шылтыратып, ул һорауҙарға яуап табырға тырыштыҡ:

- Ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы сығарыу — ул коммуналь хеҙмәт, торлаҡ һәм гражданлыҡ кодекстарына буйһона. Әгәр кеше ошо коммуналь хеҙмәт өсөн бер нисә ай буйы түләмәй икән, был административ хоҡуҡ боҙоу һанала.

Әгәр 5 календарь көнөнән күберәк йортта йәшәмәйһегеҙ икән, һеҙ был турала төбәк операторына ғариза яҙырға тейешһегеҙ. Ул саҡта һеҙгә түләүҙәрҙе яңынан иҫәпләйәсәктәр. Бында инде иң мөһиме — үҙегеҙҙең өйҙә булмағанығыҙҙы документ менән иҫбат итергә тура киләсәк. Әгәр кеше ҡайҙалыр киткән, командировкала булған икән, уларға үҙҙәре барған урындан справка алырға кәрәк буласаҡ һәм төбәк операторҙары агенттары аша был справканы ЭСКБ офистарына тапшырырға тура киләсәк. Шул справкаға теркәлгән адрес буйынса өйҙә булмаған көндәр өсөн түләүҙәрҙе яңынан иҫәпләүҙәрен һорап ғариза ла яҙыу мотлаҡ.
Читайте нас: