Все новости
Йәшәйеш
18 Декабря 2018, 12:41

«ТЫН АЛЫРЛЫҠ ТҮГЕЛ»

БР Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡалабыҙға килеп, Маяҡ заводын ныҡ маҡтап китте.

БР Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡалабыҙға килеп, Маяҡ заводын ныҡ маҡтап китте. Әммә миҙалдың икенсе яғы ла бар бит әле, тигәндәй, республика етәксеһенә, Көйөргәҙе районы Ермолаево ауылы халҡы исеменән ошондай һорау менән мөрәжәғәт иткәндәр:


- Һеҙгә Ермолаевоның Мичурин, Заслонов, Тимер юлы, Менделеев, Совет урамдары халҡы исеменән Мичурин урамындағы 14-се һанлы йортта йәшәүсе, 41 йыл Ермолаево спирт заводында эшләгән пенсионер, хеҙмәт ветераны Вера Георгиевна Матвеева мөрәжәғәт итә.

Беҙҙең урамдарҙан үткән урау юлды күсереүҙә ярҙам итеүегеҙҙе һәм ошо эште хәл итеүегеҙҙе һорайбыҙ, сөнки был урамдарҙың халҡы экологик бәләгә тарыны. Бар ерҙә саң-туҙан туҙып ята, тын алырлыҡ хәл юҡ. Шулай уҡ двигателдә янған газ менән дә ағыулайҙар. Тимер юлы урамынан үткән юл бигерәк тә бөткән, бында ғүмерҙә лә асфальт һалынмаған, ҡыҙыл балсыҡ ҡына түшәлгән. 2016 йылда ғына асфальт түшәлгән Мичурин урамын да бөтөрҙөләр. Хәҙер бында соҡор-саҡыр ғына. Шулай уҡ ҡыҙыл балсыҡ түшәлгән Заслонов урамы буйлап ҡоро көндәрҙә ҡуйы «томан» күтәрелә. Был тирәлә йорт һалған саҡта, ошонда урау юл үтәсәге хаҡында беҙгә берәү ҙә иҫкәртмәне. Мичурин урамында йәшәүселәр бигерәк тә ҡурҡыныс хәлдә ҡалдылар. Тар ғына урам буйлап ҙур йөк тейәгән тағылмалар менән МАЗ-дар, КАМАЗ-дар үткән саҡта, бындағы йорттарҙың стеналары һелкенә, һауыт-һабалары зыңғырлай. Йәй көндәре тәҙрәләрҙе лә асырлыҡ түгел, өйгә саң-туҙан, һаҫыҡ газ еҫтәре тула. Юл бик тар, ике машина һыймай. Шуға күрә ҡаршыға килгәндәрҙе үткәрер өсөн машиналар юлдан ситкә сығырға мәжбүр була.

Был һорауға яуапты район хакимиәте башлығының төҙөлөш, архитектура һәм тормош тәьминәте һорауҙары буйынса урынбаҫары Ринат Ирек улы Килдебаев яуап бирә:

- «Маяҡ майэкстракция заводы» асылыу менән, был урамдарҙан йөрөүсе машиналар, шул иҫәптән йөк машиналары бик күпкә артты. Был урау юл, ундай ҙур йөктәр менән йөрөүгә планлаштырылмаған.

Был урау юлды күсереү мәсьәләһе айырым контролдә тора, әммә муниципаль райондың бюджетында кәрәкле төҙөлөш эштәре башҡарыу өсөн финанс мөмкинлек юҡ. Көйөргәҙе районы хакимиәте был проблеманы хәл итеүҙә ярҙам һорап бер нисә тапҡыр БР Башлығы Хакимиәтенә, БР транспорт һәм юл хужалығы Дәүләт комитетына, Күмертау ҡалаһы хакимиәтенә һәм «Маяҡ майэкстракция заводы» инвесторына мөрәжәғәт итте. Быйыл БашкирДорТрансПроект Республика проект-тикшеренеү институты менән берлектә урау юлдың урыны һәм проект хаҡы билдәләнде. Шулай уҡ 4 июлдә граждандарҙы ҡабул иткән саҡта ла урау юлды күсереү хаҡында әйтелде. Саңды кәметеү өсөн юлға һыу һиптереү эшен башҡарыу тураһында ҡарар ҡабул ителде.
Читайте нас: