Ауылда аптырашта ятып ҡалған егеттәрҙең береһе ине ул. Холҡо шулай булдымы, тормошта үҙ урынын таба алманы, башҡалар Себер китте, һис юғы Күмертау, Өфө һымаҡ ҡалаларға сығып олаҡты, был ҙур булмаған ауылда үҙенә урын таба алмай йөҙәгән һирәктәрҙең береһе булды ла ҡалды. Элекке ваҡыт булһа, былай ҙа ауырға тура килмәҫ ине тормошо, ферма бар, баҫыуҙар сәселә, һыйырҙар мөңрәй тигән кеүек, эше булыр, ашы булыр ине. Ҡайҙа бында эш, элекке совхоздың харабалар ғына ултыра хәҙер. Аҙыраҡ эшләп ҡалды фермала, рәхәт ине, кеше араһында күңеллерәк тә, үҙен кемгәлер кәрәк бәндә итеп тойоп йөрөнө, тик оҙаҡҡа барманы был, тараттылар хужалыҡты, кемдер арыу ғына байып өлгөрҙө, ә уның һымаҡтар ҡола яланда һерәйеп торҙо ла ҡалды – биш яҡтары ҡибла. Дөрөҫ, әле егетте эшһеҙ ята тип әйтеп булмай, береһе бесәнгә әйтә, икенсеһе кәртә йүнәтергә өндәшә, тик был барыбер эш түгел инде, аҡсаһы юҡ, кешегә эшкә барһаң, ашаталар ҙа эсереп ҡайтаралар. Лаяҡыл булып ҡайта ул бындай кәсептән, ҡайтҡанын хәтерләмәй, иртән генә ниңә тыуғанына үкенеп ята, баш ауырта, күңел болғана, йәшәгеһе килмәй. Саҡ-саҡ тороп сығып китә кисәге эшләгән кешеһенә: йөҙ грамм ғына булһа ла һалып бир, үлеп барам. Кисә кәрәккән кеше бөгөн тегеңә кәрәкмәй, йөрөмә башты әйләндереп тип әрләп тә ҡайтара, бик ныҡ үтенһәң, йәлләп, бер нисә рюмка һалып бирә ала. Ошолайыраҡ көн итә бисара егет, барыр ере, батыр күле юҡ, йәшәүҙең бар мәғәнәһе араҡыла. Әсәһе лә, атаһы ла бер-бер артлы ғына китте лә барҙы, башҡа туғандары ситтә, ҡайтҡан саҡтары бик һирәк була, ауылға ҡайтып эскән кешене күргеләре бик килмәйҙер, үҙ мәшәҡәттәре баштан ашҡан. Егет бына шулай бер өйҙә бер үҙе үҙ донъяһы менән йәшәп ята. Егет тиһәң дә, өйләнмәгәнлеген иҫәпкә алып ҡына уны егет тип була, уның йәшендәгеләр олатай булып бөттө, 40-ҡа аяҡ баҫты инде ул. Тик бала, өйләнеү тигәнде күҙ алдына баҫтыра алмай, бында үҙен-үҙе ҡарар хәле юҡ, ғаиләһе булһа, нишләр. Һәм, ғөмүмән, эсә бит үҙе, ә ундайҙар кемгә кәрәк. Эсмәҫ ине, ауылда тағы нимә эшләһен, йәшәүҙең ҡыҙығы юҡ. Атай-әсәйҙән ҡалған малды һатып эсеп бөттө, уларҙы аҫрарға барыбер хәленән килмәҫ ине – бесән әҙерләйем тиһәң дә хәҙер аҡса кәрәк – соляркаға, майына, траторсыһына. Көтөү өсөн дә аҡса, һыйыр ауырыһа ла, аҡса етмәһә, бесән ере өсөн дә түләргә кәрәк тиҙәр хәҙер. Ә уның аҡса табыр әмәле юҡ, кешегә эшкә барғанда ла эсеп кенә ҡайта, аҡса һорарға баҙнат итмәй. Аҙаҡ ас йөрөрөн дә белә, тик бына кемдәндер аҡса талап итеүҙе оят һанай. Алҡымынан алғансы эсерһәләр булды –донъя түңәрәк. Картуф сәсә ул, өй артында ғына баҡсаһы бар, ҡыш сыҡҡансы шуның менән туҡлана, башҡа сара булмағанда араҡыға ла алмаштыра картуфын – эсмәй тора алмай. Холҡо насар түгел, эсһә лә, боларып йөрөгәне юҡ, кешегә ҡарата ла һәйбәт үҙе, шуны уйлап та, күрше-тирәләгеләр быны йәлләп, әйҙә, бисә табып бирәбеҙ, өйөң бар, йәшәр ҙә китер инегеҙ, тип тәҡдим иткеләне. Заяға үтә бит ғүмерең, әле кәрең бар саҡта бала табыр инең. Был көлдө генә. Күрше ир кодировать итәм, давай, тип ныҡлап бәйләнде. Аҡсаһын да үҙем түләйем, тине. Әрәм булып йөрөйһөң дә баһа. Егетебеҙҙең ҡото осто – эсмәһә, нисек йәшәр? Ҡатын, бала... Былай ҙа бәхетһеҙ булғаным еткән, кемделер үҙе артынан бәхетһеҙ яһармын, тип ҡурҡты. Әле яңыраҡ йәнә лә ошо темаға ныҡлы һөйләшеү булды. Бер юлы ябырылдылар: урам аша йәшәгән ҡатын бынамын тигән кәләш таптым, ул түш, ул буй, тине. Ҡалаҡҡа һал да йот. Бер тапҡыр кейәүгә сығып айырылған, ике балаһы бар. Булһа ни? Бынау йәшкә еткәндә һиңә 18 йәшлек свежий ҡыҙ килмәҫ инде. Бар эш тә ҡулынан килә, ауылда үҫкән ҡыҙ, әйҙә, яусы булып үҙем барам, уже һөйләштем, риза булыр һымаҡ. Янындағы ире лә ҡушыла: иртәгә үк кодировкаға алып барам, эсеүеңде ташларһың, матур йәшәп китерһең (элек үҙе лә арыу ғына төшөрөргә яратҡан кеше ул, саҡ туҡтаны, үҙ башынан үткәс, эсеү-эсмәүҙең нәмә икәнен белә). Бер заман ыҡҡа килде егетебеҙ, юҡ, өйләнмәне, ауылдаш иптәше нимә тип ятаһың ауылда, киттек ҡалаға, эш бар, зарплатаһы аҙыраҡ инде, но ниче, һиңә күп кәрәкме ни, бер башыңа етә ул, тине. Ятаҡтан бүлмә снимать итерһең, ҡыҙҙар ҙа күп ҡалала... Ҡыҫҡаһы, ризалашып китте был. Эшкә урынлаштырышты иптәше, ятаҡтан бүлмә лә тапты (үҙенең аҡылы етмәҫ ине, ҡала тормошон бөтөнләй белмәй). Бер ай арыу ғына эшләне, бында килгәненә шатланып бер булды, эшең бөттөмө, кисен ҡайттың да яттың, һыйыр юҡ аҙбарҙа, ҡайғы юҡ буранда, тигән кеүек. Эсмәне. Иптәше алдан уҡ әйтте, эсһәң, бөттө, бында һиңә ауыл юҡ. Бының нисек һалғанын белә бит, шуға киҫәтте. Эш хаҡын ҡулына тотторғас, кисәге ауыл ирекәйе донъяла былай ҙа буламы икән ни тигәндәй аптырап ҡалды, ул бит эшләгәне өсөн тик стаканға ҡойоп биреүҙәренә өйрәнгән. Магазиндан ғүмере ашамаған аҙыҡтарын алды, әллә ниндәй һуттар алып бөттө – үҙе өсөн үҙе оло мәжлес яһаны ла ташланы. Гел араҡы ла һуғанға ғына өйрәнгән ашҡаҙанын шулай аптыратты. Магазинда йөрөгәндә башы араҡы кәштәләре яғына борола ла ҡуя, саҡ тыйҙы үҙен.