Все новости
Йәшәйеш
5 Января 2019, 12:02

ЯҢҒЫҘЛЫҠ

Уларҙы үҙе үк тиерлек ҡыуып ебәрҙе – өс балаһын һәм ҡатынын - барығыҙ ауылға, каникул мәле, ә минең отпуск, аҙыраҡ елләнеп ҡайтырһығыҙ, өләсәйегеҙ ҙә һағынғандыр.

Уларҙы үҙе үк тиерлек ҡыуып ебәрҙе – өс балаһын һәм ҡатынын - барығыҙ ауылға, каникул мәле, ә минең отпуск, аҙыраҡ елләнеп ҡайтырһығыҙ, өләсәйегеҙ ҙә һағынғандыр. Ысынында үҙенең ял итеп алғыһы килә ине, фатирҙа гел тауыш, йә балалар аҡырышып уйнай, йә бисәһе ҡысҡыра, өҫтәүенә кер йыуыу машинаһын тоҡандырамы, шаптырҙатып һыу ағыҙып һауыт йыуамы, йә, телевизорҙы ҡысҡыртып, алйоттар өсөн генә төшөрөлгән сериалын ҡарай башлайҙар. Бына шул шау-шыуҙан аҙыраҡ арынып, яңғыҙы ғына фатирҙа ҡалғыһы килде. Балалары ла маҙаһыҙламаҫ, ҡатыны ла.

- Атай, геометрияны яҡшы беләһеңме? Бынау мәсьәләне ҡара әле, - какой геометрия, хатта Пифагор теоремаһы онотолған.

- Ирем, анауында сөй ҡаҡ, күрмәйһеңме, штора төшөп бара, - аһ, ҡәһәрең, яңыраҡ ҡына ҡаҡҡайны ла баһа, әллә уныһы юрамал төшә, иргә бәйләнергә сәбәп булһын тип.

Шуға ла яңғыҙы ғына ҡалып, тәнде лә, йәнде лә ял иттерәм тип, тегеләрҙе ауылға ҡоҙаланы.

Китте былар, китер алдынан ҡатыны:

- Смотри, бында, матур йөрө, и вапшы, өйҙән сыҡма бер ҡайҙа ла, улай-былай хәбәр ишетһәм, бөтә сосрап торған нәмәңде ҡырҡып ырғытырмын, - тине.

Ҡайҙан фатирҙан сығыу, ысынлап арытҡан, тыныс ҡына бер үҙе ҡалғыһы килә ине, телевизор ҡарар (тегеләрҙең иҫәрҙәргә тәғәйен сериалдары надайыл), китап уҡыр (китапты күптән тотоп ҡарағаны юҡ, юғиһә), тыныслыҡта ғына рәхәт сигер. Ауылға үҙе лә барып мунса инеп ҡайтһа, килешер ине (ярата ул мунсаны), тик берҙән тыныслыҡта ҡалғыһы килде, икенсенән ҡәйнәне лишний раз бик күргеһе килеп тормай.

...Беренсе көн рәхәтлектә үтте, үҙенә үҙе бешереп ашаны, диванда аунаны, телевизор пультының төймәһенә баҫҡылап төрлө каналдарҙы ҡарап сыҡты. Ул каналдар күп булһа ла ҡыйын икән, элек ике-өс канал күрһәтә ине, телепрограмманы алдан уҡ ҡарап, ҡасан кино булырын белһә - етте, хәҙер каналдар йәһәннәм булғас, баш әйләнеп бөтә, тегенеһенә баҫаһың, бик ҡыҙыҡ түгел һымаҡ, икенсеһенә баҫаһың, бында ла әллә ни нәмә юҡ, телевизор алдында күп ваҡыт шул каналдан каналға күсеү менән үтә. Интернет киңлектәрен байҡаны. Китап уҡып алды. Компьютерҙа атыш уйынында дошмандар менән һуғышып оҙаҡ ултырҙы. Бер көнө шулай үтте. Ҙур эш эшләгәндәй арып (эшһеҙ булһаң да, ныҡ арыта икән), һуң ғына йоҡлап киткән. Эш мәле булһа, түшәктән тороуы ауыр, ял ваҡытында, тегеләр ҙә ҡайтып киткәс, оҙаҡ һуҙылып ятырмын, тип уйлағайны, ҡайҙан, таңғы алтыла уҡ күҙҙәрен шар асып ята был. Күпме генә көсләнмәһен, артабан йоҡлап китеп булманы. Алйот шикелле нимә тип ятмаҡ кәрәк, тороп китте инде. Сәй эсте, телевизорҙы тоҡандырғайны, бер ҡыҙыҡ нәмә тапманы, йөҙҙән ашыу канал, ә ҡарар программа юҡ. Программаһы барҙыр ҙа, ҡарарға теләк юҡ. Интернетҡа инеп китте, уны тәү күргәндә һушы киткәйне, бындай ғәләмәт тә була икән донъяла, әле бер сайтҡа, әле икенсеһенә инеп китә, яңылыҡ уҡый, йәне теләгән мәғлүмәт таба, кино ҡарай... Кино тигәндән, интернет килеп сыҡҡас, яланғас ҡатындарҙы ла апаруҡ ҡараны, ҡатыны күрмәгәндә генә, тик уныһын алдап буламы ни, бер заман бисәһе интернет тарихын асҡан да ҡараған, ҡороғор. Интернеттың ҡайҙа кергәнеңде, унда нишләгәнеңде иҫендә ҡалдырып барғанын кем белгән? Аҙаҡ ҡына тарихты юйырға өйрәнде. Бына әле яңғыҙы, интернетта йәнең ни теләй шуны эшлә, ә кәйеф юҡ. Китап алып бер нисә битен асып маташты – уҡығы килмәй. Әллә ваннаға төшөп ятырғамы, күңеле күтәрелеп китер ине, бәлки? Трикоһын сисмәксе булды ла, кире уйланы – ваннала ҡойоноп та ни файҙа, барыр ере юҡ, һыу әрәм итеп йыуынып ятмай ни? Һыуға ла хәҙер күп түләргә.

Аңҡы-тиңке булып фатир буйлап тегеләй барҙы, былай килде. Тәҙрәгә ҡарап торҙо, тышта ла күңелле бер нәмә юҡ, киноның бер эпизодынан ҡатып ҡалған ниндәйҙер кадр һымаҡ бойоҡ тормош. Аптырағас, телефонын ҡулға алды - исмаһам, береһе шылтыратһа икән. Телефон кенәгәһен ҡутарҙы. Тәк, кемгәлер, бәлки, үҙе шылтыратып алыр? Бер номерға ҡарап уйланып ултырҙы, икенсеһенә текәлде – ахыры бер кемгә лә шылтыратмаҫҡа булды: нимә тип сәбәпһеҙҙән кемделер маҙаһыҙларға, Сәләм, хәлдәр нисек, миңә күңелһеҙ, һөйләшеп алайыҡ әле тиһенме?

Таңғы алтыла уҡ тороп баҫҡанғамы, ваҡыт үтмәй, әле төш мәле етмәгән, ә ул нимә ҡылырға белмәй йонсой. Ашап алырғамы икән? Күҙ алдына төрлө тәмле ризыҡтар килтереп маташты, юҡ, аппетит булмағас булмай икән. Ғаиләһе өйҙә булғанда, һыуытҡыс янынан китә белмәй ине, барып бер нәмә ҡаба, аҙыраҡ йөрөй ҙә тағы бара: һыуытҡыс ишеген аса ла ҡарап тора: ашарлыҡ нәмә бар икән тағын? Бына әле тамаҡҡа бер ни тыҡҡы килмәй, ауыҙы ла бер ниндәй тәм һиҙмәгәндәй.

Ҡайҙалыр уҡығайны, донъяла иң ауыр нәмә – яңғыҙлыҡ тип. Ул саҡта көлөп кенә ҡуйғайны ла, әле теге яҙылған һүҙҙәрҙең дөрөҫ икәненә үҙе инанды. Яңғыҙлыҡ ҡарт кешеләрҙә генә булалыр, тип тә уйлай ине, ҡайҙан ҡарттарҙа ғына булһын, бына шап-шаҡтай әзмәүер ир икенсе көн үҙенә толҡа тапмай яфалана. Ярты көндө яфа менән үткәрҙе, алда тағы ла ярты көн, улай ғына түгел, бер нисә көн яңғыҙы булырын уйлап ҡото осто: был ауыр тынлыҡтан аҡылдан шашырға була ла баһа. Ир телефонын йәнә ҡулына тотто, ашыға-ашыға ҡатыны номерын йыйҙы:

- Да, алло, сәләм. Нимә тип оҙаҡлап ятаһығыҙ унда, ҡайтығыҙ тиҙерәк, давай.
Читайте нас: