Все новости
Йәшәйеш
11 Января 2019, 12:17

«ЯРҘАМ ИТЕГЕҘСЕ, ҮТЕНЕП ҺОРАЙЫМ»

БР Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировҡа төрлө тарафтарҙан һәм төрлө проблемалар менән хаттар килеүен дауам итә. Сираттағы мөрәжәғәт Ермолаево ауылынан Оксана Лаптеванан.

БР Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировҡа төрлө тарафтарҙан һәм төрлө проблемалар менән хаттар килеүен дауам итә. Сираттағы мөрәжәғәт Ермолаево ауылынан Оксана Лаптеванан.


- Һеҙгә мөрәжәғәт итергә оят инде, әммә башҡа сара юҡ. Беҙ әсәлек капиталына йорт күтәрҙек, ҡыйығын яптыҡ. Төҙөлөштө дауам итер өсөн аҡса юҡ. Ирем бер үҙе генә эшләй. Уның эш хаҡы уртаса 35 000 һум, ләкин был аҡса ғына йортто артабан эшләр өсөн етмәй. Үҙебеҙ ошо йорт янындағы иҫке генә өйҙә йәшәйбеҙ. Ике бала үҫтерәбеҙ. Мин үҙем әле бала менән өйҙә ултырам, эшләмәйем. Балабыҙға февралдә 2 йәш тула. Бәлки, йәш ғаиләләргә ярҙам итер өсөн ниндәйҙер программа барҙыр? Ярҙам итегеҙсе, үтенеп һорайым.

Был мөрәжәғәткә район хакимиәте башлығы Әхәт Ҡотлоәхмәтов яуап бирә:

- Көйөргәҙе районында торлаҡ шарттарын яҡшыртыу өсөн граждандарға һәм йәш ғаиләләргә түбәндәге программалар бар:

1) «БР ауыл хужалығын үҫтереү һәм ауыл хужалығы продукцияһы баҙарын көйләү» Дәүләт программаһының «БР ауыл территорияларының тотороҡло үҫеше» ярҙамсы программаһы. Был программа менән торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж булған, үҙҙәренең 30% финансы булған ауыл ерендә йәшәгән граждандар, йәш ғаиләләр, йәш белгестәр ҡуллана ала.

2) «РФ граждандарын арзан һәм комфортлы торлаҡ һәм коммуналь шарттар менән тәьмин итеү» РФ дәүләт программаһының «Йәш ғаиләләрҙе торлаҡ менән тәьмин итеү» төп сараһы. Был программала торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж булған һәм дәүләт ярҙамы биргән сумманан артығыраҡ, торлаҡтың уртаса хаҡын түләй алырлыҡ килемдәре йә бүтән аҡсалары булған 35 йәшкәсә йәш ғаиләләр ҡатнаша ала.

3) Бура йә бурсанан шәхси йорт төҙөү программаһы. Был программаның төп шарттары — торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж, теркәлгән ер участкаң һәм даими килем сығанағы булыу. Бынан тыш, 2018 йылда маҡсатлы аҡса займдары алыу процедураһы ла еңелләште. Шулай уҡ был аҡсаны тотоноу мөмкинлектәре лә киңәйҙе. Шулай итеп, займ алыр өсөн йорттоң төҙөлөш барышының төрлө стадияһы проекты ҡарала. Әгәр тағы ла һорауҙарығыҙ булһа, 6-16-58 телефондарына шылтыратығыҙ йәки район хакимиәтенә (328-се кабинет) мөрәжәғәт итегеҙ».
Читайте нас: