Все новости
Йәшәйеш
5 Января 2019, 12:48

ӘКӘМӘТ БЫЛ ДОНЪЯ...

Сүп ташыусы дәртле кешеләр 1 ғинуарҙан уҡ эш башлай (беҙҙең хәлгә инеп, байрамдан мәхрүм ҡалып) тип яҙғайныҡ, баҡһаң, районға улар шулай ҙа 10 ғинуарҙан һуң ғына килергә самалай икән. Ярар, уңарсы нисек тә түҙербеҙ.

Сүп ташыусы дәртле кешеләр 1 ғинуарҙан уҡ эш башлай (беҙҙең хәлгә инеп, байрамдан мәхрүм ҡалып) тип яҙғайныҡ, баҡһаң, районға улар шулай ҙа 10 ғинуарҙан һуң ғына килергә самалай икән. Ярар, уңарсы нисек тә түҙербеҙ.


Тик төпкәрәк кергән һайын ҡыҙығы арта тигән кеүек, был сүп реформаһының беҙ ошоңарсы белмәгән мәрәкә яҡтары бар икән. Мәҫәлән, сүпте тейәү өсөн операторҙар яуап бирмәй, был уларҙың эше түгел. Ҡый-һыйҙы тейәп ебәреү кем өҫтөндә? Әлбиттә, силсәүит өҫтөндә. Тегеләр килгәнсе тоҡтарҙы һаҡлап тороуҙы (ул тоҡтарҙы кеше үҙе һатып ала), аҙаҡ тейәп ебәреүҙе ауыл башлыҡтары ҡайғыртырға тейеш. Кеше яллаһа, үҙенең бюджетынан аҡса түләй. Йәки бер ярты ултыртып, берәйһен һорай инде - ундай кешене тапһа. Бик булмаһа, ҡулына бейәләй, битенә маска кейә лә үҙе тейәй. Юғиһә, сүп ташыусылар килгән ерҙән кире боролоп ҡайтып китеүе лә ихтимал, ятырһың һуңынан ҡыйға күмелеп. Сүпте алып китәме-юҡмы беҙгә барыбер түләүгә квитанциялар киләсәк.

Район хакимиәте башлығы үҙебеҙ һатып алған тоҡтарҙағы сүбебеҙҙе эттәр йолҡҡолап бөтмәһен өсөн дүрт-биш бағана ултыртып кәртә эшләгеҙ, ишеге лә булһын тигәйне. Бында лә бер ҡыҙыҡ килеп сыға: кәртәне эшләргә әлегә ярамай, уның асфальт иҙәне булырға тейеш, СанПин буйынса тағы әллә нәмәләре булырға тейештер әле, хәҙер ат кәртәләгәндәге кеүек берәй нәмә әпмәләп ҡуйыр инең, шунда уҡ тикшереүсе органдар килеп штраф һалып китәсәк. Шуға йәйгә тиклем нисек тә түҙәбеҙ инде, ҡоро ергә аяҡ баҫҡас эшләрбеҙ, тинеләр.

Әкәмәт был донъя. Р. Хәбиров киләһе йыл ҡыҙыҡ һәм күңелле буласаҡ тине, ысынлап та ныҡ күңелле йыл көтә ахыры беҙҙе.

P. S. Ҡотоғоҙҙо алып булһа ла (үҙебеҙҙең дә ҡот китте), бер хәбәр: Эко-Сити тигән ойошма беҙҙең сүптәрҙе ташый башланы, улай-былай һорау тыуһа шылтыратығыҙ, тип ҡыҙыу линияларын да яҙып ҡуйғандар. Беҙ нисәмә ай тигәндәй сүп ташыған өсөн хаҡтарҙы белә алмай аҙапланабыҙ, шуға шылтыратырға булдыҡ. Телефондың теге осондағы матур тауышлы ҡыҙ ҡала өсөн хаҡтар 79,67 һум, ауыл өсөн 80,92 һум тигәс, ултырған ерҙән ауып китә яҙҙыҡ. Былары НДС-һыҙ әле, был хаҡҡа йәнә 20% ҡушығыҙ, тип ҡыҙыҡай тамам телһеҙ ҡалдырҙы. Р. Хәбиров бит хаҡтар ныҡ ҡыйбат булмай, тигәйне, тип, батып барғанда һаламға йәбешкәндәй, әйтә алдыҡ. Әйтте лә ул, тик беҙҙә бер ниндәй ҡарар, документ юҡ, хаҡтар ошолай, тип яуапланы матур тауыш. Район хакимиәтендә ышанысһыҙ ғына итеп ауыл өсөн 35 һум тип яуап бирҙеләр (???), ни арт юҡ, ни ал юҡ тигәндәй, ҡайҙа, нимә, нисек икәнен нисек белергә? Тереләй һуялар ҙа баһа былар. Бына теге ҡыҙыу телефон: 8-800-700-49-00. Матур тауыш ишеткегеҙ килһә, шылтыратығыҙ.

Сүп-сарҙы сығарыу эшенең ойошторолоуы һәм хаҡтары тураһында бер нисә силсәүит башлығынан да белешеп ҡарағайныҡ. Уларҙың барыһының да яуабы бер булды: «Әлегә бер нимә лә билдәле түгел. Барыһы ла байрамдар үткәс кенә хәл ителәсәк». Шулай итеп, бәлки, хаҡтар шул тиклем үк ҡурҡыныс булмаҫ, ҡаты ҡалдыҡтар йыйыусы хужалар мәрхәмәтлек күрһәтер, тип ышанайыҡ.
Читайте нас: