Все новости
Йәшәйеш
5 Февраля 2019, 13:59

КҮБЕРӘКТЕ КӨТКӘЙНЕЛӘР

Ҡыштың аҙаҡҡы айының тәүге көнөн Күмертауҙың күпселеге ниндәйҙер мөғжизә көткәндәй көттө: 1 февралдә йылылыҡ буйынса өҫтәмә түләүҙәргә ҡаршы митинг булырға тейеш ине. Һәм ул булды. Кис ныҡ һыуыҡ булһа ла, килгәндәр, яҡынса мең самаһы кеше йыйылды. Шулай ҙа алтмыш меңдән артыҡ халҡы булған ҡала өсөн был һан аҙҙыр. Әллә кемдер ҡурҡты килергә — фотоға, видеоға төшөргәндәр күп, битең берәй ерҙә күренеүе бар, әллә килеү менән дә ниндәй файҙа, системаны еңеп булмай, тинеләр.

Коммунистар үткәрҙе митингты, башта Ленинды иҫкә төшөрҙөләр, совет заманын маҡтанылар (СССР булһа, митингыларҙа тормаҫ инегеҙ шоҡорайып, коммуналканы ла арттырмаҫтар ине), Ленинды бер минут тын тороп хәтергә алайыҡ, тинеләр. Аҙаҡ рупор аша сығыш яһауҙар булды, докладсының күп һүҙҙәре аңлашылманы. Резолюция ҡабул иттеләр, уны ҡысҡырып уҡығанда нимә яҙылғанын аңлауы ҡыйын ине. Р. Хәбировҡа, тағы әллә кемгә ебәрәбеҙ тигәне генә ишетелде, шулай ҙа бөтәһе лә беҙ «за» тип тауыш яңғыратты.

Урындан: «Долой, Жилкомсервис! (беҙҙең аҡсаға байып йәшәп ята, артыҡ звено ул)», - тип ҡысҡырҙылар. Бер ваҡыт ҡала башлығын таптыра башланылар: ҡайҙа ул, ниңә килмәгән? Бер ҡыҙыу баш ҡысҡырҙы: «Әйҙә, хакимиәт янына, мэр килмәгән икән, үҙебеҙ уның янына барайыҡ». Килгән халыҡтың яртыһы шул яҡҡа ыңғайланы. Хакимиәт тупһаһында торған полиция хеҙмәткәрҙәре ул был булмағайы, тип бергәрәк тупланды. Шулай бер аҙ торғандан һуң митинг бөттө, тинеләр. Тик халыҡ, көндөң һыуыҡ булыуына ҡарамаҫтан, тора бирҙе һәм ошо ғына булдымы ни, беҙ күберәкте көткәйнек, тигәндәй, таралышты.
Читайте нас: