Ситтә эшләгән яҡташтарыбыҙ күп беҙҙең. Күмертауҙа йәшәп, эшләп йөрөгән Илүзә менән Руслан Тоҡомбәтовтар ҙа Сочи яҡтарына сығып киткәндәр.
- Беҙ ҙә тыуған еребеҙҙе рәхәтлектән ташлап китмәнек. Бөгөнгө замандың төп проблемаһы булған аҡсаһыҙлыҡтан сығып китергә мәжбүр булдыҡ. Бында беҙҙең яҡтан халыҡ күп эшләй. Күмертау, Мәләүез ҡалаларынан, Ермолаевонанан, хатта күрше Күгәрсен районы Хоҙайбирҙе ауылынан бер апай менән бергә эшләйбеҙ. Коллективта 1000 кеше эшләгәс, барыһын да белеп бөтөп булмай. Бейджиктағы исемдәренә ҡарап беҙҙең яҡ кешеһелер, тип һүҙ ҡушып танышып китәм. Тормош иптәшемдең алмашы ла Мораҡтан. Улар бында ипотекаға фатир алып, ғаиләһе менән йәшәп яталар, - ти Илүзә.
Сит ерҙә яҡташтарыбыҙҙың исемдәре боҙолоуҙары борсой Илүзәне. “Бында Зөлхизә-Зуля, Гөлсәсәк-Гуля булып китәләр. Бейджиктарында Гуля ла Зуля. Тәүҙә минең исемемде лә урыҫса ҡалыплаштырып алмаҡсы булғандар ине. Атай-әсәйем ҡушҡан исемемде ихтирам итегеҙ, ауыр булһа ла, ятлап алығыҙ, тип исемемде дөрөҫ әйтергә өйрәттем”, - ти яҡташыбыҙ.
Коллективтарында гел ситтән килгән халыҡ эшләй икән. Донбасс һәм Луганск яҡтарынан, Себер, Волгоград тарафтарынан килеүселәр ҙә байтаҡ унда.
- Беҙ үҙебеҙ Сочи ҡалаһының Адлер районында торабыҙ. Урындағы халыҡ эшләргә яратмай. Маршруткала барғанда бер шоферҙан шул турала һорап та ҡуйған инем. Ул миңә, ҡатын-ҡыҙҙарҙың күпселегенең өйҙә ултырыуҙары хаҡында әйтте. Йәйге миҙгелдә генә бүлмә тапшырыу менән шөғөлләнәләр икән бындағы хужабикәләр. Ә үҙҙәре кейенергә яраталар. Ҡара төҫтән кейенгәндәренә тәүҙә аптырай инем. Улар ҡара оҙон юбка, кофтала йөрөйҙәр.
Күрше күрше менән ярышып йәшәүҙәре лә ҡыҙыҡ тойолдо. Хатта Яңы йылға ла кемдең салюты ҡыйбатыраҡ, матурыраҡ, тип ярыша улар. Яңы йыл төнөндә тышҡа сығырлыҡ түгел, аҙым һайын салют аталар. Ун ике тулыу менән, бөтә урам халҡы тышҡа сығып тора.
Һауа торошона килгәндә ҡыш көнө бик һирәк 0 градус була. Һәр саҡ + бында. Сочиҙың үҙендә ҡар яуғанда ла Адлерҙа яумай. Ҡышҡы кейемдән беҙгә көҙгө куртка менән ботинка етә. Уныһын да декабрь, ғинуар, февраль айҙарында ғына кейәбеҙ. Ҡыш, көнө ямғырҙар ғына ҡаҡшатып ала. Бер рәхәттең, бер михнәте тигәндәй, ямғырҙың аҙналар буйы туҡтамай яуыуы ла ихтимал, - ти Илүзә менән Руслан Тоҡомбәтовтар.