Все новости
Йәшәйеш
29 Марта 2019, 14:05

Бәхет эҙләп Сочиға

Тормош ул шундай нәмә, киләсәктә нимә булырын берәү ҙә белмәй.

Тормош ул шундай нәмә, киләсәктә нимә булырын берәү ҙә белмәй.

Зилә Симакатова менән дә шулай булған. Көнсығыштағы иң матур ҡалаларҙың береһе Ангренда тыуып, республикабыҙҙың далалы ерҙәрендә үҫкән бәләкәй ҡыҙҙы ҡасанда бер тормош көньяҡ ҡалаһы Сочиға юллар, тип ул үҙе уйламаған да.

Үҫмер саҡтан офицер булырға хыялланған Зилә Йәдкәр ҡыҙы. Педагог һәм юридик белеме булһа ла, милиция капитаны Нина Панферованың һүҙҙәренә ҡолаҡ һала ул. “Уның миңә: “Һинән яҡшы офицер-уҡытыусы сығасаҡ. Тик был юлды һайлаһаң, ғаиләң, ирең, балаларың барлығын, байрамдарҙы ла оноторға тура киләсәк”, - тигән һүҙҙәре күңелгә һеңеп ҡалды. Миңә, әлбиттә, тормош иптәшем, улдарым яҡыныраҡ булды. Байрамдар ҙа етәрлек ине”, - ти Зилә Симакатова.

Балалары үҫеп, ейән-ейәнсәрҙәре тыуа. Һәр кемдең үҙ тормошо, үҙ яҙмышы. Уның да тормошо байрамдарҙан ғына тормай. Ул донъялағы ғәзиз кешеләре булған ата-әсәһен ерләй. Туғандары алдында яуаплылыҡ, тормош иптәшенең ҡаты ауырыуы барыһы ла нескә ҡатындың иңенә ята. Ғүмер буйы эшләп, ҡаты ауырыған мырҙалары менән иренә инвалидлыҡ юллап та ҡарай, әммә бер ни ҙә килеп сыҡмай. Үҙе ауыл советында, аҙаҡ Мораптал мәктәбендә тәрбиәсе, уҡытыусы булып эшләй. Бәләкәй эш хаҡы, мәктәптә ҡыҫҡартыуҙар сәбәпле, дәрестәр ҡыҫҡартылыуы ла уны урап үтмәгән. “Барлыҡ проблемаларҙы ла үҙемә хәл итергә кәрәк ине. Мәскәүгә китергә ҡарар иттем. Әлбиттә, был аҙымға барыу еңел булманы. Ауырыу иремде балаларым менән ҡалдырып, финанс яҡты хәл итеү маҡсатында ситкә китеүемде барыһы ла аңлап етмәне. Нисек кенә булмаһын, сит кешегә һинең тормошоң ҡараңғы”, - ти Зилә ханым.

Мәскәүҙә форма кейеп, “Ералаш” тапшырыуында ҡатнашып йөрөгән, бай балалары белем алған гимназияла эш башлай ул. Әммә тормош аяуһыҙ. Тормош иптәшенең, мырҙаларының яҡты донъянан китеүҙәре уның тормошон тағы ла ҡараңғылата. Хәстәрлек күргән барлыҡ яҡындары юғалғандан һуң, үҙе дауаханаға эләгә. Яңғыҙлыҡ хистәренә сума. “Кеше пенсия йәшенә еткәс, әүҙем тормош бөтә һәм ул өй ашы ашап, ейәндәре менән телевизор ҡарап, тыныслыҡта йәшәүгә лайыҡмын, тип уйлай башлай. Әммә мине тормош бөтөнләй икенсе йүнәлештә йәшәп китергә мәжбүр итте. Үҙ-үҙеңде аңлап, үҙеңде ғәфү итеп, яңы тормош көтөп китеүе бик ауыр, һәм барыһы ла быны булдыра алмай. Берәү ҙә бер кем алдында үҙенең үткән тормошо хаҡында яуап тоторға тейеш түгел. Беҙ, Аллаһы Тәғәлә һәм үҙебеҙҙең балаларыбыҙ, ейәндәребеҙ алдында, уларҙың тәрбиәһе өсөн генә яуаплы. Аллаһы Тәғәләгә рәхмәтлемен балаларым, ейәндәрем иҫән булғанға”, - ти ул.

Барыһы өсөн дә үҙ хәстәрен күргән ҡатындың башына, артабан нисек йәшәргә, тигән уй килә. Яйлап һүнергәме, әллә һикереп тороп үҙ тормошон үҙгәртеп дауам итергәме?

Төшөндә ул үҙен диңгеҙ янында күрә. Шунан әсәйенең: “Беҙ - дала балалары, шулай ҙа диңгеҙҙе күрергә тейешбеҙ”, - тип әйткән һүҙҙәре иҫенә төшә. Бер төндә ҡарар ҡабул итә лә, иртән тороп балаларына Сочиға китеүе хаҡында хәбәр итә. Балалары уны аңлай, әсәй, ҡасан ҡайтһаң да, беҙ һине көтәбеҙ, тип ҡалалар.

“Диңгеҙ янындағы тормош бала сағымдағы хыялым. Сит кешеләр, сит ғөрөф-ғәҙәттәр, ят ҡағиҙәләр… Сит телдә һөйләшеүселәр ҙә байтаҡ. Иртәнге таңдан алып кис ҡояш байығанға тиклем эшләгәндән һуң, аҙаҡ кафела микрофон артында эшемде дауам итәм. Йыр мине бар нәмәнән дә ҡотҡарҙы. Диңгеҙгә ғашиҡ булдым. Шторм, иртә һайын күргән дельфиндар… Һыу аҫты донъяһына ла ғашиҡ булдым. Тормошом ғына түгел, ә хатта мауығыуҙарым да үҙгәрҙе. Дайвинг менән шөғөлләнә башланым. Сит ил кешеләре, хөкүмәттәге юғары дәрәжәләге етәкселәр ял иткән ерҙәрҙе күреү миңә төрлө кешеләрҙең тормошон сағыштырыу һәм уларҙы баһалау мөмкинлеге бирҙе. Кавказ тауҙарының матурлығын һөйләп тә бөтөрлөк түгел. Бейектә ҡарап тораһың, һине болоттар урата һәм иңдәреңә, сәстәреңә, ҡулдарыңа ҡуныуын әйтеп тораһы ла юҡ.

Иң мөһиме бында Башҡортостандағы яҡташтарың менән осрашыу”, - ти Зилә Йәдкәр ҡыҙы.

Сочиҙа башҡорт һәм татар халҡы мәҙәниәте үҙәген эҙләп таба. Ундағы ойошманың ихтирамын һәм һөйөүен яулап алыуға ла ирешә тырыш ҡатын. “Башҡортостаныбыҙҙан булған яҡташтарыбыҙҙың 60 проценты Ейәнсура, Әбйәлил райондарынан, Мәләүез, Нефтекама, Салауат ҡалаларынан. Иң ҙур ҡыуаныс Эске эштәр министрлығы ветераны Вәсилә апай Шакированы осратыу булды. Ул миңә тәүге паспортымды тапшырған кеше. Ул заманында Күмертауҙа паспорт биреү бүлеге начальнигы ине. Шулай уҡ лейтенант, генерал Тәлғәт Мусакаевты күреүемә лә шатмын. Бында Татарстан республикаһынан, Силәбе өлкәһенән, Омскийҙан, Ырымбурҙан килгән татар, башҡорттар ҙа күп. Уларҙың һәр береһенең үҙ яҙмышы, үҙ тормошо”, - ти сит ерҙә лә юғалып ҡалмаған яҡташыбыҙ.

Сочиҙағы татар-башҡорттар үҙәгендә йыйылыштар, осрашыуҙар ойошмаға яңы тулҡын бирә. Зилә Симакатова ла ижадҡа һөйөүе айҡанлы мосолман байрамдарын ойоштороп, уларҙы лайыҡлы үткәрә башлай. Ҡайҙа булһа ла башҡорт һәм татар мәҙәниәтен үҫтерергә тырыша ул. Башҡалар алдында ғорурлыҡ менән “Мин Башҡортостандың Күмертау ҡалаһынан һәм Яңы Мораптал ауылынан”, тип әйтә һәм республикабыҙ тураһында, халҡыбыҙ милләттәре хаҡында кинәнеп һөйләп тә ала икән. Төрлө сараларға сығыш яһарға саҡыралар үҙен, һәр ерҙә дипломдар менән бүләкләнеп, рәхмәттәр яуҙыралар.

Тормош үҙ яйы менән бара. Сочиҙағы сағыу төҫтәр менән сағылған тормош бөтәһен дә үҙенә йәлеп итә, әммә барыһы ла унда ваҡытлыса ғына. “Ошо сағыу төҫтәргә ҡыуанып йәшәү өсөн таңғы сәғәт биштә тороп йоҡоһоҙ эшкә тотонор кәрәк. Ҡала бигерәк тә яҙ көнөндә йәнләнә, йәмләнә. Бар ерҙә лә сәскәләр,каркаде, олеандрҙар, емеш-еләктәр һәм бар ерҙә лә ябай әйберҙәргә ҡиммәтле хаҡтар, бөтмәҫ тығылыштар. Бындағы тормошто ҡабул итеү өсөн ярты йыл ямғырҙы яратырға һәм ҡарлы ҡышты, сатлама һыуыҡтарҙы оноторға кәрәк. Иң мөһиме ныҡлы һаулыҡ кәрәк”, - ти Зилә ханым.

Ҡырҡ йыллыҡ эш стажы менән әле хәүефһеҙлек өлкәһендә эшләй яҡташыбыҙ. Тәүҙә халыҡ-ара аэропортында, ҡала хакимиәтендәге пенсия фондында эшләй, хәҙер Олимпия паркында хеҙмәт итә. Ул эшләгән ҙур боҙ һарайында хоккей, фигуралы шыуыу буйынса чемпионаттар үтә. Эш еңелдән булмаһа ла, осраған ауырлыҡтарҙан ҡурҡмай. “Иң мөһиме миңә барлыҡ коллегаларым, һаҡлау хеҙмәткәрҙәре, татар, башҡорт халҡы, тормошомдоң бер өлөшө булған яҡташтарым ышана. Күп кешеләр мине аңламаҫ. Яҡындарымды юғалтҡандан һуң яңынан тормош башлауымды, кемдәр тормоштарын үҙгәртергә ҡурҡалар, шулар аңламаҫ. Иң мөһиме, ауырлыҡтарҙан ҡурҡмайынса, дөрөҫ юлдан алға барыу мотлаҡ. Балаларым, килендәрем, ейәндәремдең мине өйҙә көтөүҙәрен белеү үҙе бер этәргес һәм ҙур бәхет. Ҡасан әйләнеп ҡайтһам да, уйнап үҫкән тыуған ерем көткәне миңә ышаныс бирә. Ҡайҙа ғына йөрөһәм дә Башҡортостандан, Күмертау ҡалаһынан һәм Яңы Морапталдан, тип ғорурланып әйтә алам”, - ти Сочиҙағы яҡташыбыҙ.
Читайте нас: