Все новости
Йәшәйеш
18 Января 2019, 12:14

ЯҢЫ «МӨҒЖИЗӘЛӘР»

Яңы йылға аяҡ баҫҡанда халыҡ мөғжизә көтөп өйрәнгән. Яңы йылдан яңы тормош башлана, йәнәһе. Яңы тормош башланды ла инде, ысынлап та, бөтә нәмәгә хаҡтар күтәрелде. Яғыулыҡ, тәмәке, шарап, автомобиль һәм башҡаларға хаҡтар артты. Бензин ҡиммәтләнеү сәбәпле, ҡағиҙә булараҡ аҙыҡ-түлек, кейем, көнкүреш техникаһына ла хаҡ күтәрелмәй ҡалмай.

Яңы йылға аяҡ баҫҡанда халыҡ мөғжизә көтөп өйрәнгән. Яңы йылдан яңы тормош башлана, йәнәһе. Яңы тормош башланды ла инде, ысынлап та, бөтә нәмәгә хаҡтар күтәрелде. Яғыулыҡ, тәмәке, шарап, автомобиль һәм башҡаларға хаҡтар артты. Бензин ҡиммәтләнеү сәбәпле, ҡағиҙә булараҡ аҙыҡ-түлек, кейем, көнкүреш техникаһына ла хаҡ күтәрелмәй ҡалмай.


Бындай яңылыҡ йәшәү-торлаҡ коммуналь хаҡтарын да урап үтмәй. Премьер-министр Дмитрий Медведев өҫтәмә хаҡҡа һалым йәғни НДС һәм акциздар артыу менән Рәсәйҙә күп фатирлы йорттарҙа капиталь ремонт өсөн дә түләү тарифтары артасағын алдан уҡ белдергәйне. Ул хәҙер ике этапта артасағы хаҡында тәҡдим керетте. 1 ғинуарҙан 1,7 процентҡа артһа, 1 июлдән халыҡтан аҡса һурыуҙың икенсе этабы башланасаҡ, әҙәм балаһына тағы ла 2,4 процентҡа күберәк түләргә кәрәк буласаҡ. Ә бына оло йәштәгеләр өсөн йыуаныслы яңылыҡтар ҙа бар. “Башҡортостан Республикаһы тер­риторияһында урынлашҡан күп фатирлы йорттарҙағы дөйөм милеккә капиталь ремонт үткәреүҙе ойоштороу тураһында”ғы законға үҙгәреш индерелде. Был закон башлыса хаҡлы ялға сығырға әҙерләнгән кешеләргә капиталь ремонт өсөн компенсация түләү тураһында. Быға тиклем оло йәштәге, яңғыҙ йәшәгән һәм эшләмәгән кешеләргә ҡағыла ине. Йәғни, быға ҡәҙәре етмеш йәшкә еткән кешеләргә капиталь ремонт өсөн 50, һикһән йәшлектәргә 100 процент күләмендәге компенсация биреү ҡаралған булһа, хәҙер үҙгәреш индергәндән һуң, 70 йәшкә еткән кеше 55 йәшлек ҡатын-ҡыҙҙың, йәки 60 йәшлек ирҙең йортонда йәшәһә, ошо фатирҙа йәшәгән ғаиләгә компенсация ҡаралған. Шулай уҡ өлкән йәштәге кеше 1-се йә 2-се төркөм инвалид менән бер фатирҙа йәшәһә, ошо ғаиләгә лә льгота буласаҡ.

Капиталь ремонт өсөн компенсация юллау буйынса белешмәләрҙе 8 (34764) 3-75-16, 8 (34764) 3-25-33 телефондары аша ала алаһығыҙ, йә Халыҡты социаль яҡлау буйынса республика үҙәгенең Мәләүез ҡалаһындағы филиалына, Ленин урамы, 142-се һанлы йорттағы 9-сы кабинетына мөрәжәғәт итергә.
Читайте нас: