Был аҙнала, шаршамбы көндө, Күмертау ҡалаһы ҡала округы хакимиәтендә йорт комитеттары рәйестәре һәм вәкилдәре торлаҡ-коммуналь хужалығы өлкәһен хеҙмәтләндереүсе ойошмалар етәкселәре, хеҙмәткәрҙәре менән күҙгә-күҙ осрашып һөйләште.
Йорт комитеттары рәйестәре, вәкилдәре энергетиктарға, йылылыҡ селтәрҙәре хеҙмәткәрҙәренә, газ һәм һыу менән тәьмин итеүселәргә үҙҙәрен борсоған һорауҙарҙы бирҙе, хәл итеүҙе көткән проблемаларҙы күтәрҙе. Уларҙы күберәген фатирҙарҙағы йылылыҡ режимы, газ ҡорамалдарын техник хеҙмәтләндереү сифаты, контейнер майҙансыҡтарының хәл-торошо, юлдарҙы таҙартыу мәсьәләләре борсой.