Все новости
Йәшәйеш
7 Декабря 2018, 11:01

ҺУҒЫШ

Беҙгә бала саҡтан уҡ тирә-яғыбыҙҙы дошмандар уратып алғанын аңға һеңдереп үҫтерҙеләр. Бәләкәй булһаҡ та, яуыз дошмандың кем икәнен беләбеҙ: капиталистар, буржуйҙар. Ҡәһәр һуҡҡан нәмәләр, әллә нимә етмәй шуларға, ниңә беҙҙең илде яратмай икәндәр? Телевизорҙан күрһәтәләр, йә тегендә бомбить итәләр, йә бында, беҙгә килеп етһәләр - харап. Тик илдең көслө икәнен беләбеҙ, попробуй килеп ҡараһын, эт күрмәгәнде күрһәтеп ҡайтарырбыҙ. Ниместәрҙе ҡыйратҡан ише.

Беҙгә бала саҡтан уҡ тирә-яғыбыҙҙы дошмандар уратып алғанын аңға һеңдереп үҫтерҙеләр. Бәләкәй булһаҡ та, яуыз дошмандың кем икәнен беләбеҙ: капиталистар, буржуйҙар. Ҡәһәр һуҡҡан нәмәләр, әллә нимә етмәй шуларға, ниңә беҙҙең илде яратмай икәндәр? Телевизорҙан күрһәтәләр, йә тегендә бомбить итәләр, йә бында, беҙгә килеп етһәләр - харап. Тик илдең көслө икәнен беләбеҙ, попробуй килеп ҡараһын, эт күрмәгәнде күрһәтеп ҡайтарырбыҙ. Ниместәрҙе ҡыйратҡан ише.

Һуғыш уйыны – беҙҙең өсөн иң ҡыҙыҡ уйын. Кәрт тә һуғабыҙ һуғыуын, шулай ҙа һуғышҡа етмәй инде. Арабыҙҙа иң көслөһө булған урам атаманы үҙенә оҡшаған малайҙар менән гел йә ҡыҙылдар, йә Америка индеецы булып уйнай, байғошораҡ малайҙарға аҡтар, ниместәр, капиталистар роле тәғәйенләнә, сценарийын да үҙе яҙа атаман – ҡаршы яҡ мотлаҡ еңелергә тейеш. Бик еңелмәһәләр, ысынлап туҡмап булһа ла еңеп ҡуя. Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары ул саҡта күп (әле генә үлеп бөттөләр тиерлек), уларға диҡҡәт менән ҡарайбыҙ – ниместәрҙе нисек итеп үлтерҙе икән былар? Көслөрәк малайҙарҙың олаталары ла шәберәк һуғышҡан килеп сыға – йә катюша менән атҡан, йә Берлинда Гитлерҙы лично үҙе дөмөктөргән, бәләкәйерәк һәм сибегерәк малайҙарҙың олаталары бик шәп һуғышмаған, бер сепей кәүҙәле малай нисек кенә шәп һуғышмаһын: «Минең олатай бер күҙһеҙ ҡайтҡан бит», - тигәс, «Һинең олатайың окопта ҡасып ятҡан, атышыу тымғас, әллә һуғыш бөттөмө икән, тип башын сығарып ҡарағанда яңғылыштан пуля эләккән күҙенә, - тине атаман. - Шуға һуҡыр ҡалған, белдиш?»

Ҡоралһыҙ һуғыш булмай, маузер, револьвер һымаҡ пистолеттар байыраҡ малайҙарҙа ғына бар (атаһы председатель йә завферма булғандарының). Ярлыраҡтары мылтыҡты ҡулдан килгәнсә талдан юна, оҫтараҡтары хатта пулемет, пушка ла әтмәләп ҡуя ине. Бер заман пугач тигәне килеп сыҡты – тракторҙың әллә ниндәй механизмындағы торбаны ҡырҡып, бер яғын ныҡ итеп һуғып бөтәштерәһең, икенсе яғына бөгөлгән ҡаҙау тығыла, был ҡаҙау көслө бәреп торба эсенә тултырылған шырпы көкөртөн шартлатһын өсөн резинка менән тарттырылып ҡуйыла. Торба атҡан ваҡытта ҡулды ярмаһын тиһәң, уның тышына берәй ҡалыныраҡ резинка кейҙерәһең. Һәм китә атыш уйыны, Ҡай саҡ пугач осечка бирә, ҡәһәрең, өй, мунса артынанмы дошман килеп сыға, һин атам тейһең, ә ҡоралың шылт-шылт итеп атмай тик тора, уңарсы тегеһе һине үлтерә лә ҡуя.

Атаман сценарийы буынса һәр саҡ беҙҙекеләр еңергә тейеш тигәйнек, хатта буржуй ролендәге малайҙар бының шулай булырға тейеш икәнен аңлай ине, башҡаса булыуы ла мөмкин түгел, ярлыларҙы гел иҙгән, гел кешегә ҡайғы килтергән бәндәләр мотлаҡ еңелергә бурыслы.

Ваҡыт үтә тора бала саҡтағы шикелле донъяны аҡҡа, ҡараға ғына айырып ҡарау бөттө, шулай ҙа башҡа бер нәмә һеңеп ҡалды: кешене йәберләгән, тик байлыҡ өсөн генә йәшәгән һәм шуның өсөн һуғышҡандар бер ҡасан да еңергә тейеш түгел.

Туҡһанынсы йылдарҙа тормош бик идеал түгел, һәр саҡ ғәҙеллек еңмәй икәненә төшөндөк. Ике меңенсе йылдарҙа көттөк – халыҡты иҙеүселәр класы еңелергә тейеш. Һаман булһа шуны көтәбеҙ – тик бөгөнгө атамандар яҙған сценарийҙар икенсерәк, ахыры.

Республикала һуғыш балалары тигән закон юҡ. Федераль законды сығарманылар, төбәктәр үҙҙәре хәл итһен, тинеләр (аҡ эт бәләһе - ҡара эткә). Илдәге бер нисә төбәк кенә бындай законды ҡабул иткән.

Теге көнө бер бабай, ниңә ырымбурҙар ғына һуғышҡан һәм еңгән, Башҡортостан еңмәгәнме ни, тип бер депутатҡа һорау бирҙе (Ырымбур өлкәһендә һуғыш балалары законы эшләй, беҙҙә - юҡ). Был законға ингән кешеләргә коммуналь түләүҙәргә ташламалар була, пенсияға өҫтәмә аҡса түләнә – 300-ҙән башлап 1500 һумға тиклем. Һуғыш балаһы тигән законға 1923 йылдың 23 июненән алып 1945 йылдың 3 сентябренә тиклем тыуғандар инә. Уйлап ҡараһаң, беҙ ҙә бала саҡтан һуғышып үҫтек, беҙҙе лә был законға керетергә була, беҙгә лә булһын льготалар. Дөрөҫөндә, беҙ һаман һуғышабыҙ, дошмандар һаман һөжүм итә, телевизорҙан көнө-төнө шул турала һөйләйҙәр, ниңә насар йәшәйбеҙ, сөнки дошмандар беҙҙе уратып алған икән, гел беҙгә насарлыҡ ҡылалар. Берәй ҡасан еңербеҙме икән уларҙы?


Читайте нас: