Үткән кесаҙна көндө ҡаланың 8-се һанлы “Айгөл” балалар баҡсаһында ата-әсәләр менән йыйылыш үтте. Унда урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы буйынса етди һөйләшеү булды.
Был программаға ярашлы баҡсаның тәҙрәләрен алмаштырыу, кәртәләрен яңыртыу һәм кескәйҙәргә уйнарға майҙансыҡ эшләү буйынса һорауҙар ҡаралды. Ата-әсәләр кәңәшләшкәндән һуң, бер тауыштан балаларға майҙансыҡ эшләү өсөн ҡул күтәрҙе.
ППМИ программаһы буйынса бар эште күҙәтеп контролдә тотоу маҡсатында инициатив төркөм дә һайланды.
- Әгәр беҙ раҫлаған проект программа буйынса үтһә, киләһе йылда сабыйҙар яңы майҙансыҡта рәхәтләнеп уйнарҙар, тип өмөтләнәбеҙ, - ти “Айгөл” балалар баҡсаһы мөдире Әлфиә Шәрипова.