Йылылыҡ өсөн ат хаҡтары түләтергә самалауға бәйле ғауғаны ишетеп, Күмертауға БСТ килә, тигән хәбәр таралды. Урынын да атанылар: Көйөргәҙе урамындағы «РОДНИК» магазины янында. Ниңә ҡала үҙәге түгел - эт белһен. 23 ғинуарҙа ун ике тулмаҫ борон уҡ (БСТ килеү ваҡыты ун ике ине), ике йөҙләп кеше ошо магазин янына йыйылды. Көн сатлама һыуыҡ булыуға ҡарамаҫтан, һәр береһе телевидениеға өмөт бағлап килгән - бәлки, ярҙам итерҙәр, бер нисә мең һум аҡсабыҙҙы тартып алмаҡсылар, нисек йәшәргә артабан?
ТВ саҡ ҡына һуңланы, улар килеп етеү менән, хәбәрселәрҙе уратып алдылар, һөйләргә теләүсе күп, асыуҙары алҡымдан ала.
- Был хәтлем сумманы ҡайҙан килтереп сығарғандар, беҙҙең ҡала бордюр һалыу менән шөғөлләнә лә парктар төҙөй, тиҙ үҫеш ҡалаһы, тиҙәр, ҡайҙан тиҙ үҫеш булһын, байҙар байый, ә халыҡ бөлә. 1 февралдә киске сәғәт алтыла митинг була, әйҙә бөтәгеҙ ҙә килегеҙ …
Русса, башҡортса, татарса һөйләттеләр, һәр теләгәне әйтерен әйтә лә алманы, ахыры. Ҡаты әйткән һүҙҙәр ҙә булды, уны әйткәндәр шунда уҡ ҡырҡып ташларһығыҙ инде, күрһәтмәҫһегеҙ, тип күрәҙәселек ҡылды.
Телевизорҙан күрербеҙ инде - беҙҙең аһ-зарҙы ҡалай итеп күрһәтерҙәр, ә иң мөһиме: ТВ беҙҙең хәлде еңеләйтә алырмы?