Все новости
Йәшәйеш
11 Декабря 2018, 12:12

ШЫРШЫЛЫ ИТТЕЛӘР

Яңы йыл шыршыһыҙ булмай. Уны табыу ҙа анһат эш түгел, былтыр бер силсәүит халыҡҡа шатлыҡ булһын тип, ҡайҙандыр ҡырҡып алып ҡайтып килгәнендә үҙен полиция эләктергән ана, башлыҡ штраф түләгән.

Яңы йыл шыршыһыҙ булмай. Уны табыу ҙа анһат эш түгел, былтыр бер силсәүит халыҡҡа шатлыҡ булһын тип, ҡайҙандыр ҡырҡып алып ҡайтып килгәнендә үҙен полиция эләктергән ана, башлыҡ штраф түләгән.


Яңы Мораптал халҡы был йәһәттән быйыл рәхәт сигә: ауылда йәшәгән бер кеше үҙенең баҡсаһында үҫкән шыршыны ҡырҡҡан да ауылға биргән - ҡояшты ҡаплап үҫеп ултырған икән. Киров исемендәге колхоз идараһы был изге эше өсөн уға хаҡты мал аҙығы менән түләргә булған. Хужаға ла рәхәт хәҙер, ҡояш нурында иркәләнеп кенә йәшәйәсәк, силсәүиткә лә күңелле, бәлә-ҡазаһыҙ ғына халыҡты шыршылы иттеләр.
Читайте нас: