Все новости
Йәшәйеш
29 Декабря 2018, 11:41

«НЫҠ ҠАРАҢҒЫ...»

Интернет селтәрҙәрен күҙәтеп барғандар белә. Унда Башҡортостан Республикаһының Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировҡа ниндәй генә һорауҙар бирмәйҙәр ҙә, ниндәй генә проблемаларын асып һалмайҙар.

Интернет селтәрҙәрен күҙәтеп барғандар белә. Унда Башҡортостан Республикаһының Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировҡа ниндәй генә һорауҙар бирмәйҙәр ҙә, ниндәй генә проблемаларын асып һалмайҙар.


Елена Дорофеева тигән кеше: «Көйөргәҙе районы Яңы Таймаҫ ауылының бер урамына 2 фонарь ғына. Береһе урамдың башында, икенсеһе урамдың аҙағында. Урамда ныҡ ҡараңғы», - тип яҙған.

- 2018 йылда Яңы Таймаҫ ауылы урамдарына өҫтәмә 9 фонарь ҡуйылды. Бөгөнгө көндә ауылда барлығы 21 урам яҡтылығы нөктәһе бар. 2019 йылда тағы ла өҫтәмә фонарҙар ҡуйыу планлаштырыла, - тип яуап ҡайтарған уға район хакимиәте башлығы Әхәт Ҡотлоәхмәтов.

Ермолаевола өр-яңы биҫтә үҫеп сыҡты, кешеләр күпләп йорттар һала башланылар. Шулайын шулай ҙа, тик бында ут юҡ, һыу юҡ, тигәндәй, ҡоро йорттар ғына һерәйеп тора, йәшәргә әмәл юҡ. Ошо хаҡта ла яҙғанндар Р. Хәбировҡа. Был һорауға ла район хакимиәте башлығы яуап биргән.

- Бөгөнгө көндә Ермолаевоның Төньяҡ биҫтәһе урамына свет үткәреү өсөн смета документтары әҙерләнгән. Әле смета дәүләт экспертизаһында. БР Торлаҡ-коммуналь хужалығы министрлығы әҙерләгән программа буйынса, 2019 йылда бында урамды яҡтыртыу эштәрен башҡарыу планлаштырыла, - тип яуап бирә Әхәт Йәүҙәт улы.

Әйткәндәй, был биҫтәлә быйыл газ үтә башланы, төҙөлөш хаҡы — 16 миллион һум.
Читайте нас: